Эстәлеккә күсергә

Бикмәт (Туймазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бикметово
башҡ. Бикмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл биләмәһе

Татар-Олҡан

Координаталар

54°34′49″ с. ш. 53°58′32″ в. д.HGЯO

Халҡы

109[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452773

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 251 865 008

Код ОКТМО

80 651 465 111

Номер в ГКГН

0800248

Бикметово (Рәсәй)
Бикметово
Бикметово
Бикмәт (Туймазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Бикметово

Бикмәт (рус. Бикметово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 109 кеше булған[2]. Татар-Олҡан ауыл Советы составына инә.

Почта индексы — 452772, ОКАТО коды — 80251865008.

Бикмәт ауылы — керҙәш башҡорттар һәм типтәрҙәрҙең тораҡ пункты. Уларҙың төпләнеү ваҡыты 1760 йылдың 15 декабрендәге керҙәшлек килешеүенә ярашлы билдәләнә. 1795 йылда бында 6 ихатала 93 башҡорт, 2 ихатала 13 типтәр, 1 ихатала 3 татар йәшәгән.

1834 йылда 239 башҡорт (15 йорт хужалығы), 20 типтәр була. 1859 йылда бөтәһе лә керҙәштәр тип дөрөҫ атала - 509 кеше (63 йорт хужалығы), әммә уларҙың этник сығышы билдәләнмәй. 1870 йылда 109 йортта 602 башҡорт һәм 38 татар була, ә 1920 йылда 251 ихатала 1356 башҡорт була.

Халыҡ малсылыҡ, игенселек, тегенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет теркәлгән.

1843 йылда 229 башҡортҡа 344 бот ужым һәм 1192 бот яҙғы иген сәселә, 8 бот картуф ултыртыла[3].

2006 йылға тиклем ауылдың торама тибы разъезд булған[4].

Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Башҡорттар йәшәй (2002)[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1356
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 507
1959 йыл 15 ғинуар 304
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 116
2002 йыл 9 октябрь 107
2010 йыл 14 октябрь 109 51 58 46,8 53,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (69 %) йәшәй[6].

Туймазы районы Бикмәт ауылы янындағы Ҡыҙыл тау

Алыҫлығы:[7]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 23 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Татар-Олкан): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 23 км.


Урам исеме[8]:

  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Интернационал урамы (рус. улица Интернациональная)
  • Май урамы (рус. улица Майская)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Туймазы һыуһаҡлағысы — Нөгөш йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. 1967 йылда төҙөлгән, Туймазы райондары өсөн төп эсәр һыу сығанағы булып тора. Нөгөш һыуһаҡлағысы биләмәһе «Башҡортостан» милли паркы составына ингән[10][11][12].

[13]


  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 29.12.2006 № 404-з. docs.cntd.ru. Дата обращения: 20 ноябрь 2021.
  5. Бикмәт (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Бикмәт (Туймазы районы) ауылы
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2018)
  10. Туймазинское водохранилище 2017 йыл 21 февраль архивланған.
  11. Туймазинское водохранилище на слиянии рек Нугуш и Малый Нугуш
  12. Туймазинское водохранилище. Башкирия 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
  13. Туймазинское водохранилище. tuimazy.bashkortostan.ru. Дата обращения: 20 ноябрь 2021. Архивировано из оригинала 21 февраль 2017 года. 2017 йыл 21 февраль архивланған.