Эстәлеккә күсергә

Балтай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Балтай (Туймазы районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Балтаево
башҡ. Балтай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл Советы

Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы (Туймазы районы)

Координаталар

54°25′34″ с. ш. 54°03′44″ в. д.HGЯO

Халҡы

377[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452789

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 830 002

ОКТМО коды

80 651 430 106

ГКГН номеры

0519862

Балтаево (Рәсәй)
Балтаево
Балтаево
Балтай (Башҡортостан Республикаһы)
Балтаево

Балтай (рус. Балтаево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 377 кеше[2]. Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452789, ОКАТО коды — 80251830002.

Туймазы районының Балтай ауылына XVIII быуатта Себер юлының Әйле улусы башҡорттары нигеҙ һала, улар Ҡаҙан юлы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ҡабул итеү тураһында килешеүгә ярашлы индереләләр. Әммә уларҙың төпләнеү ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. 1781 йылда Өфө наместниклығы картаһында Балтай ауылы юҡ, ә икенсе 1786 йылғы картала Ҡандрыкүл күле янында күрһәтелгән. Әммә Ҡыр-Йылан улусы тораҡ пункттары араһында, 1795 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, уны табып булмай. Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса ул төшөрөп ҡалдырылған. Әммә уның барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәләү мөһим. Картографик материалдар мәғлүмәттәренә таянып, Балтай ауылы 1781—1786 йылдарҙа барлыҡҡа килгән тип раҫларға була.

Балтайҙарҙың сығыу урыны шулай уҡ билдәле — Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙенең Туғыҙлы ауылы.

1832 йылдағы законға ярашлы, ир-ат керҙәш-башҡортҡа йән башына 30 дисәтинә ер бирелгән, шул уҡ ваҡытта аҫабаларға 40 дисәтинә ер бирелгән. Шуға күрә, күберәк ер бүлеме алыр өсөн, Түбәнге Бишенде һәм Балтай башҡорт-әйлеләре Троицк өйәҙендәге үҙ аҫаба биләмәләренә кире ҡайтырға ҡарар итә. Бишенденең 12-14 ғаиләһе менән бергә Балтай ауылынан 30 ир-егет үҙ теләге һәм хәрби етәкселек ризалығы менән бында 1837 йылда Арыҫлан ауылын («Әбдразаҡ та») нигеҙләй. Беренсе күскенсе булып Балтай ауылында йәшәгән зауряд-йөҙ башы Арыҫлан Таймасов тора. Әйләнеп ҡайтыусылар араһында уның ҡустылары Мратбаҡый һәм Ғөбәй Таймасовтар ҙа була. Бикташ һәм Солтан Балтаевтар етәкселегендәге балтайҙарҙың бер өлөшө бер үк ваҡытта Троицк өйәҙенең Шулямин ауылына килә.

1865 йылда 100 йортта 543 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Әммә балтайҙарҙың фекере башҡаса була: улар ауыл 1710 йылда барлыҡҡа килә тип иҫәпләйҙәр. Фазуллин А. «Ата-бабалар төйәге». Йәшлек. 1990 йылдың 29 марты.

1920 йылда бөтә халыҡты типтәрҙәргә индергәндәр, был дөрөҫ түгел: башҡорттар керҙәштәр булалар, әммә улар башҡорт ҡатламынан сыҡмайҙар[3].

Ауылда башланғыс мәктәп (Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1277
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1083
1959 йыл 15 ғинуар 903
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 329
2002 йыл 9 октябрь 339
2010 йыл 14 октябрь 377 186 191 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (77 %) йәшәй[5].

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 37 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡарамалы-Ғөбәй): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 30 км.

Урам исеме[7]:

  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Парк урамы (рус. улица Парковая)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Латипов Мәркәз Карам улы (18.03.1926—17.01.1999), хужалыҡ эшмәкәре, нефтсе. Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры. Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1986), БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974).
  • Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы (2.08.1939—21.07.1988), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1962 һәм 1966—1988 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының изолировщигы һәм торба һалыу краны машинисы. Хеҙмәт даны орденының тулы кавалеры (1985).
  • Гәрәев Йөүҙәт Шәрип улы 1953 йылда БАССР-ҙың Туймазы районы Балтай ауылында тыуған. 1980 йылда СССР Эске эштәр министрлығының команда составын әҙерләү буйынса Өфө махсус мәктәбен, 1987 йылда — СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлай. 1991 йылдан 1999 йылға тиклем — Туймазы ҡалаһы Эске эштәр бүлеге начальнигы, 1999—2003 йылдарҙа — штаб начальнигы урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының оператив бүлеге начальнигы. 2002 йылдан 2006 йылға тиклем — Ишембай ҡалаһы Эске эштәр бүлеге начальнигы. Хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән, 1998 йылда Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Отставкалағы полиция полковнигы.
  • Хәбибуллин Мәркәз Нурый улы (3 июнь 1934 — 21 июнь 2015) — табип-терапевт, Ҡандра дауаханаһының баш табибы (1968—1984), Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы [1984-1989), Октябрьск ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары (1989—1991), Октябрьский Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы- идара начальнигы (1991—1995), Октябрьский ҡалаһы медицина реабилитация үҙәгенең баш табибы (1995—1996), Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1972), «Гуманлы эшмәкәрлеге өсөн юбилей миҙалы» (1973), санитар оборона отличнигы (1979), «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе (1979), медицина хеҙмәте капитаны (1980), юғары категориялы табип (1993), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы маҡтаулы исеме (1995).
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 254. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Балтай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Балтай ауылы