Аҡман (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аҡман
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урынлашыу Варна районы

Аҡман - рус. Акман - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Варна районындағы күл [2].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡман күле – Силәбе өлкәһенең Варна районында Варна ауылынан 8 км көнбайышҡараҡ алыҫлыҡта, далала урынлашҡан күл.

Магнитогорскиға тиклем аралығы – 120 км, Варнаға – 11 км, Екатеринбургҡа – 380 км, Силәбегә – 230 км.

Координаттары: 53°22'34"N 60°50'30"E

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуатта телгә алынғаны билдәле. Дауалау сифаттарына эйә.

Һыуынан бер аҙ тоҙ тәме килә.

180 гектар майҙанды биләй.

Тәрәнлеге 1,5 м тиклем. Күлде 40%-ҡа тиклем ылымыҡ баҫа [3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдең атамаһы буйынса төрлө фараздар йәшәп килә.

Төбәкте өйрәнеүсе Владимир Васильевич Поздеев - Силәбе һәм Силәбе өлкәһе энциклопедияһы авторҙарының береһе - гидронимды арий мираҫы тип, төньяҡ фарсы (пушту) теленә ҡайтарып ҡалдыра: аҡ + эйәлекте белдергән һүҙ яһаусы суффикс ~ман [4]

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән киң билдәле географ, топонимист Шувалов Николай Иванович иһә былай тип яҙа: Акман, озеро, Варненский район.В основе названия распространенное в прошлом у казахов и башкир тюркское мужское имя Акман, где ак — «белый», «чистый», в переносном значении «честны», и именной аффикс - ман[5][6].

Был осраҡта Н. И. Шуваловтың күл атамаһы башҡорт ир-ат исеменән килеп сыҡҡан тип яҙыуы ысынбарлыҡҡа иң яҡынылыр. "Башҡорт исемдәре" белешмәһендә Аҡман исеменә ошондай аңлатма бирелә:

  • Аҡман - боронғо ғинуар айы атамаһы; ғинуар айында тыуған балаға бирелгән исем [7]

Башҡорт халҡында Аҡманов фамилияһы әле лә осрай.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 223 бит
  • Шувалов Н.И. Катай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Акман
  3. Озёра Южного Урала (А_)
  4. Откуда есть пошли названия уральских гор и озер
  5. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 б. — ISBN 5-7688-0157-7.
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
  7. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 23-сө бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]