Азар
Азар | |
ғәр. آزر | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған ере: | |
Үлгән ере: | |
Дине: Ағымы: |
|
Балалары: | |
Ҡөрьән шәхесе | |
Тиңләнә: |
Фарра, Терах |
Категория: | |
Ҡөрьәндә телгә алыу: |
Азар (ғәр. آزر, рус. Азар) — Ҡөрьән персонажы, Ибраһим пәйғәмбәрҙең атаһы. Скульптор һәм бабил Намруд ғибәҙәтханаһында һынташтарҙы һаҡлаусы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолман риүәйәтенә ярашлы, Азар һынташтар эшләгән, ә Ибраһим малай сағында уларҙы баҙарҙа һатҡан[1]. Ибраһим пәйғәмбәр уны һынташтарға табыныуҙан баш тартырға саҡыра, әммә ул быны тыңламай: «Бына Ибраһим (Авраам) атаһы Азарға былай тип әйтә: „Һин һынташтарҙы илаһтар тип иҫәпләйһеңме? Һинең һәм халҡыңдың күрәләтә яңылышыуығыҙҙы күрәм“»[2].
Библияла Авраамдың атаһы исеме Терах. Бындай айырма килеп сығыуҙы ҡайһы бер мөфассирҙар Азар — батша һарайындағы ҡушамат йәки титул булғандыр, тип аңлата. Башҡа ғалимдар (мәҫәлән, әс-Сүйүти Ибн Ғәббәскә һылтана), ғәмәлдә Азар Ибраһимдың үҙ атаһы түгел, ә үгәй атаһы йәки атаһының ағаһы булған, тип иҫәпләй[3]. Тарухты (Фарра) үҙ атаһы тип атайҙар, ул Ибраһим бәлиғ булғанға тиклем үлгән, тәҡүә һәм иманлы кеше булған һәм һынташтарға табынмаған[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [56 Азар] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Али-заде, А. А. [759 Тарух] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Пиотровский М. Б. Aзар // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 15. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |