Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
29 декабрь юбилярҙары
|
- Хәбибулла Ибраһимов (1894—17.03.1959), театр актёры, композитор, драматург. 1920—1936 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. СССР-ҙың Композиторҙар (1941) һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951).
- Нәҡи Иҫәнбәт (Закиров Нәҡи Сиражетдин улы; 1899—15.09.1992), яҙыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1986). РСФСР-ҙың (1959) һәм Татар АССР-ының (1957) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1968). Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969), Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры.
- Ольбинский Григорий Моисеевич (1899—13.07.1938), СССР-ҙың партия хеҙмәткәре. 1933 йылдан Стәрлетамаҡ МТС-ының сәйәси бүлек начальнигы, 1935—1937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Стәрлетамаҡ район комитетының беренсе секретары. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе Речица ҡалаһынан.
- Солтангәрәев Нәсип Ғәлиулла улы (1899—1988), металлург. 1924—1955 йылдарҙа Баймаҡ баҡыр иретеү заводы эшсеһе. Ленин ордены кавалеры.
- Суфиянов Суфый Хажи улы (1914—24.01.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының рота командиры. 1946 йылдан Күгәрсен районының Октябрьский ауыл Советы рәйесе. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Данилин Михаил Фёдорович (1939), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1970—1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының хәҙерге «Заря» хужалығы рәйесе, 1981—2001 йылдарҙа «Мариинский» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
- Йомағужин Динар Ҡәнзәфәр улы (1954), хеҙмәт ветераны. 1996—2011 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының цех начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы районы Мәрйәмғол ауылынан.
- Фәтхетдинов Фаил Камил улы (1964), ғалим-әҙәбиәт белгесе, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иштирәк ауылынан.
|
|