Эстәлеккә күсергә

Татар-Олҡан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Татар-Улканово
башҡ. Татар-Олҡан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл биләмәһе

[[Татар-Олҡан ауыл Советы (Туймазы районы)|Татар-Олҡан ауыл Советы]]

Координаталар

54°37′27″ с. ш. 53°53′39″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1736

Элекке исеме

Олҡан

Халҡы

691[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452773

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 865 001

ОКТМО коды

80 651 465 101

ГКГН номеры

0522497

Татар-Улканово (Рәсәй)
Татар-Улканово
Татар-Улканово
Татар-Олҡан (Башҡортостан Республикаһы)
Татар-Улканово

Татар-Олҡан (рус. Татар-Улканово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 651 кеше[2]. Почта индексы — 452773, ОКАТО коды — 80251865001.

Олҡан милли ҡатнаш ауылы, дөрөҫөрәге, уның тик башҡорт халҡы менән генә өлөшө 12-се башҡорт кантонының 15-се тирмәһенә ҡарай. Типтәрҙәр үҙҙәренең старшиналарына буйһонған, татарҙар үҙҙәренекенә буйһонған.

Ауыл яҙма сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр 1736 йылда телгә алына. Ауылда керҙәштәр йәшәгән. Улар башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, типтәрҙәр ҙә булған. Быҙаулыҡ өйәҙенең Тамъян улусы башҡорттары Ҡыр-Йылан аҫабалары тарафынан 1736 йылдың 1 ғинуарындағы килешеү хаты менән ҡабул ителәләр, дөрөҫөрәге, уларҙың Олҡан ауылында электән булыуҙары законлаштырыла. Хатта улар сыҡҡан Бурһыҡ (Барсуково) ауылының исеме лә күрһәтелгән. Килешеүҙе ҡыр-йыландар менән тамьяндарҙан Ҡасим Бикметов төҙөй, ул индергән өсөн 100 һум түләй һәм бер ихатаға йылына 10 тин аҡса түләргә ризалаша. Керҙәштәрҙе Ҡыр-Йылан аҫабалары Күлбай Тәңкәев, Мәҡсүт Абдуллин, Усман Бирҙебаевтар индерәләр, улар бер исемдәге тораҡ пункттың тәүге күскенселәре булараҡ билдәле.

1795 йылда 113 кеше теркәлгән, 1865 йылда 122 йорт хужалығында 674 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 4 һыу тирмәне булған. 1906 йылда (хәҙерге исеме) 2 мәсет, 4 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

1834 йылдағы VIII ревизияға ярашлы, ҡыр-йыландарҙың керҙәштәренә әйләнгән һәм 1736 йылға тиклем Олҡан ауылында төпләнгән был башҡорт-тамъяндарҙың исемдәрен атап үтәйек, сөнки артабан улар этник сығышы буйынса түгел, ә социаль билдә буйынса керҙәштәр булараҡ ҡына күрһәтелгәндәр. Был исемдәр: Сәйфулла Мостаҡимов, 48 йәш; Мостафа Йөҙәкәев (71), уның улдары Мозафар (40), уның балалары Мөхәмәҙйәр (16), Мөхәмәтгәрәй (5), Мөхәмәтсадиҡ (3); Абдулғафар (35), улдары Ғайнан (5), Ғилман (2 ай). Рәхмәтулла Бикташев (68), уның улдары Сәйфулла (1787—1833), уның улы Ғөбәйҙулла (7); Зәйнулла (43), уның улдары Шәйәхмәт (19); Миңлебай (12); Рәхмәтулланың ҡустылары Ғәйнулла Ғәбиҙуллин (38), уның улы Вәлиулла (6 ай) туғаны; Ниғмәтуллин Сибәғәтулла (33); Рәхмәтулланың ике туған ҡустыһы Аҙнағол Абзанов (41). Яманғолов Рәхимҡол (Иманғолов 1775—1825), уның ҡустылары Хисаметдин (39), Хәлит (36), уны улы Хәмит (9); Миңләш (30), уның улы Аҫылгәрәй (6 ай). Яманғолов Имаҡай (1765—1823), уның улы Әбделвәхит (39); ҡустыһы Исламғол (1773—1820), уның улы Шәмсетдин (33), ейәне Шаһимәрҙән (3). Әлибай Аҙнәев (1758—1831), уның туғаны Зәйнилғәбдин Миңлеғолов (43), улы Шаһиәхмәт[3].

