Иҫәнгилде (күлдәр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Иҫәнгилде - (рус. Исенгильды) - тигән атама йөрөткән күлдәр Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә заманында өсәү булған. Бынан тыш, өлкәнең Варна районында Иҫәнәй (рус. Исеней) күле булғанын башҡорт халҡының фольклорын һәм топонимияһын оҙаҡ йылдар өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә яҙа.

« Исенгильды, три озера; Исеней, озеро, Варненский район. От распространенных у казахов и башкир тюркских мужских имен Исенгильды и Исеней, где исен — «живой», «здоровый», кильде — «пришел», «появился», -ей — именной аффикс.[1][2] »

.

Йәғни, топонимист күл исемдәре Иҫәнгилде тигән башҡорт ир-ат исеменән алынған тип аңлата. Әммә был күлдәрҙең бөгөнгө хәле матбуғатта телгә алынмай. Виртуаль ресурстарҙа ла Силәбе өлкәһендә бындай атамалы күлдәр осрамай.

Әйткәндәй Шувалов Н. И. бик күп йылға-күлдәрҙең атамаларын ир-ат исеме менән бәйләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шувалов Н. И. Исенгильды// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  2. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. Исенгильды// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • От Парижа до Берлина по карте Челябинской области[2]</ref>


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