Эстәлеккә күсергә

Андреевка (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Андреевка
Андреевка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Координаталар

54°14′08″ с. ш. 55°42′27″ в. д.HGЯO

Милли состав

урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 852 003

ОКТМО коды

80 605 452 106

ГКГН номеры

0519081

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Андреевка (Рәсәй)
Андреевка
Андреевка
Андреевка (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Андреевка

Андреевка (рус. Андреевка) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 235 кеше[1]. Почта индексы — 453489, ОКАТО коды — 80205852003.

Андреевка ауылы Туҡай ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан. Был алпауыт Аристовтың ҙур ауылы. Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусында ауылға 1791 йылда алпауыт подполковник Андрей фон Шмит нигеҙ һала һәм уның хөрмәтенә атала. 1795 йылда унда 20 ир-ат йәшәй, улар Евгений Аристовтың крепостной крәҫтиәндәре була. 1861 йылғы реформанан һуң күп крәҫтиәндәр төрлө урындарға китә. Бында 11 йорт ҡала. Халыҡтың бер өлөшө 1890 йылда үҙенең алпауытынан 100 дисәтинә ер һатып ала һәм Шмитовка ауылына нигеҙ һала, әммә Андреевкала йәшәй. Сиркәү булған, улус идаралығы урынлашҡан. 1906 йылда шулай уҡ сиркәү‑мәхәллә мәктәбе теркәлгән. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 210
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 588
1959 йыл 15 ғинуар 288
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 207
2002 йыл 9 октябрь 227
2010 йыл 14 октябрь 235 121 114 51,5 48,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - урыҫтар (83 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, сиркәү, магазиндар бар.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Скорбященско-Богородицкая сиркәүе, кирбестән, 1870‑се йылдарҙа һалынған, архитектура ҡомартҡыһы

  • Йырын урамы (рус. улица Овражная)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[5]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 59. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Госсправка сайтында урамдар исеме