Эстәлеккә күсергә

Ҡуяныш (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуяныш
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Ҡуяныш (рус. Куяныш) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.

Күл Силәбе өлкәһенең Кәҫле районында урынлашҡан. Силәбе өлкәһенең төньяҡ өлөшөндә, Свердловск өлкәһе сигенән барлығы 3 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Географик координаттары: оҙонлоғо — 61°27′32.84″E (61.459123), киңлеге — 56°17′37.6″N (56.293778).

Ярындағы тораҡ пункттар: төньяҡ ярында — Гай ҡасабаһы, Кәҫле ҡалаһына ара — 62 км. 11 км алыҫлыҡта — Бәғерәк.

Силәбегә тиклем араһы — 150 км, Екатеринбургҡа — 110 км, Каменск-Уралға — 28 км[3]

Максималь киңлеге — 3,3 км һәм оҙонлоғо — 2,5 км. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 205,58 м. Күл көҙгөһө майҙаны — 6,68 км²[3].Максималь тәрәнлеге — 2,8 метр, уртаса тәрәнлеге — 2,3 метр[2].

Ҡуяныш оҙонса түңәрәк һыҙатлы. Һыуының үтәҙеклеге 2 метрға етә. Йәй күл өҫтөн һыутәңкә ҡаплай.

Төбө ташлы. Күл ярын ҡамыш баҫҡан, һыуына инер урындар әҙ, улар күберәк Гай ауылы янында тупланған. Ҡуяныш күленән һыу ағып, көнбайыштараҡ урынлашҡан Травяное күленә төшә[3]

Күлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә атама «ҡуян» һәм -ыш аффиксы ҡушыу юлы менән яһалған тип яҙа[4][5].

1957 йылда «Маяҡ» химкомбинатында (Озёрск ҡалаһы) ҡалдыҡтар атмосфераға сыҡҡандан һуң төҙөлгән картала Ҡуяныш күлендә радиоактив эҙ билдәләнгән. 2010 йылдағы үлсәүҙәр күлдәге табан балығында нурланыш барын күрһәткән. Әммә күлдән балыҡсылар бер ваҡытта ла өҙөлмәй[3].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Озеро Куяныш 2019 йыл 24 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Куяныш
  4. Шувалов Н. И. Куяныш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  • Шувалов Н. И. Шаблиш // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7