Камил инсан
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Әл-Инсан әл-Камил (ғәр. الإنسان الكامل; рус. Инсан камиль) — суфыйлыҡта идеаль кеше, ул ерҙә Аллаһ вәкиле булып тора һәм Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарын һынландыра.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Терминды Мансур әл-Хәлләж индергән, идеяны Ибн әл-Ғәрәби үҫештергән. Киң мәғәнәлә дини практика юлы менән иң юғары рухилыҡты тормошҡа ашырыуға өлгәшкән иманлы мөьмин[1].
Әл-инсан әл-камил доктринаһы— йәшәйеш проблемаһы менән бәйле онтологик проблема. Бары тик кешегә генә Аллаһ үҙенең бөтә исемдәрен асҡан. Аллаһтың бөтә сифаттарының иң юғары сағылышы һәм ысын әл-инсан әл-камил — Мөхәммәт Пәйғәмбәр. Әл-инсан әл-камил һәр кешелә сағыла ала, әммә быға суфый рухи практикаһы мөхитендә генә өлгәшергә мөмкин, тип һанай суфыйҙар[1].
Камил һүҙе башҡорт теленә ир-ат исеме лә булып инеп киткән. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Камил исеме осрай.
Камил исеме ғәрәп теленән кәмселекһеҙ тигәнде аңлата, тип яҙған башҡорт тел белгесе, антропонимист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәреТаңһылыу Күсимова[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Али-заде, А. А. Инсан камил // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.