Йәнәшкүл (Мейәс ҡала округы)
Йәнәшкүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Йәнәшкүл Викимилектә |
Йәнәшкүл (рус. Инышко) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге күл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнәшкүл Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһы биләмәһендә, тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән Турғәяҡ күленә йәнәш урынлашҡан һай ғына һыу ятҡылығы. Күл һыуы Мейәс йылғаһына төшә. Ярында — «Золотой Пляж» тигән ҡомлоҡ.
Географик йәһәттән күл Мейәс ҡала округына ҡарай. Йәнәшкүл ғәжәйеп рәүештә Түрғәяҡ күленә яҡын ғына ята һәм араларындағы муйын 200—250 метр киңлектә генә.
Силәбегә тиклем ара — 90 км, Мейәскә — 14 км. Координаттары: 55°11′16″N 60°4′42″E[2]
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса күл Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Мейәстән алып Арғужа һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Тубыл (Рәсәйҙәге өлөшө), йылға бассейны — Иртыш[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[4]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500811111200008493
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 211200849
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
- Һыу ятҡылығы майҙаны — 0,32 км²
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ихтимал, күл исеме башҡорт телендәге «инеш» һүҙенәндер тигән фараздар бар. Әммә «инеш» бәләкәй һыу сығанаҡтарына ҡарата ҡулланыла.
Шувалов Николай Иванович — Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән киң билдәле географ, топонимист үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Иннышко, озеро, территория города Миасса. Небольшой водоем недалеко от северного берега озера Тургояк, между ними не более двухсот метров. Распространенная версия связывает название с древнебашкирским мужским именем Иныш (Яныш, Еныш) с основой ян, (жан) — «душа», -ыш — именной аффикс. Возможно и другое. Название созвучно с башкирским словом йенеш (янеш) — «рядом», «возле», «около», то есть «соседнее» (по отношению к Тургояку) озеро. Есть Инышко у деревни Урузбаево (Аргаяшский район), это тоже смежное озерцо, представляющее залив-курью озера Малое Миассово в его северо-западной части.[5][6].
Башҡорт телендәге гидронимдарҙың урыҫ телендә ҡулланылышы үҙенсәлектәрен күҙҙә тотоп, күл атамаһы «йәнәш» һүҙенән барлыҡҡа килеүе ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡтыр тигән фекер тыуа.
«Башҡорт теленең һүҙлеге» «йәнәш» һүҙенә ошондай аңлатмалар бирә:
- Йәнәш — һөйгән йәр
- Йәнәш — кешенең йә нимәнеңдер бер рәттән, ҡатар тороуы[7]. Күл атамаһы, шулай итеп, ҡатарҙа ятыу ғына түгел, һөйгән йәр тарихы менән дә бәйле булыуы ихтимал.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнәшкүл бер яҡтан урман, икенсе яғынан тау һырты менән аймап алынған.
Һыуы йылы, һай булғанлыҡтан, тиҙ йылына.
Төбө ике ҡатлы. Тығыҙ торф ятҡылығы менән үҙенең тәбиғи төбө араһында тәрән һыу ҡатламы хасил булған[8] Төбө ләмле булғанлыҡтан, һыуы көрәнһыуыраҡ.
Көньяҡ-көнсығыш ярында — берҙән-бер һаҙлыҡлы урын.
Риүәйәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урындағы халыҡ һөйләгән иң билдәле легенда Емельян Пугачев ихтилалы менән бәйле (1773-1775 йылдар). Был риүәйәткә ярашлы, Пугачев ғәскәре менән Уралда буйлап йөрөгәндә ул бер мәл үҙенең ошо күл буйында лагерь ҡороп туҡтап ала. Урындағы халыҡ уға бүләккә 2 батман алтын тәҡдим итә. Пугачев бүләктән баш тартмай, мәгәр ышаныслы урынға йәшерергә бойора. Алтынлы батмандарҙы күлгә ташлайҙар, ҙәм улар күлдең өҫкө төбөн тишеп, аҫҡа төшөп китә. Бәлки улар һаман да торф аҫтында яталыр, әммә уларҙы эҙләү уңышһыҙ тамамлана килә. Легенда ғына тип йөрөтөлһә лә, ысынлап та, Турғәяҡ янында Пугачев тауы һәм хатта Пугачев мәмерйәһе бар[8].
Икенсе легенда күл буйында үҫкән бик күп томбойоҡ менән бәйле. Риүәйәт буйынса, әгәр ай тулған ваҡытта ҡыҙ бала яҡтырып, балҡып торған томбойоҡто өҙөп алып уны күкрәгенә ҡуйып таңға тиклем йөрөтһә, уны донъяла булмаҫ мөхәббәт һәм бәхет көтә. Был Йәнәш (һөйгән йәр) атамаһына ла ауаздаш риүәйәт бит[9].
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең бер яғында урмандар, икенсе яғын урманлы тауҙар уратҡан.
2004 йылдың сентябрендә Йәнәшкүлдәге «Алтын пляж» станцияһы хеҙмәткәре күлдә медуза тота һәм Илмән ҡурсаулығына алып бар. Уның һүҙҙәре буйынса, йәй улар унда бик күп була, ләкин бер кем дә тейешле иғтибар бирмәй. Медуза, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре Александр Рогозин билдәләүенсә буйынса, Соверб краспедакуст (Craspedacusta sowerbii Lankaster, 1880) төрө булып сыға. Ул Европала һәм Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә әленән-әле табылып тора икән. Был медуза Көньяҡ Американың сөсө һыуҙарында тереклек итә, әммә ниндәйҙер юлдар менән Евразияла ла килеп сыҡҡан. Йәнәшкүлгә дайвер ҡорамалдары йәки яхталар аша эләгеүе мөмкин. Был медуза кешегә зыянһыҙ — аллергия тыуҙырмай, тәнде юбешермәй, планктон менән туҡлана.
Күлдә суртан, ротан, алабуға, табан балыҡ, сабаҡ тереклек итә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тайны озера Инышко 2016 йыл 4 март архивланған.
- Страшные истории с озера Инышко
- Спутниковая карта озера Инышко
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Озеро Инышко 2019 йыл 25 май архивланған.
- ↑ Озеро Бурханкуль
- ↑ Государственный водный реестр Российской Федерации/ Инышко
- ↑ Шувалов Н. И. Инышко// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 467-се бит/Йәнәш
- ↑ 8,0 8,1 Озеро Инышко. 2019 йыл 25 май архивланған.
- ↑ Озеро Инышко — младший брат озера Тургояк
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 467-се бит/Йәнәш
- Фонотов М. Голубые зеркала каменного пояса. — Челябинск: Взгляд, 2003. — 253 с. — ISBN 5-93946-057-7.
- Весновский В. Иллюстрированный путеводитель по Уралу. — 1-е изд. — Екатеринбург: Типография "Уральской жизни", 1904. — С. 381. — 442 с.
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Камен. пояс, 2008.
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006—223 бит
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Скала Шайтан-Камень 2019 йыл 31 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]