Эстәлеккә күсергә

Уйылды (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Увильды битенән йүнәлтелде)
Уйылды
Рәсем
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Бассейн майҙаны 144 км²
Период обновления воды 19 йыл[1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 273 метр
Оҙонлоҡ 135 km
Киңлек 9 km
Вертикаль тәрәнлеге 40 метр
Майҙан 68,1 км²
Күләме 1014 гектометр кубический
Периметр 117 km
Карта
 Уйылды Викимилектә

Уйылды (рус. Увильды́[2]) — Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы, Ҡарабаш, Ҡыштым ҡала округтарындағы күл.

Уйылды рекреацион йәһәттән артыҡ көсөргәнешкә дусар, уның ярҙарында барлығы 78 шифахана, ял базалары, балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙары һәм шәхси коттедждар бик күп.

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса күлдең һыуйыйғыс бассейнының майҙаны 196[3] км², әммә майҙаны 140 км² тигән мәғлүмәттәр ҙә бар[4] Уйылды — Көньяҡ Уралдың бер нисә бик үтәҙек һыулы күлдәренең береһе.

Күлдең төньяҡ ярында Рипус тимер юл станцияһы урынлашҡан[5]

1975 йылда Арғужа һыуһаҡлағысына һыу ағыҙыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1975 йылда ҡоролоҡ арҡаһында Силәбе өлкәһендә һыу етмәй башлай, шул арҡала Уйылдынан һыу ағыҙырға Арғужа һыуһаҡлағысына канал ҡаҙыла. Ҡоролоҡ осоронда Уйылдыла һыу 4 метрға төшә[6] һәм ул 2006 йылда, 31 йылдан ғына элекке кимәленә күтәрелә[7][8]

XVIII быуат сығанаҡтарында урыҫ телендә ошондай версиялар осрай: Увелди, Увельди, Уелды, Увелги, шулай уҡ башҡортса әйтелеш тә килтерелә — Уелдекуль, Уелдекул. Топоним ике башҡорт һүҙенән: «уйылды» һәм «күл» һүҙҙәренән тороуы күренә. Топоним «уйпаттағы күл» йәки «убылған (уйылған) күл» тигәнде аңлатыуы ихтимал. Күл, ысынлап та, соҡорға уйылып төшкән кеүек тәьҫир ҙә ҡалдыра — ярҙары бейек, яр ситенән үк тәрән һыулы[9].

Йәйге Уйылды
Уйылды шифаханаһы
Юғарынан күренеш
Күл утрауы таштары
Уйылды өҫтөндә эңер шәфәғе
Күл өҫтөндәге баҫма
Уйылды ярындағы төпһәләр
Уйылдының һыу аҫты донъяһы
  1. http://wldb.ilec.or.jp/Details/Lake/EUR-52
  2. Лист карты N-41-14-А. Масштаб: 1 : 50 000. Издание 2001 г.
  3. Государственный водный реестр. Увильды. textual.ru. Минприроды России (29 марта 2009)
  4. Озеро Увильды. — Информация об ООПТ на сайте информационно-аналитической системы «Особо охраняемые природные территории России» (ИАС «ООПТ РФ»)
  5. Публичная кадастровая карта на официальном сайте Росреестра
  6. График уровня воды 2012 йыл 19 декабрь архивланған.  (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2009)
  7. Татьяна Ишукова: «Я, когда слышу фразу „глобальное потепление“, начинаю нервничать. Ну глупости это!» 2007 йыл 28 сентябрь архивланған. / Уралпрессинформ, 15.01.2006  (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2009)
  8. Санаторий Увильды  (Тикшерелеү көнө: 6 август 2009)
  9. Шувалов Н. И. Увильды // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  • От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]
  • Теренкуль (озеро, Чебаркульский район) [3] 2019 йыл 30 март архивланған.