Эстәлеккә күсергә

Болотин (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Болотин (Ауырғазы районы ) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Болотин
Болотин
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Туҡай

Координаталар

54° с. ш. 56° в. д.HGЯO

Милли состав

урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 852 005

ОКТМО коды

80 605 452 111

ГКГН номеры

0518938

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Болотин (Рәсәй)
Болотин
Болотин
Болотин (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Болотин

Болотин (рус. Болотино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 281 кеше[1]. Почта индексы — 453489, ОКАТО коды — 80205852005.

Соҡат йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 24 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Туҡай): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 48 км[2].

Ауылға 1891 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙендә ер биләүсе Болотниковта Курск һәм Чернигов губернаһынан күсеп килеүселәр Болотников ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 1896 йылда күскенселәрҙең бер өлөшө башҡорттарҙан сиктәш ерҙәрҙе һатып ала һәм Яңы Покровка ауылына нигеҙ һала. 1896 йылда Болотников ширҡәте ауылы һәм Яңы Покровка булараҡ бергә иҫәпкә алынған, 88 йортта 663 кеше йәшәгән. Мөгәзәй булған. 1906 йылда Болотников ширҡәтендә 426 кеше иҫәпкә алынған (2 бакалея кибете, мөгәзәй билдәләнгән); 20 быуаттың 20‑се йылдарынан алып хәҙерге исеме менән йөрөтөлә[3].

Ауылда башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 799
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 905
1959 йыл 15 ғинуар 523
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 283
2002 йыл 9 октябрь 329
2010 йыл 14 октябрь 281 137 144 48,8 51,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (57 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Завод урамы рус. Заводская улица
  • Төп урам рус. Ключевая улица
  • Үҙәк урам рус. Центральная улица[5]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. 3,0 3,1 Болотин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Госсправка сайтында урамдар исеме