Төпкилде
Ауыл | |
Тюпкильды башҡ. Төпкилде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452765 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Төпкилде (рус. Тюпкильды) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 204 кеше була[2]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251845004.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Туймазы районы составына ингән бөтә Ҡаңлы тораҡ пункттары Үрмәкәй түбәһенә ҡараған. Нөгөш йылғаһы эргәһендәге 6 ауыл 12-се башҡорт кантонының 17-се тирмәһен тәшкил итә. Бөтә тораҡ пункттарының да йәшәүселәре — ерһеҙ башҡорттар, улар ҡаңлылар тарафынан керҙәштәр хоҡуғында ҡабул ителгәндәр.
Ауылдарҙың тәүгеһе Төпкилде тип атала. Уны тәүге телгә алыу ҡаңлы-аҫабалар ерһеҙ башҡорттарҙы бында индергәс, 1714 йылға ҡарай. Ауыл тарихын халыҡ ошолай хәтерләй: «Туймазы районының Төпкилде ауылы ултырған тирәгә 1650-се йылдарҙа Бөрйән районы урмандарын ярып аҡҡан Нөгөш йылғаһы буйында тыуып үҫкән Арыҫланбәк исемле башҡорт барып төпләнә. Уны был яҡтағы ер-һыуҙарға хужа булып, нәҫеле менән төпләнеп ҡалһын тип, атаһы күсереп ултырта. Ул нигеҙ һалған ауыл уның исеме менән Арыҫланбәк тип атала, ә ауылы янынан ағып ятҡан йылғаға тыуған яҡ иҫтәлеге итеп Нөгөш тип исем ҡуша. Ә үҙенең улы тыуып ҙурайғас, уға яҡында Төпкилде утары һалып бирә. Бөгөнгө башҡорт ауылы Төпкилде Арыҫланбәк мырҙа улының исеме менән аталған („Ағиҙел“ журналындағы „Собханғол, Арыҫланбәк, Бикмәт“ исемле мәҡәлә. Авторы Мир Мөхәмәтйәнов (йылы яҡынса 1986))»
Ауылдың үҫешен түбәндәге мәғлүмәттәр буйынса күҙәтеп була:
Йылдар | башҡорттар | типтәрҙәр |
1795 | 180/22* | 4 |
1816 | 284/26 | 10 |
1834 | 386 | 12 |
1859 | 609/68 | |
1870 | 632/98 | |
1895 | 978/160 | |
1905 | 1110/117 | |
1920 | 1114/232 |
- Знаменателдә ихаталар һаны күрһәтелгән.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: 1859 йылда бөтә халыҡты керҙәштәр тип атағандар, был ысынбарлыҡҡа тап килә, 1870 йылда — башҡорттар, башҡа йылдарҙа — типтәрҙәр тип атағандар. Эш шунда: XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ҡаңлыларҙың керҙәштәре булып киткән башҡорттар буласаҡ Троицк өйәҙенең Айлы улусынан сыҡҡандар (улустар 1781—1782 йылдарҙа барлыҡҡа килгәндәр).
Шулай итеп, Төпкилде ауылы халҡы — элекке аҫаба-әйлеләр.
1843 йылда 386 башҡортҡа 272 бот ужым һәм 1744 бот ярауай иген, 48 бот картуф ултыртыла[3].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда башҡорттар йәшәй (2002). Дөйөм ҡеүәте — 2,2 МВт булған ел электр станцияһы эшләй. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1114 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 818 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 463 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 204 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 193 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 209 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек башҡорттар (87 %)[5].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Нөгөш йылғаһы буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Яҡында Рәсәйҙә иң эре ел электростанцияларының береһе — ЕЭС Төпкилде урынлашҡан[6][7].
Алыҫлығы:[8]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 43 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сәйрән): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 12 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[9]:
- Баҙар урамы (рус. улица Базарная)
- Автозаправкалау станцияһы биләмәһе (рус. территория Автозаправочная станция №35)
- Йылға урамы (рус. улица Речная)
- Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Шоссе урамы (рус. улица Шоссейная)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Муса Сиражи (1.02.1939—14.09.2019), шағир, журналист. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2003).
- Сәлихов Азат Әҡсән улы (20.07.1949), ғалим-йылылыҡ энергетикаһы инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. 1998—2001 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәтенең генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1999). Рәсәй Федерацияһы Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1995) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999)[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Төпкилде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Тюпкильдинские ветряки 2017 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ «Зелёная» энергия. Проблемы резервных источников электроснабжения
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Төпкилде ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сәлихов Азат Әҡсән улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 июль 2019)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төпкилде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2019)
- Тюпкильды на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2019)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Төпкилде ауылы
- Төпкилде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.