Һаранғы
Һаранғы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Урын | Арғаяш районы |
Һаранғы - рус. Сарсанги, Саранги - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл[1]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһенең географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип аңлата:
От распространенного в прошлом у башкир и татар мужского имени Саранги и Саран, с основой саран — «скупой», «жадный», -ги, -гы — именной аффикс[2].[3]
Гидроним нисектер рус. Сарсанги рәүешенә лә инеп киткән.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаранғы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынында, ике уба араһында урынлашҡан.
Силәбенән - 40 километр, Екатеринбургтан – 170 километр алыҫлыҡта ята.
Йыраҡ түгел Оҙонгүл, Тәрәнкүл, Күсәрге, Күрге һәм Өйрәкте күлдәре.
Тораҡ пункттар: Оҙонгүл һәм Илембәт ҡасабалары, Журавли дача ҡасабаһы [4].
Географик координаттары: киңлеге - 55°25′57.48″N (55.432632), оҙонлоғо - 61°16′30.73″E (61.275204).
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Максималь тәрәнлеге: 2,5м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1,5*1,35км
- Һыуының үтәҙеклеге, таҙалығы: һыуы болғансыҡ, үтәҙеклеге 1 метрҙан кәм.
- Һыуын туйындырыусы сығанаҡтар: яуым-төшөм.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 216 м
Төбө ҡомло[1].
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең яр буйҙарын ҡуйы ҡамышлыҡ һәм күрән баҫҡан.
Һыуы һай булғанлыҡтан даими рәүештә балығы тонсоға.
Күлдә табан балыҡ, себер сабағы, рипус тереклек итә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сарсанги
- ↑ Шувалов Н. И. Саранги// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Саранги
- ↑ Сарсанги (озеро) 2019 йыл 17 июнь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сарсанги
- Сарсанги (озеро) 2019 йыл 17 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. Саранги// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7