Эстәлеккә күсергә

Оло Аҡкүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Аҡкүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Оло Аҡҡүл - рус. Больша́я Аку́ля (также Большо́й Аку́ль) - Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге күл.

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең атамаһы урыҫ теленә Аҡкүл тигәндән үҙгәреп килеп ингән тип яҙа [2][3].

Оло Аҡкүл күле Ҡыштым ҡала округы территорияһында, Ҡыштым ҡалаһынан 6 км алыҫлыҡта ята. Көнбайыштараҡ Кесе Аҡкүл йәйрәп ята[4]

Силәбегә тиклем араһы – 85 км, Екатеринбургҡа – 155 км

Координаттары: 55°37′42″ - киңлеге, 60°34′24″ - оҙонлоғо[5]

Һыу көҙгөһө майҙаны 6,3 км² ; иң тәрән урыны - 5, уртаса тәрәнлеге — 3 м. Һыу массаһы күләме - 26,9 млн. Һыу көҙгөһө майҙаны - 250,4 метр. Һыуйыйғыс бассейны майҙаны — 200 квадрат километр, диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 248 метр[6].

Күл һыуы сөсө , химик составы буйынса гидрокарбонатлы-кальцийлы тип, дөйөм минераллашыуы - 246 мг/л. Ағымлы күл, төньяғынан ҙур булмаған йылға сығып Кесе Аҡкүл күленә ҡоя. М. Акуль. Күл рекреация маҡсаттарында ҡулланыла, ярҙарында пионер лагерҙары һәм ял базалары төҙөлгән.

Төньяҡ ярында - Кесе Аҡкүлгә , көнсығышында Аҡакүл гә ҡылымыҡтар.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлде урмандар уратып алған.

Күлдә карп, сабаҡ, суртан, табан, ҡорман, алабуға, сиг, рипус, этеш тереклек итә [7].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. Акуля // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  4. Малая Акуля
  5. Большая Акуля
  6. Чупин Н. К. Акуля Большое и Малое // Географический и статистический словарь Пермской губернии. — Пермь, 1873. — Т. 1. — С. 10.
  7. Большая Акуля 2019 йыл 30 март архивланған.
  • Шувалов Н. И. Акуля // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7