Эстәлеккә күсергә

Ағаскүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ағаскүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Сосновка районы
Карта

Ағаскүл - рус. Агашкуль, Агачкуль, Огачкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы күл.

Ағаскүл Силәбе өлкәһе Сосновка районының урта өлөшөндә урынлашҡан.

Силәбегә тиклем араһы – 43 км, Долгодеревенскоеға – 20 км, Екатеринбургҡа – 180 км, Мейәскә – 140 км.

Географик координаттары: киңлеге - 55°29′6″N (55.485001), оҙонлоғо - 61°22′8.58″E (61.36905).

Яр буйындағы кеше йәшәгән урындары: Солтай, Һаҡҡол, Этимгән ҡасабалары.

Эргәһендәге күлдәр: Тәрәнкүл, Оҙонгүл, Өйрәкте, Ҡуржакүл, Типтәрге[2].

Ярҙары бик һөҙәк, һайлыҡлы, ташылдыҡ ҡомло.

  • Уртаса тәрәнлеге: 3,1 м
  • Максималь тәрәнлеге: 9м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 3,2*2,6 км
  • Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: үтәҙек түгел.
  • Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә туҡлана.
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 205м
  • Майҙаны: 5,68км² [2]
  • Һыу массаһы күләме (абс. кимәле БС буйынса 209 м булғанда): 22 млн м³ [3].

Кәмә менән төшөр урындары бар.[4].

Ағаскүл һыуы тоҙ тәме итә, гидрокарбонатлы-хлоридлы-натрийлы типҡа инә.

Күлдән сыҡҡан сығанаҡтар юҡ [3].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл һаҙмырт, урыны менән ҡамышлыҡтар, екән үҫә. Күлде ылымыҡтар, һаҙ үләндәре баҫып бара, улар ҡаплаған майҙандар 30%-ҡа етә. Күл буйҙары урман-дала үҫемлектәренә бай, ҡайынлыҡтар уратып алған. Ярҙарында ҡыуаҡлыҡтар үҫә, ағаслыҡтар ярҙан кәмендә 100 метр алыҫлыҡта.

Күлдә табан балыҡ, алабуға, карп, сабаҡ, алабалыҡ тереклек итә.

Күлдең атамаһы башҡорт телендәге "ағас+күл" һүҙҙәренән килеп сыҡҡан.

Гидронимдың урыҫса әйтелештә килеп сығышы тураһында Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Агаш-Куль, озеро, Сосновский район. Слово агаш, как и аксач, — фонетические варианты башкирского слова агас — «лес», «дерево», кул — «озеро» т.е. «озеро в лесу» или «озеро среди деревьев».[5][6].

Урыҫ телендә Ағаскүлде бер нисә вариантта яҙып йөрөтәләр:Агашкуль, Агачкуль, Огачкуль, Акач-Куль

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Агашкуль
  3. 3,0 3,1 Озеро Агачкуль (Агашкуль)
  4. Озеро Агашкуль
  5. Шувалов Н.И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области