Аҡсакүл (Силәбе өлкәһе)
Аҡсакүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Аҡсакүл — рус. Акчаку́ль, Аксакуль, Аскакуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы ҙур булмаған күл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡсакүл Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Борисовка ауылынан 2 км төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Һыу ятҡылығының төньяҡ-көнсығыш осонан 5 км алыҫлыҡта ярайһы ҙур һәм балыҡлы Әйҙекүл (рус. Айдыкуль) күле ята. Шул уҡ яғында Аҡсакүл ауылы төйәкләнгән.
Күлдән 2 км алыҫлыҡта Ҡурған өлкәһе, икенсе яғынан 3 км-ҙа Свердловск өлкәһе башлана.
Географик координаттары: киңлеге 55°43′11″N (55.719693), оҙонлоғо - 61°46′30″E (61.77513)
Көнсығыш ярынан 1,5 км алыҫлыҡта автомобиль юлы үтә [1]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлде ҡуйы ҡамышлыҡтар уратып алған, урыны менән һаҙлыҡлы. Күлдең көньяғынан Иҡсан ауылына тиклем һаҙлыҡ, уны Оло Аҡсакүл тип йөрөтәләр.
Күл оҙонса сөңкәле, аҡмай, һыуы сөсө. Яр буйы һыҙығы киртләс түгел (көньяҡ өлөшө генә тигеҙһеҙ), төньяҡтан һәм көньяҡтан (әҙерәк) ярына һаҙлыҡтар килеп етә.
Ярында тораҡ пункттар юҡ[1].
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәйгеһен күл өҫтөн ярайһы ҙур майҙанда ылымыҡтар, баҡа үләне ҡаплай.Ҡамышлыҡтар уратып алған. Ярҙарында ҡатнаш урман үҫә.
Орнитофаунаһын өйрәктәр, ҡаҙҙар, аҡсарлаҡтар, көйөлдө һәм башҡа һыу ҡоштары тәшкил итә[1].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһенең топонимикаһын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: "От распространенных у башкир имени Аксакул с основой акса — «деньги» и типовым компонентом мужского имени, присоединяемого к основе кол (кул, гул) — «раб», «невольник», в русском языке переосмысленного в куль — «озеро», отражающим пожелание новорождённому быть богатым"[2][3] Йәғни, күл атамаһы "Аҡса+күл" һүҙҙәренән яһалған. Шул уҡ ваҡытта Аҡсағол тигән ир-ат исеменән килеп сығыуы ихтималлығын да фараз итә.
Шундай уҡ аңлатма Силәбе өлкәһенең тыуған яҡты өйрәнеү порталында ла бирелә[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 АСКАКУЛЬ (АКСАКУЛЬ)(недоступная ссылка)
- ↑ Шувалов Н. И. Аксакуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Краеведческий портал челябинской области . www.kraeved74.ru. Дата обращения: 22 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 22 октябрь 2012 года. 2012 йыл 22 октябрь архивланған.