Яманһары (Көйөргәҙе районы)
Ауыл | |
Яманһары | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Этнохороним |
Яманһарылар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Яманһары — Көйөргәҙе районындағы ауыл.
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ динамикаһы :
Дөйөм демографик күрһәткес[1] | |||||
Бөтә халыҡ | Халыҡтың үҙгәреше 2002—2009 | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
294 | 267 | -27 | -9,18 |
Күпселек милләт — башҡорттар (96 %).
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яманһары ауылы Көйәргәҙе районының көньяҡ- көнбайышында, Туғыҙтимер йылғаһы буйында урынлашҡан.
Арауыҡ алыҫлығы: [2]
- Район үҙәгенә (Ермолаево): 24 км
- Ауыл советы үҙәгенә (Бахмут): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 25 км
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яманһары районда иң боронғо ауылдарҙың береһе. Ул Туғыҙтимер йылғаһын һыулай. Яманһары ауылы үҙ тарихын ике быуаттан ашыу яҙа. Ауылға нигеҙ һалыусы шәхес — Яманһары старшина Яппаров — Пугачевҡа иң тәүгеләрҙән ҡушылыусы башҡорт түрәһе булыуы менән әһәмиәтле.
Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Һыуын-Ҡыпсаҡ волосына ҡараусы Яманһары ауылы тәү башлап тарихи документтарҙа 1755 йылда телгә алына.[3] Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының Яманһары ауылына нигеҙ һалыусы Мешәүле Ҡарағужаҡ кенәз вариҫы Яманһары Яппаров — 1768 йылдан алып шул исемдәге олоҫ старшинаһы. Хәҙерге көндә ике тарихи шәхестең: Мешәүле Ҡарағужаҡ кенәз менән Яманһары Яппаровтың был ауылдағы вариҫтары Түләгәнов, Йәмилев, Тураев, Байназаров фамилияларын йөрөтә[4]. Атайымдар үҫеп буйға еткәндә, ауылдың өс урамы була: Ҡушай, Шепшә, Аръяҡ. 100 йәште үтеп, мәрхүмә булған Файза өләсәйем Йосопова һөйләүе буйынса, бынан бер нисә быуат элек бер батыр йәшәгән, ти. Уның Ҡушат менән Шөпшәт тигән ике игеҙ улы булған. Улдары үҫеп, ир ҡорона еткәс, атаһы уларҙы өйләндереп, башҡа сығарған. Шулай итеп, Ҡушат менән Шөпшәт батырҙан ике туғандаш ырыу барлыҡҡа килгән. Уларҙың тоҡомдары Яманһары ауылына нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашҡан һәм шул ауылда ике урам булып урынлашҡан. Әле ул ике урамдың исеме үҙгәртелеп, халыҡ телендә Ҡушай менән Шепшә булып йөрөй. Аыуылыбыҙ эргәһенән аҡҡан Туғыҙтимер йылғаһының да, сабын туғайындағы Шығман тауының да, Ҡолсом, Ҡайынҡабаҡ, Ҡаран буйҙары, Сусаҡ, Әүлиә, Бағырлы тауҙарының да үҙ тарихы, үҙ легендалары бар.
Ауыл мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылғы революциянан һуң Яманһарыла мәҙрәсә асыла. Был тәүге уҡыу йорто булып һанала. Ғабдрахман мулла Түләгәнов (һуңынан указлы мулла булып китә) һәм Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлаған Хәмиҙулла мәзин Мағазов малайҙарҙы уҡыталар. Ҡыҙҙар менән Хәсбиямал абыстай мулланың өйөндә шөғөлләнә. Бөйөк Октябрь социалистик революцияһынан һуң элекке мәҙрәсә урыныда мәктәп асыла. 1911—1912 йылдарҙа мөғәллим Раян хәлфә Солтанғәлиев, 1915 йылдан яңы методлы мәктәп асылып, Ғәбиҙулла Вәлитов балаларға белем бирә.[5]. ХХ быуат башы халыҡтың яңылыҡҡа, белемгә ынтылыуы менән тарихта эҙен ҡалдырған. 1920 йылдың ғинуарында күрше Туғыҙтимер ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) башҡорт һәм татар башланғыс мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү маҡсатында өс йыллыҡ Сәйетҡол педагогия курстары асыла. Был Башҡортостанда беренсе совет махсус уҡыу йорто булып һанала. Уҡытыу беҙҙең яҡтарҙа киң билдәле булған, помещик Ипполит Шоттың колонналап төҙөлгән элекке контораһында алып барыла. Белемгә һыуһаған йәштәр тирә-яҡ ауылдарҙан ошо уҡыу йортона ағыла. Яманһары ауылынан да Ғәбдрәшит Мағазов, Әхмәҙулла Тураев, Сәғит Әлибаев, Әхмәтғариф Тураевтар әлеге курстарҙа белем алалар. Башҡорт мәғариф халыҡ комиссиариаты биология, физика, география, арифметика