Ауылда башлыса типтәрҙәр, башҡорттар, сыуаштар йәшәгәндәр. Марк Григорьев етәкселегендәге сыуаштар 15 ир-ат иптәштәре менән (Ҡаҙан губернаһы Ядрин өйәҙендә тыуғандар) 1834 йылдың 5 мартындағы ҡабул итеү хаты менән ауылға индереләләр. Уларҙың килгән урындары ла билдәле: Ҡазан губернаһының Ядрин өйәҙенән Әлкә (шулай уҡ «Караево ла»), Йәнмурҙа (шулай уҡ «Утәй»). Ауылдың керҙәш халҡы шулай формалашҡан. Бында аҫабалар булмаған. Типтәрҙәрҙең этник сығышы билдәһеҙ. Байтаҡ ваҡыт үткәс, хеҙмәт итеүсе татарҙар типтәрҙәр составына инә. Сыуаштар дәүләт крәҫтиәндәре ҡатламынан булғандар, 1862 йылда крепостнойлыҡты бөтөрөү тураһындағы манифест баҫылып сыҡҡандан һуң, улар 1870 йылда 3-4 саҡырым алыҫлыҡта 40 ир-ат һәм 52 ҡатын-ҡыҙ булған 15 ихатанан торған үҙ тораҡ пунктын булдыралар. 1905 йылда был ауылдар исемдәре менән дә айырылалар: татар Олҡаны һәм сыуаш Олҡаны. 1920 йылда улар хәҙерге кеүек атала: Татар-Олҡан һәм Сыуаш-Олҡан. 1905 йылда Сыуаш-Олҡанда 35 йортта 110 ир-ат һәм 98 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, 1920 йылда 49 ихатала — 122 ир-ат һәм 123 ҡатын-ҡыҙ сыуаш булған[4]. Бында XIX быуат аҙағынан башланғыс училище булыуы билдәле.

Ауыл исеме тураһында бер нисә һүҙ. Шул уҡ исемле йылға буйында урынлашҡан. Әммә гидроним антропонимдан — типтәр Олҡан исменән килеп сыҡҡан. Уның улы Итей Олҡанов (тамға £) 1792 һәм 1795 йылдарҙа хеҙмәтле татарҙарҙы индереүҙә ҡатнаша. Уның менән бергә килешеү хаттарында үҙҙәренең тамғаларын башҡорт Мостафа Исмеев, типтәрҙәр Балтаҡай Аҙнағолов (улдары Хөсәйен, Баҡый), Әбйәлил ҡуялар. Баҫылып сыҡҡан сығанаҡта Өфө провинция канцелярияһының 1779 йылдағы указы буйынса Олҡан ауылына типтәрҙәрҙе ҡабул итеүҙең дөрөҫ булмаған датаһы күрһәтелгән.

Совет осоронда ауылға күрше бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә күсенәләр, сөнки уларҙа тейешле инфраструктура булмай — әлеге ваҡытта был тораҡ пункттар даими йәшәгән халыҡһыҙ һаналалар (Сулпан, Һалҡыншишмә).

