Үрге Бишенде
Ауыл | |
Верхние Бишинды башҡ. Үрге Бишенде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452797 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Үрге Бишенде (рус. Верхние Бишинды; боронғо атамалары Бишенде, Оло Бишенде, Урта Бишенде ) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 708 кеше булған[2]. Үрге Бишенде ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452797, ОКАТО коды — 80251810001.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың атамаһы ‘үрге’ һүҙе һәм Бишенде йылғаһының исеме ҡушып яһалған[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыр-Йылан улусының аҫаба ерендә Бишенде йылғаһы буйында шул уҡ исемле ауылдар урынлашҡан. Шуларҙың береһе — Үрге (йәки Урта) Бишенде, ҡыр-йылан башҡорттарының тораҡ пункты. Бына уларҙың исемдәре: Балтаҡай Байгилдин, Хәсән һәм Мөхәмәтйән Балтаҡаевтар, Сәйфүлмөлөк Шаҡаев, Усман Әмиров, Миңлебай Ярмөхәмәтов, Ғабдулла Ишҡулов, Абдулнасир Юлдашев, Габдулваһап Юлбарисов, Афлатун Рамазанов, Батырша Мөрсәлимов, Йәғәфәр Үтәғолов, Монасип Мөҡсинов, Шәһиәхмәт Ишмөхәмәтов, Әбдрәшит һәм Әбдрәзаҡ Мортазиндар, Исламғол Аҙнағолов (улдары Мырҙағол, Рамаҙан), Юлбарис Ҡорбанғолов, уның улдары Юлдаш, Әбделвәхит, Рахманғол.
Ауыл башта Бишенде тип атала, XVIII быуаттың икенсе яртыһында Түбәнге Бишенде ауылы барлыҡҡа килгәс, ауыл хәҙерге исемен ала.
XVIII быуаттың 40-сы йылдары аҙағынан ауыл милли ҡатнашҡа әүерелә. Өфө губернаһы канцелярияһының 1747 йылдың 17 мартындағы указына ярашлы был ауылға 7 ихатаһы менән яһаҡлы татар Бикмәт Бигашев күсеп килә. 1760 йылдың 9 мартындағы килешеүгә ярашлы, Ҡыр-Йылан башҡорттары уның улы Пулатай Бикметовҡа "иптәштәре менән" улус ерҙәрен артабан да файҙаланырға рөхсәт итә, «уларға ҡамасауламаҫҡа». Шул уҡ йылда Байлар улусынан 8 ғаиләнән башҡорттар ҡабул ителә. Ҡабул иткән өсөн аҫабалар уларҙан бер юлы 30 һум аҡса һәм йыл һайын ихатанан 15 тин аҡса ала. 1806 йылдың 12 июнендә поход старшинаһы Темир Мәсәғотов һәм башҡалар типтәр Әбделмән Сулюковты ауылға индерәләр.
Барлыҡ керҙәштәр — яһаҡлы татарҙар, Байлар улусы башҡорттары — типтәрҙәр ҡатламына күсәләр.
1834 йылда 162 башҡортҡа 16 бот ужым, 256 бот ярауай иген сәселә, 36 бот картуф ултыртыла.
XIX быуаттың икенсе яртыһынан ауылда тимерлек, 3 мәсет, 2 тирмән, почта бүлексәһе, 2 кибет була, кесаҙна баҙар үткәрелә. Бында улус идараһы урынлашҡан булған.
1795 йылда 16 ихатала 103 башҡорт һәм 162 типтәр йәшәгән. 1870 йылда 110 ихатала 401 ир-ат, 384 ҡатын-ҡыҙ башҡорт йәшәгәне күрһәтелә. .
1897 йылда бөтәһе 179 ихатала 500 ир-ат һәм 508 ҡатын-ҡыҙ; ә 1905 йылда 195 ихатала 595 ир-ат һәм 549 ҡатын-ҡыҙ; 1920 йылда 277 ихатала 744 ир-ат һәм 738 ҡатын-ҡыҙ башҡорт йәшәгән.
1870 һәм 1920 йылдар мәғлүмәттәре халыҡтың этник составын дөрөҫ сағылдырмай, бында аҫаба-башҡорттар (1917 йылда 37 кеше), типтәрҙәр составындағы керҙәш-башҡорттар һәм татарҙарҙан типтәрҙәр йәшәгән[4].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда төп мәктәп (1‑се Серафимов урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Башҡорттар йәшәй (2002)[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1482 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1115 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 828 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 525 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 641 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 725 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләт башҡорттар (84 %)[6].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы:[7]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 17 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 17 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[8]:
- Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
- Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
- Йылға аръяғы тыҡрығы (рус. переулок Заречный)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Еңеү урамы (рус. улица Победы)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиуллин Ренат Абдулла улы (20.09.1947) — рәссам, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997)
- Ғәниев Камил Сәмиғулла улы (1922—1992) — совет хәрби хеҙмәткәре, дәүләт эшмәкәре, генерал-лейтенант, командарм.
- Вәлиуллин Рифғәт Абдулла улы (20 сентябрь 1935 йыл — 3 ғинуар 2007 йыл) — режиссёр. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966)[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 264. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 252. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Үрге Бишенде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Үрге Бишенде ауылы
- ↑ Үрге Бишенде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үрге Бишенде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 252. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Үрге Бишенде ауылы