Эстәлеккә күсергә

Кесе Аҡкүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Аҡкүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Кесе Аҡкүл - рус. Малая Акуля - Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге күл.

Кесе Аҡкүл күле Ҡыштым ҡала округы территорияһында, Тайгинка ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ. Көнсығыштараҡ Оло Аҡкүл йәйрәп ята[1]

Силәбегә тиклем араһы – 70 км, Екатеринбургҡа – 142 км

Координаттары: 55°39'3"N 60°33'50"E, 55°39′5″N (55.651394) Оҙонлоғо: 60°33′49″E (60.563527)[2]

Һыу ятҡылығы көнбайыштан көнсығышҡа табан һуҙылған. Иң яҡын тораҡ пункт - 3-4 км көньяҡ-көнбайыштараҡ ятҡан Аңбаш ауылы

Һыуы сөсө, ағынлы. Тектоник сығышлы. Ярҙары күбеһенсә һөҙәк. Көнбайыштан, көньяҡтан һәм көнсығыштан күл һаҙмыртланған. Һыу төбө ҡөмлө-ләмле.

Күл ҡатнаш урмандар менән уратып алынған. Ҡамышлы, башҡа төр һыу үләндәре лә үҫә.

Күлдә суртан, карп, алабуға, сабаҡ, табан тереклек итә.

Йыл әйләнәһенә балыҡ тоторға мөмкин.

Кесе Аҡкүл Аңбаш, Нонькино һәм Оло Аҡүл күлдәре эргәһендә урынлашҡан. Тәүгеһе һәм һуңғыһы менән ҡылымыҡтар аша тоташҡан һәм уларҙан туйына.

Күлдең атамаһы урыҫ теленә Аҡкүл тигәндән үҙгәреп килеп ингән тип яҙа Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә[3][4].

  1. Малая Акуля
  2. МАЛАЯ АКУЛЯ
  3. Шувалов Н. И. Акуля // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  • Шувалов Н. И. Акуля // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • МАЛАЯ АКУЛЯ [1]
  • Малая Акуля [2]