Эстәлеккә күсергә

Ғәфүр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Гафурово
башҡ. Ғәфүр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл Советы

Ғәфүр

Координаталар

54°31′30″ с. ш. 53°41′46″ в. д.HGЯO

Халҡы

1083[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452754

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 817 002

ОКТМО коды

80 651 417 106

ГКГН номеры

0522482

Гафурово (Рәсәй)
Гафурово
Гафурово
Ғәфүр (Башҡортостан Республикаһы)
Гафурово

Ғәфүр (элекке исеме Ҡарамалы-Вәлит; рус. Гафурово; Карамалы-Валитово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1022 кеше[2]. Ғәфүр ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452754, ОКАТО коды — 80251817002.

Ауылдың исеме Ғафур тигән кеше исеменән алынған[3]. Совет историографияһы рухында яҙылған рәсми версия буйынса, Ғәлим Ғәфүров — граждандар һуғышы геройы, ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Туймазы районындағы колхоздың тәүге рәйестәренең береһе.

Ҡыр-йыландарҙың аҫаба ерҙәрендә 1780 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса индерелгән Тамьян улусының Нуғай юлы Муса ауылы башҡҡорттары тарафынан «Ҡарамалы-Вәлит» булараҡ нигеҙ һалына.

Башҡорт һәм татар керҙәштәре торамаһы Ҡарамалы-Вәлит ауылы 8-се тирмәгә ҡарай. Атамаһы гидронимдан һәм антропонимдан, әммә сығанаҡтарҙан Вәлит билдәһеҙ. Халыҡ түбәндәгесә барлыҡҡа килгән: «элек-электән 11 ихатала йылына ихатанан 10-ар тин түләп йәшәгән» Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тамъян улусы Муса ауылы (хәҙерге Мәләүез районы Иҫке Муса ауылы) башҡорттары Суракай, Ҡолғанай, Ҡолсура, Ишмөхәмәт Сөйөшевтар, Монасип Чураков, Ниғмәтулла һәм Ғөбәйҙулла Миңлебаевтар, Котло һәм Мәһәҙей Ҡолсуриндар һәм башҡалар 1780 йылдың 17 октябрендә ҡыр-йыландар менән рәсми рәүештә керҙәшлек килешеүе төҙөйҙәр. Ҡыр-йыландар уларҙы 87 һумға индерәләр. 1841 йылда шул башҡорттарҙың вариҫтары бер документҡа тамғаларын ҡуялар йәки ҡул ҡуялар: Мөхәмәтйәр Ҡолғанаев «ҡул ҡуя», Юныс Мағадиев (ҡул ҡуя), Иблий Чураҡаев — тамға, Ғабдулатиф Кулганаев — тамға, Дәүләтша Ҡотлоев — тамға, Инан Хәсәнов (ҡул ҡуя), Сәйфетдин Мөхәмәтшин — тамға, Сатый Аблаев — тамға, Ниғмәтулла Миңлебаев — тамға, Сәйфулла Мөхәмәтшин — тамға, Мусаҡай Шәмсетдинов — тамға, Хәйбулла Ниғмәтуллин — тамға, Зәйнетдин Хәсәнов — тамға. Бурһыҡ (Барсуково) ауылынан Ғабдрәхим Ғабдулкәримов бында 1826 йылдан алып йәшәй.

1780 йылдың 7 авгусында ҡыр-йыландар яһаҡлы татар Ғәбделҡәрим Ҡасанаевҡа 4 ихаталы «иптәштәре менән» Ҡарамалы-Вәлит ауылында йәшәргә рөхсәт итә, уларҙан һәр йорт өсөн икешәр һум һәм тағы ла йыл һайын 10-ар тин оброк ала.

1784 йылдың 4 июнендә, Илсембәт ауылының Ҡыр-Йылан башҡорттары 24 кеше йәшәгән 6 ихата яһаҡлы татарҙарҙы, Ҡарамалы-Вәлит ауылында йәшәүселәрҙең ризалығы менән, аҫабаларға йылына ихатанан 10-ар тин түләү шарты менән «30 йыл дауамында йорт һалырға һәм йәшәргә» тип Ҡарамалы-Вәлит ауылында үҙҙәренә ҡараған аҫаба ерҙәренә индерәләр.

