Мәхмүт (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мәхмүт — башҡорт ир-ат исеме, башҡа халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмүт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, маҡтауға лайыҡлы тигәнде аңлата[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмүт Ғәли (Мәхмүт бине Ғәли бине Ғүмәр әл-Болғари әс-Сараи әл-Ҡәрдәри) — XIII—XIV быуаттарҙа йәшәп ижад иткән төрки шағиры. Мәхмүт Ғәли — дини-дидактик характерҙағы «Нәһж әл-фәрадис» әҫәре авторы. Әл-Ҡәрдәри псевдонимы Мәхмүт Ғәлиҙең Ҡәрдәр (хәҙерге Харәзм)ҡалаһында тыуыуын, белем алыуын, йәки сығышы менән ҡәрдәр ҡаҙаҡ ырыуынан булыуын белдереүе мөмкин. Һарай ҡалаларының береһендә, фаразланыуынса, Һарай-Бәркәлә йәшәгән. Әҫәр йөкмәткеһенән авторҙың дин, фәлсәфә һәм көнсығыш әҙәбиәте өлкәһендә уҡымышлы кеше булыуы күҙаллана. Төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен камиллыҡта белгән.
Мәхмүт Ҡашғари, Мәхмүт ибн әл-Хөсәйен ибн Мөхәмәт әл-Ҡашғари (уйг. مەھمۇد قەشقىرى, Мәhмут Қәшқәри,1029—1101) — Ҡашғар ҡалаһынан төрки ғалимы. Сығышы буйынса — Ҡараһанлылар хакимлыҡ иткән дәүерҙә тыуған юғары ҡатлам кешеһе.
Мәхмүт сәсән (XVII—XVIII быуаттар араһы) — башҡорт сәсәне, ҡурайсы һәм әкиәтсе. Уның ниндәй йылдарҙа йәшәүе хаҡында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Халыҡ хәтерендә тос йөкмәткеле йомаҡ-ҡобайырҙары менән һаҡланып ҡалған
Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы (25 декабрь 1924 йыл — 24 ғинуар 1971 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, майор (1969). Советтар Союзы Геройы (1944).
Уразаев Мәхмүт Һибәт улы (14 май 1936 йыл — 6 сентябрь 2021 йыл) — яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе.
Ниғмәтйәнов Мәхмүт Ниғмәтйән улы (10 май 1930 йыл — 4 август 2020 йыл) — ғалим-фольклор, музыка белгесе, татар халыҡ көйҙәрен йыйыусы һәм өйрәнеүсе, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979) һәм Ғ.Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985).
Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы (23 июль 1923 йыл — 25 декабрь 2019 йыл) — совет һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, отставкалағы армия генералы, хәрби фәндәр һәм тарих фәндәре докторы[, профессор. Хәрби теоретик.
Мәхмүт II (ғосм. محمود ثانى — Mahmûd-u sânî, төр. İkinci Mahmut; 20 июль 1785 йыл — 1 июль 1839 йыл) — Ғосман империяһының 1808 -—1839 йылдарҙа хакимлек иткән 30-сы солтаны. 1820-1830-сы йылдарҙа прогрессив реформалар (шул иҫәптән янычар корпусын һәм хәрби-лен системаһын бөтөрөү һ. б.) үткәрә.
Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улы (7 ноябрь 1925 йыл — 27 ғинуар 1984 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1975 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Бензин станцияһының вагон депоһы эшсеһе, 1961 йылдан — бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1970).
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмүтов Наил Мәзит улы (3 декабрь 1963 йыл) — тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡортостанда тыуған яҡташтар тураһында китаптар серияһын нәшер итеүсе; Рәсәй химия сәнәғәте профсоюзы республика комитетының иҡтисад эштәре буйынса комиссия ағзаһы; Берҙәм Рәсәй партияһының «Завод» бүлексәһе секретары; иҡтисад фәндәре кандидаты (2007).
Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы (15 ғинуар 1930 йыл — 31 июль 2020 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе.
Мәхмүтов Зәки Ғиззәт улы (25 ғинуар 1934 йыл — 17 февраль 2008 йыл) — башҡорт йырсыһы (бас), юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1976). Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007).
Шәрәфетдин Йәләлетдин улы Мәхмүтов — Өфө губернаһынан Рәсәй Империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмүт (рус. Махмутово) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл.
Мәхмүт (рус. Махмутова) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы.
Мәхмүт (рус. Махмутово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.
Мәхмүт (рус. Махмутово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.
== Шулай уҡ ҡарағыҙ == >
Зал Мәхмүт паша мәсете (төр. Zal Mahmut Paşa Camii) — Сөләймән I-нең вәзире Зал Мәхмүт паша һәм уның ҡатыны Шаһ Солтан (Сөләймән I ейәнсәре, Сәлим II ҡыҙы) тарафынан, архитектор Синан проекты буйынса, 1574—1580 йылдарҙа төҙөлгән мәсет.
Мәхмүт II кәшәнәһе — Истанбулдың иҫтәлекле урыны, ғосман солтандарының һуңғы ғаилә төрбәһе. Уның янында — билдәле ғосман сәйәсмәндәренең һәм яҙыусыларының ҡәберҙәре менән зыярат.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |