Ҡыҙрас
Ауыл | |
Ҡыҙрас рус. Кидрячево | |
Күп функциялы мәҙәниәт йорто | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сельсовет | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453412 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡыҙрас (рус. Кидрячево) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[2]. Почта индексы — 453412, ОКАТО коды — 80222825001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 487 | 242 | 245 | 49,7 | 50,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙрас ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 50 саҡрым алыҫлыҡта Шландыҡурғы йылғаһы (Сәрмәсән йылғаһы ҡушылдығы) тамағында, Асылыкүл тәбиғи паркы территорияһында урынлашҡан. Ауылды Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1741 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары нигеҙләй. Ҡыҙрас Муллаҡаев исеме менән аталған. 1795 йылда 17 йортта 80 кеше йәшәгән, 1865 йылда 62 йортта — 413 кеше. Ауыл кешеләре малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Халҡы: 1906 йылда — 769 кеше; 1920—804; 1939—785; 1959—608; 1989—441; 2002—449; 2010—487 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[3][4][5].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре[6]:
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:
- Балғажы тауы
- Ҡырлытау
- Емеректау
- Ҡаршытау
- Ҡарауыл тау
- Мәтәү тау
- Үрсәкә тау
- Яланғас тау
- Уртатау
- Сәүкә тау
- Сәрмәсән (йылға)
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ ижады информаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хеҙмәт, кәсеп йолалары. Еләккә барғанда» һамаҡты 1989 йылда Әҡимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙынан (1930 йылғы) Г. Р.Хөсәйенова яҙып алған."Башҡорт халыҡ ижады / Йола фольклоры" I том ингән[7].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙрас Муллаҡаев — Нуғай даруғаһының төп башҡорт старшинаһы, Ҡара Табын улусы старшинаһы, тархан.
- Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы (19 сентябрь 1930 йыл) — Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауыл Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, СССР-ҙың VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII һәм XXIV съездары делегаты.
- Зәйнуллин Фәрит Ғариф улы (1918 йыл— ?)— Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, 1938—1971 йылдарҙа Ҡыҙрас ете йыллыҡ мәктәбе директоры[8].
- Әминева Гәүһәр Мәхәмәтдин ҡыҙы (5 октябрь 1933 йыл—?) — РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән[8].
- Юсеева Тәнзилә Ғалимарҙан ҡыҙы (16 июнь 1952 йыл — октябрь 2017 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, шағир, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, «Дим тулҡындары», «Йөрәк аһәңе» һ.б. йыйынтыҡтарға шиғырҙары ингән[8].
- Миниғәлина Флүзә Ғәли ҡыҙы (10 февраль 1964 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, 1999—2020 йылдарҙа Ҡыҙрас урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[8].
- Нурмөхәмәтова Рита Вәрис ҡыҙы (8 февраль 1958 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[8].
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.472 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 192—195 б.б..
- ↑ Список населённых пунктов БашРеспублики (составлен Центральным Статическим Управлением) издание «Башкниги» Уфа-1926 г. Кидрячево № 58 стр.25
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡыҙрас ауылы
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 244—245-сө ( 215Ғ,216В).
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙрас // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2022)
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.472 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 328.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 192—195 б.б..
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
- «Давлеканово ТV» Телевидение. Видео/Ҡыҙрас ауыл Советы/ Буранғол, Ҡыҙрас. Сапай ауылдары
- «Давлеканово ТV» Тлевидение. Видео. Ҡыҙрас ауыл Советы
- Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 444-сө (ТЙ-153).
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
- Список населённых пунктов БашРеспублики (составлен Центральным Статическим Управлением) издание «Башкниги» Уфа-1926 г. Кидрячево № 58 стр.25
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡыҙрас ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Ҡыҙрас Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |