Имай-Ҡарамалы
Ауыл | |
Имай-Ҡармалы рус. Имай-Кармалы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Үрге Имай-Ҡарамалы, Түбәнге Имай-Ҡарамалы[1] |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар — 77% |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453425 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Имай-Ҡарамалы (рус. Имай-Кармалы) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 330 кеше була[3]. Почта индексы — 453425, ОКАТО коды — 80222816001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 330 | 148 | 182 | 44,8 | 55,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 37 км алыҫлыҡта Ҡарамалы йылғаһы (Өршәк йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. 1985 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы, 1798—1865 йылдарҙа 5-се мишәр кантоны, 1865—1867 һәм 1923—1930 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1914 йылдарҙа Ҡаҙанғол улустары составында. 1914—1923 йылдарҙа Имай-Ҡарамалы улусының административ үҙәге. 1919 йылдан Имай-Ҡарамалы ауыл Советы үҙәге булып тора. Легенда буйынса Дәүләкән районының Искәндәр, Бик-Ҡарамалы, Имай-Ҡарамалы ауылдарына өс бер туған Искәндәр, Имай, Биктимер нигеҙ һала. Ауылдар шул төпләнгән кешеләрҙең исеме менән йөрөтөлә. Имай-Ҡарамалының тәүге исемдәре: Үрге Имай-Ҡарамалы, Түбәнге Имай-Ҡарамалы.
Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1748 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәр нигеҙ һала. 1843 йылда 452 мишәр (1834 йылғы ревизия буйынса) 616 бот ужым, 3116 бот ярауай (яҙғы) ашлыҡ сәскән. Ауылда һыу тирмәне, ат һарайы, ике мәсет булған. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. 1896 йылда Бик Ҡарамлы һәм Имай Ҡармалы ауылдары кешеләре бергә 2417 дисәтинә ер, 602 дисәтинә урман менән файҙаланған. 1938 йылда имайҡарамалылар аҫаба башҡорттарҙан 500 дисәтинә, 1901 йылда Иҫке Яппарҙан 280 дисәтинә ер һатып ала. Йәшелсә баҡсаларында картуф, ҡыяр үҫтергәндәр. 1929 йылда дөйөм ер майҙаны 2131 га тәшкил итә.1930 — 2000 йылдарҙа ауыл халҡы «Имай-Ҡарамалы», Киров исемендәге, «Родина» колзозында эшләй. 1942 йылда Имай-Ҡарамалы урта мәктәбендә шәфҡәт туташтары әҙерләү курсы асыла. 1972 йылда яңы мәктәп һалына. 1969 йылда Граждандар һуғышында һәләк булған яугирҙарға, 1975 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡытыусыларға, 1999 йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарына һәйкәл асыу тантанаһы үтә. 1978 йылда мәктәптә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Халҡы:1795 йылда — 241 кеше, 1870 йылда — 839 кеше, 1885 йылдв — 922 кеше, 1896 йылда — 1116 кеше, 1917 йылда — 1718 кеше, 1926 йылда — 916 кеше, 1939 йылда — 955 кеше, 1959 йылда — 556 кеше, 1989 йылда — 327 кеше, 1999 йылда — 345 кеше, 2002 йылда — 348 кеше, 2009 кеше — 325 кеше,2010 йылда — 330 кеше. Татарҙар — 77 % (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4][1].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[5]
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))
- Совет урамы (рус. Советская (улица))
- Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы (18.12.1917—19.02.1994), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1980 йылдарҙа Дәүләкән районы «Родина» колхозы рәйесе. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1964) ордендары кавалеры[6].
- Теләшев Ғүмәр Ғариф улы (13.12.1931—2.06.2016), СССР һәм Рәсәйҙең нефть эшкәртеү өлкәһе технологиялары ғалимы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
- Мәсәлимов Нәғим Мәсәлим улы (1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкының санитар-ездовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
Халыҡ ижады информанттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәхәмәткиреева Нәрбикә Тимербәк ҡыҙынан (1916 йылғы) 1989 йылда Р.Солтангәрәева «Тереләрҙең әхирәткә китеүсе менән хушлашыу» йолаһын яҙып алған[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 164—166-сы б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Имай-Ҡарамалы ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2017)
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 444-сө (№370 А -367-се б.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имай-Ҡарамалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 март 2022)
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Имай-Ҡарамалы ауылы
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 125—132.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 164—166-сы б.б..
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 444-сө (№370 А -367-се б.).