Йәрмөхәмәт (Туймазы районы)
Ауыл | |
Ермухаметово башҡ. Йәрмөхәмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452765 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Йәрмөхәмәт (рус. Ермухаметово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 651 кеше[2]. Ҡандра ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251827002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәрмөхәмәт ауылына 1738 йылдың 14 июлендәге «Ҡармасан йылғаһы буйында һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәү өсөн» ҡанлылар тарафынан ҡабул ителгән Йылан улусы Ҡасай ауылы башҡорттары нигеҙ һала. Уны төҙөүҙә Троицк өйәҙе Әйле улусының элекке аҫабалары йыландар менән бергә ҡатнаша. Аҫабалар ауыл халҡының күпселек өлөшөн тәшкил итә. Беренсе күскенсе хөрмәтенә аталған.
1795 йылда 31 ихатала 245 кеше, 1834 йылда 43 ихатала 499 кеше, 1859 йылда 102 ихатала 787 башҡорт, 1870 йылда 143 ихатала 891 башҡорт, 1895 йылда 217 ихатала 1257 кеше, 1905 йылда 243 ихатала 1480 кеше һәм 1920 йылда 349 ихатала 1574 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, мәктәп, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 тирмән, бакаля кибте, мөгәзәй теркәлгән.
1895—1905 йылдарҙа сығанаҡтарҙа милли билдә юҡ, 1920 йылда бөтә халыҡ — типтәр. Әммә бында ла алдағы ауыл тураһында әйтелгән күренеш күҙәтелә. Эш шунда: XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ҡанлыларҙың керҙәштәре булып киткән башҡорттар буласаҡ Троицк өйәҙенең Әйле улусынан сыҡҡан башҡорттар. Шулай итеп, Йәрмөхәмәт ауылы халҡы — элекке аҫаба-әйлеләр.
1838 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1777 йылда тыуған, 11-се башҡорт полкы составында һуғышҡан зауряд-есаул Йосопов Иманғол Илек улы тере була. Уның улдары Абдулгәрәй (17 йәш), Арыҫлангәрәй (5), Сәйетгәрей (4), Яҡуп (1).
1843 йылда 499 башҡорт 472 бот ужым һәм 2328 бот яҙғы иген сәсә[3].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда башҡорттар йәшәй. Халыҡ «Йәрмөхәмәт» ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй. Икмәкхана, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҫәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1574 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1431 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 943 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 764 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 709 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 651 | 328 | 323 | 50,4 | 49,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли состав
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләт башҡорттар (79 %)[4].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Нөгөш йылғаһы (Өҫән йылғаһы бассйны) буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[5]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 40 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡандра-Ҡотой): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 7 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иманғол Йосопов (1780—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Дауытов Əкрəм Сөнəғəт улы (17.11.1914—9.01.1986), үҙешмәкәр композитор, йыр текстары авторы, уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Батальон командиры, гвардия майоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1964). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Төрлө ижади конкурс һәм бәйгеләр лауреаты.
- Савко Зөлфирә Хәмит ҡыҙы (15.01.1947), хеҙмәт ветераны, китапханасы. 1974—2008 йылдарҙа Дуҫлыҡ ауыл китапханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)[6].
- Әбүбәкеров Әкрәм Әғзәм улы (рус. Абубакиров Акрам Агзамович) (1910—1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында повозочный (арбасы) булып хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы. Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) Йәрмөхәмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
- Ҡотдосов Наил Яҡуп улы (19 октябрь 1941 йыл — 7 июнь 1995 йыл) — ғалим-зоотехник, яҙыусы һәм журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1964 йылдан КПСС, 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1993). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт. Савко Зульфира Хамитовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2022)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәрмөхәмәт (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2022)
- Ермухаметово // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.
- Ермухаметово на портале «Генеалогия и Архивы»
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- YouTube сайтында История одного села. Ермухаметово. Туймазинский район
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |