Эстәлеккә күсергә

Арғаяш (күл, Арғаяш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арғаяш
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Арғаяш — (рус. Аргая́ш) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы күл

Күл Силәбе өлкәһенең Арғаяш районына һәм үҙенең ярындағы ҡасабаға атама биргән, райондың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.

  • Майҙаны — 700 (икенсе мәҡлүмәттәр буйынса 676) га.
  • Уртаса тәрәнлеге — 5-6 метр, иң тәрән ере — 7.
  • Һыу көҙгөһө — 243,4 м.
  • Минераллылығы — 862 мг/л
  • Һыу күләме — 33,1 млн. куб. м.
  • Һыуйыйғыс майҙаны — 23,4 км².

Күл төбөнә ҡалын ләм ҡатламы түшәлгән, органик матдәләргә бай, микроорганизмдарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар бар. Ҡеүәтле ләм ҡатламы 0,5 – 0,7 м тәшкил итә, күләме 2 млн. куб метрҙан ашыу. Яр һыҙаттары һөҙәк, башлыса муртыҡ ултырмаларҙан тора.

Һыуы сөсө, минераллылығы 800 - 1000 мг/л. Өҫтөнлөклө иондары буйынса һыуы гидрокарбонатлы-магнийлы типҡа ҡарай.

Күл менән Ҡыштым балыҡсылыҡ хужалығы файҙалана.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[2].

Күл Урал тауҙарының Көнбайыш Себер уйһыулыҡтарына күсә барған Урал аръяғы тигеҙлегендә урынлашҡан. Боронғо тектоник ҡуҙғалыш һәм экзоген процестар арҡаһында барлыҡҡа килгән сөмкәлә хасил булған [3].

Күлдең көнбайыш ярында Арғаяш районы үҙәге Арғаяш ауылы урынлашҡан. Көньяғында — Бәжекәй, төньяғында — Арғаяштан ҡайын урманы менән айырылған Норкино ауылдары тора.

Көньяҡ-көнбайыш яры буйлап автомобиль юлдары үтә күл СиләбеҠыштымЕкатеринбург тимер юлы һәм шул уҡ йүнәлештә автомобиль юлы үтә.

Күл атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһында Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:

На ландкарте Исетской провинции 1742 г. — Агаяш. В записях ХIХ в. встречается в форме Яргояш. Обычно воспроизводится от башкирских слов: яр — «берег», кояш — «солнце» и переводится «солнечный берег». Соответствует и древнему тюркскому личному мужскому имени Агайяш или Аргайяш, Ергаяш. Любопытно отметить, что название другого озера Аргаяш, что на территории города Миасса, в источниках ХVIII в. записано Ергаяш.[4][5].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урман-дала үҫемлектәре үҫә, тупрағы - һелтеле ҡара тупраҡ һәм һоро урман төрөнә ҡарай.

Күлдә табан балыҡ, алабуға, сабаҡ, шырт балыҡ, суртан, карп тереклек итә.

Балыҡсылыҡ хужалығы алабалыҡ, рипус, карпом, суртан селбәрәләре ебәреп тора башлаған[6].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Аргаяш(недоступная ссылка)
  3. Озеро Аргаяш(недоступная ссылка)
  4. Шувалов Аргаяш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
  6. Озеро Аргаяш 2019 йыл 10 май архивланған.
  • Шувалов Н. И. Яу-Балык // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Озеро Аргаяш 2019 йыл 10 май архивланған.
  • Озеро Аргаяш(недоступная ссылка)