Һабанай (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һабанай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Һабанай (рус. Сабанай) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һабанай Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Уйылды ҡасабаһынан 2,5 км алыҫлыҡта, Ҡыштым ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан.Ошонда уҡ шул исемдәге шифахана һәм башҡа ял йорттары урынлашҡан. Был шифахана күлдән алынған шифалы батҡаҡты файҙалана һәм шуның менән дан тота.

Һабанай тау алды һыҙатындағы үҙ-ара каналдар менән бәйле биш күлдең береһе, Уйылды тәбиғәт-территориаль комплексына инә. Ҡасандыр уларҙы ағас ағыҙыу өсөн файҙаланған булғандарҙыр, хәҙер унда һаҙланған ҡылымыҡтар ғына ҡалған. Шундай ҡылымыҡтарҙың береһе Һабанайҙы Задагүл (рус. Зибикуль) менән тоташтыра.

Координаттары: 55°33'15"N 60°36'9"E [1]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гидронимдың килеп сығышына бәйле өс фараз йәшәп килә. Береһе буйынса атама май айының боронғо Һабанай тигән башҡортса аталышына бәйле. Икенсеһе буйынса атама пушту телендәге "сабанай" - "иртәнге" тигәндән алынған[2].

Өсөнсө вариант иһә киң билдәле географ, топонимист, Силәбе өлкәһенең топонимикаһын ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының фольклорын төптән өйрәнгән Шувалов Николай Иванович яҙмаларында бәйән ителә: Сабанай, озеро, территория города Кыштыма. От распространенного в прошлом у башкир древнего мужского имени Сабанай, с основой сабан — «плуг» и именным аффиксом -ай, придающим уменьшительно-ласкательный оттенок [3][4].

Йәғни, Н. И. Шувалов гидронимдың килеп сығышын эш ҡоралы - һабан+һүҙ яһаусы -ай ялғауы ҡушылыуҙан килеп сыҡҡан тип ир-ат исеменән ғибәрәт тип һанай.Башҡорт телендә "һабан" һүҙе менән яһалған йәнә бер нисә исем бар: Һабанаҡ, Һабанғол, Һабансы [5], шуға күрә атаманың антропонимдан килеп сығыуы хәҡиҡәткә яҡыныраҡтыр.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 223 бит
  • Шувалов Н.И. Катай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Озеро Сабанай
  2. Озеро Сабанай
  3. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
  5. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 115-116-сы биттәр

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]