Улар араһында Ғәбдрәшит Ғәбдрахманов, Шәрип Сәғитов, Сәйфулла Балтачев, Шәриф Әсйәнов та була, һуңынан улар типтәр булып китәләр.

Ауылда 1783 йылда — бөтәһе 74 кеше, 1795 йылда — 102, 1816 йылда — 126 (ир-ат), 1834 йылда — 176 (ир-ат), 1850 йылда — 233 (ир-ат), 1859—283 (ир-ат), 1870 йылда — 841 (бөтәһе), 1917 йылда — 2087 (ике енес), 1920 йылда — 1735 кеше йәшәгән.

Дәүләт крәҫтиәндәре ҡатламына ингән яһаҡлы татарҙар Ҡаран-Бишенде, Өйәҙетамаҡ, Мулла, Зиштәк ауылдарынан күсеп килеүселәр иҫәбенә тулылана. 1870 йылда типтәрҙәр башҡорттар составында күрһәтелә, 1920 йылда өҫтөнлөк иткән милләт итеп башҡорттар билдәләнә. Әммә был 1917 йылда халыҡтың яртыһынан ашыуын тәшкил иткән татарҙар һәм типтәрҙәрҙең булмауын аңлатмай.

1812 йылғы Ватан һуғышында 5-се башҡорт полкы составында Мөхәмәҙиәр Ҡолғанаев ҡатнаша, уның «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалы була. Уның улы Әлимғол исемле булған.

XIX быуаттың икенсе яртыһында ауылда мөгәзәйҙәр (2), тимерлек, тирмән булған. Мәсет булған. 1906 йылда 2 мәсет, ел тирмәне, тимерлек, 2 мөгәзәй теркәлгән.

1843 йылда 183 башҡортҡа 16 бот ужым, 976 бот яҙғы иген сәселә. Улар 32 бот картуф ултырталар[4]. 1931 йылдан алып хәҙерге исемен (беренсе колхоз рәйесе Ғ. Ғәфүров хөрмәтенә) йөрөтә[5].

Ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Спорт‑күңел асыу йәштәр үҙәге бар. Башҡорттар йәшәй (2002)[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1735
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1507
1959 йыл 15 ғинуар 1112
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 939
2002 йыл 9 октябрь 990
2010 йыл 14 октябрь 1083

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (79 %) йәшәй[7].

Алыҫлығы:[8]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 10 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Дуҫлыҡ): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 10 км.

Урам исеме[9]:

  • Исемһеҙ урам (рус. улица Безымянная)
  • Исемһеҙ тыҡрығы (рус. переулок Безымянный)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Коммунистик тыҡрығы (рус. переулок Коммунистический)
  • Коммунистик урамы (рус. улица Коммунистическая)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Тыныс урам (рус. улица Мирная)
  • Яңы урам (рус. улица Новая)
  • Йәштәр тыҡрығы (рус. переулок Молодежный)
  • Яңы тыҡрыҡ (рус. переулок Новый)
  • Яңы тыҡрыҡ (рус. переулок Новый)
  • Юл буйы урамы (рус. улица Придорожная)
  • Таң урамы (рус. улица Рассветная)
  • Шишмә урамы (рус. улица Родниковая)
  • Миләшле урамы (рус. улица Рябиновая)
  • Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Ҡарағайлы урамы (рус. улица Сосновая)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. переулок Школьный)
  • Социалистик урамы (рус. улица Социалистическая)
  • Теплица урамы (рус. улица Тепличная)
  • Тын урам (рус. улица Тихая)
  • Хеҙмәт урамы (рус. улица Трудовая)
  • Икмәк урамы (рус. улица Хлебная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Яҡты урам (рус. улица Ясная)


Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 256. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 250. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Ғәфүр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Ғәфүр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  9. «Налог Белешмәһе» системаһында Ғәфүр ауылы