Эстәлеккә күсергә

Яҡшай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яҡшай (Туймазы районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Яҡшай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°18′11″ с. ш. 53°26′53″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 835 005

ОКТМО коды

80 651 435 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яҡшай (Рәсәй)
Яҡшай
Яҡшай
Яҡшай (Башҡортостан Республикаһы)
Яҡшай

Яҡшай (рус. Якшаево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 93 кеше[1]. Ҡарат ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452779, ОКАТО коды — 80251835005.

Байлар улусының Яҡшай ауылында 1795 йылда 8 йортта 20 башҡорт йәшәгән. 1816 йылда 14 йорт хужалығында 80 башҡорт була, ә 1834 йылда 13 йортта ике енесле 118 кеше була. X ревизия 100 кеше күрһәткән. Башҡорт аҫабалары һанының кәмеүе уларҙың бер өлөшөнөң Иҫәкәй ауылына (хәҙерге Бишбүләк районы) күсенеүе менән аңлатыла. 1920 йылда бында тик башҡорттар ғына йәшәгән: 317 кеше (57 ихатала).

1843 йылда 118 башҡорт 56 бот ужым һәм 376 бот ярауай иген сәсә, 12 бот картуф ултырта.

Типтәрҙәр ауылда 1764 йылдан алып 1858 йылға тиклем йәшәгәндәр, һуңынан Күлбай ауылына (хәҙерге Йәрмәкәй районы) иҫәпкә индерелгәндәр. Типтәрҙәрҙе ҡабул итеү тураһында керҙәшлек килешеүе тексы бар. «1764 йылда (12 август) Яҡшай башҡорттары Тейминдикай Солтанов һәм мулла Ғабдрәшит Байраҡиев элек беҙҙең ағайҙар тарафынан был ауылға йорттар һалырға һәм беҙҙең менән бер тигеҙ Ҡазан юлы Өфө өйәҙе Байлар улусының бөтә йөкләмәләрен үтәргә индерелгән Нәзир Мратовты, Ғәбдрәшит Мратовты, Көҙрәк Мратовты ихатанан йылына 10 тин һәм бер юлы ихатанан 3-әр һум аҡса түләү менән (үҙҙәрендә ҡалдырғандар)»

Хәҙер Ҡыр-Йыландарҙың торамаһы тураһында бер нисә һүҙ.

1795 йылда Яҡшай ауылында 29 башҡорт (8 ихатала) һәм татарҙарҙан 17 типтәр (5 йортта) йәшәгән. 1816 йылда — 27, 1834 йылда — 108, 1859 йылда — 110 башҡорт, 1870 йылда — 142 башҡорт һәм мишәр, 1920 йылда — 571 типтәр һәм башҡорттар була. Күренеүенсә, ХIX быуат аҙағынан этник сығышы тулыһынса аныҡ билдәләнмәгән. Ауылда башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән.

Ауылдың антропонимик атамаһы ваҡыт-ваҡыт үҙгәреп тора: 1870 йылда Яҡшай ауылының икенсе исеме — Муса (1820 йылға тиклем бында 1742 йылда тыуған Муса Такав йәшәгән). 1905 йылда Муса-Яҡшай Мостафа, 1920 йылда — Мостафа (Муса) тип атала. Ә бөгөнгө көндә баштағы исеме аҫтында билдәле — Якшай.

1843 йылда 108 башҡорт 56 бот ужым һәм 376 бот ярауай иген сәсә. Картуфты 12 бот ултыртҡандар[2].

Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 571
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 399
1959 йыл 15 ғинуар 326
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 152
2002 йыл 9 октябрь 97
2010 йыл 14 октябрь 85

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр татарҙар (66 %), башҡорттар (34 %)[4].

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 47 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡарат): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 47 км.

Урам исеме[6]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 255. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Яҡшай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Яҡшай ауылы