Ололарҙың һөйләүҙәре буйынса революцияға тиклемге осорҙа ауылда 3 мәсет һәм мәҙрәсә булған, Улар тирәләй мәхәлләләр барлыҡҡа килә: беренсеһе — үҙәк мәсет мәхәлләһе, икенсе мәхәллә «Әпеш» исеме менән (тирмәне ауыл ситендә урынлашҡан тирмәнсе исеменән алынған) ауыл осонда , өсөнсөһө — Мичурин урамындағы күл эргәһендә урынлашҡан. Үҙәк һәм күл буйындағы мәсеттәрҙән көнбайыштараҡ ауылдың «Сатра» тип аталған (ауылдың икенсе өлөшөндә урынлашҡан терәкле бағана — "сатыр бағана"нан ҡыҫҡартып алынған) осо торған, ә көнсығышта — «Әпеш» осо. Хәҙерге ваҡытта бер ағас мәсет бар (революцияға тиклемге үҙәк мәсет урыны эргәһендә яңынан төҙөлгән, мәсеттең элекке урынында фельдшерлыҡ пункты урынлашҡан). Әгәр революцияға тиклемге осорҙа ауылда мәҙрәсә булһа, совет осоронда беренсе башланғыс мәктәп 1919 йылда Нәғим Ғөбәйҙуллин йортонда асыла, 1920 йылда беренсе мәктәп бинаһы төҙөлә (уҡыу ғәрәп, һуңыраҡ латин графикаһы буйынса алып барыла). Тәүге уҡытыусылары Нәғим ағай, Сәйетов, Шәрипов, Сажиҙә Бәширова[5].

Ауылда тыуғандар йәки йәшәгәндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Вәлиев Камил Мөхәмәтшакир улы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Әлмәт татар драма театрының художество етәксеһе, Татар-Олҡан мәктәбендә уҡый.[8];
  • Сәләхетдинов Тәнзил Мәғәсүм улы, ауылдың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына нигеҙ һалыусы (1986 йылдан эшләй)[5];

Ауылда башҡорттар, татарҙар йәшәй. Халыҡ «Уңыш», «Ҡоштар донъяһы», «Камила» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙә, «Росинка» крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, «Рәсәй почтаһыһы» бүлексәһе, Татар-Олҡан Рәсәй һаҡлыҡ банкы бүлексәһе бар.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1420
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 762
1959 йыл 15 ғинуар 652
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 750
2002 йыл 9 октябрь 633
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Һалҡыншишмә йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[13]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 21 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 21 км.

Урам исеме[14]:

  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Юл урамы (рус. улица Дорожная)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Мал зыяраты биләмәһе (рус. территория Скотомогильник)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Мичурин тыҡрығы (рус. переулок Мичурина)
  • Карл Маркс урамы (рус. улица Карла Маркса)
  • Коммунистик урамы (рус. улица Коммунистическая)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Матросов урамы (рус. улица Матросова)
  • Мичурин урамы (рус. улица Мичурина)
  • Нуриманов урамы (рус. улица Нуриманова)
  • Баҫыу (урамы) (рус. улица Полевая)
  • Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)


  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 255. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 255. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. 5,0 5,1 5,2 Историко-краеведческий музей МБОУ СОШ с.Татар-Улканово - online presentation. en.ppt-online.org. Дата обращения: 16 ноябрь 2021.
  6. Известные люди Туймазинского района. maps.kulturarb.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2021. 2020 йыл 22 февраль архивланған.
  7. Указ Президента Республики Башкортостан от 22.12.1995 № УП-789 - Сейчас.ру. www.lawmix.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2021.
  8. Валиев Камиль Мухамметшакирович | Альметьевский драматический театр. www.almetteatr.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2021.
  9. Шарипов Раушан Тимерянович. kazgik.ru. Дата обращения: 20 ноябрь 2021. 2021 йыл 20 ноябрь архивланған.
  10. Список депутатов Верховного Совета БАССР 7-го созыва (рус.) // Википедия. — 2020-12-08.
  11. Нурғәлиев Рифҡәт Әхмәтғәле улы. [[Башҡортостан Республикаһы]], [[Туймазы районы]], [[Татар-Олҡан]] ауылы. rbvideo.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2021.
  12. eLIBRARY.RU - Фаттахов Марсель Масалимович - Анализ публикационной активности. www.elibrary.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2021.(недоступная ссылка)
  13. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  14. «Налог Белешмәһе» системаһында Татар-Олҡан ауылы