фәндәре уҡытыусыларын, психолог, агроном, табиптарҙы Мәскәүҙән, Петроград, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙан саҡырта. Стамбул педагогия институтын һәм экстерн рәүештә Санкт-Петербург педагогия институтын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған Хәбиб Зәйни иң беренсе уҡытыусыларҙан булып эш башлай.1920 йылда курс Советы Хәбиб Зәйни тәҡдиме менән Яманһары ауылында ла параллель рәүештә ошондай уҡ мәктәп асыла. Баштан уҡ өлгөлө мәктәп булып һанала ул: уны курстың педагогия советы етәкләй. Яманһарылағы был уҡыу йорто педагогик курстарҙың башланғыс мәктәп базаһы тип атап йөрөтөлә.Тыңлаусылар практиканы ошонда үтә. Педагогика нигеҙҙәрен өйрәнеү, дәрестәргә методик күрһәтмәләр, заманса педагогик теорияны практикала ҡулланыу ҡат-ҡат тикшерелә, һынау үтә. 1921 йылда курстар Ташлыға, һуңғараҡ Ырымбурға Карауанһарайға күсерелә. 1928 йылдарҙа Яманһары мәктәбендә 50-нән артыҡ балаға өс уҡытыусы (Вәли Боҫҡанов, Ислам Ҡаҙбулатов, Әхәт Хәлитов) белем бирә. 1936—1939 йылдарҙа Ырымбур Карауанһарайындағы Башҡорт педагогия техникумын тамамлаған Барый Ишкинин уҡыта. Ауыр һуғыш йылдарында Яманһары мәктәбен шул уҡ уҡыу йортон тамамлаған Хәтирә Баҡаева етәкләй. Ул заман уҡытыусылары Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һуғыш яланындағы геройҙарҙан кәм көс түкмәй. Был уҡытыусыларҙың һәр береһенең тормош юлы — үҙе бер тарих. 1946 йылда Хәтирә апай Баҡаева «Бөйөк Ватан һуғышында фмҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Һәр халыҡтың бөйөклөгө шәхестәр, улар ҡалдырған мираҫ, аҡыл ғилеме менән үлсәнә, тиҙәр. Шәхестәре күп булған халыҡ бер ҡасан да тарих биттәренән юғалмай.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яманһары Яппаров — Пугачев яуы полковнигы, старшина. Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырыла башлағас, батша ғәскәрҙәре яғына сыға, ышаныслы башҡорт титулы ала.
- Абдусәләмов Солтанморат Әбделмән улы (1870—1938) — совет дәүләт эшмәкәре.
- Ғәҙеләева Шәмсиә Яҡуп ҡыҙы -«Көйөргәҙе» ит етештереү совхозында һауынсы булып эшләгән, 1936 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә.
- Тураева Рафиға Вәлетдин ҡыҙы — «Көйөргәҙе» совхозының алдынғы һауынсыһы, 1971 йылда Ленин ордены менән бүләкләнгән.
- Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы — 112-се Башҡорт атлы дивизияһының политкомиссары, дәүләт эшмәкәре, БАССР-ҙың мәғарифының беренсе халыҡ комиссары, мәғариф министры.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әүлиә зыяраты. Был зыярат бик боронғо иҫәпләнә.
- Ауыл мәсете. Мәсет 2014 йылда элеккке клуб бинаһы базаһында асылды. Октябрь инҡилабынаса ауылда мәсет булған.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туғыҙтимер йылғаһы, Сусаҡтау, Сусаҡ соҡоро, Исхаҡ тауы, Олоһыу, Ҡаран шишмәһе, Ҡайын араһы урманы, Ҡабаҡ буйы, Таҡыр түбә, Йондоҙ урманы, Зәлифә туғайы, Иҫке йорт, Һәмән буйы, Ташаҫты, Бағырлытау, Бағырлыһыу, Ҡолсом туғайы, Саңныйорт.
Ауыл әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ришат Тураев. «Яманһары». — 2011 йыл.
- Әнүәр Әсфәндиәров. Башҡортостан ауылдары тарихы. — 1-се том.
- Венер Йәнбәков. «Яманһары» шиғыры.
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яманһары ауылында һыу үткәргесYouTube сайтында Видео [7]
- Яманһары ауылында мәсетYouTube сайтында Видео [8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ name='белешмә'
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ name=Тәлғәт Шаһманов. Мешәүле Ҡарағужаҡ нигеҙләгән ауылдар. «Юшатыр» гәзите, 1 июль 2010 йыл.
- ↑ «Юшатыр» гәзите, 1 июль 2010 йыл.
- ↑ name=Тураев Р. И. Ямансары.- Кумертау, 2010, 176 стр.)
- ↑ Көс-дәрт алабыҙ
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
2. Тәлғәт Шаһманов. Мешәүле Ҡарағужаҡ нигеҙләгән ауылдар. «Юшатыр» гәзите, 1 июль 2010 йыл.