Эстәлеккә күсергә

Ишәле (күл, Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишәле
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Арғаяш районы
Карта

Ишәле - рус. Ишалино - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы күл.

Ишәле - Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында, Полетаево ауылынан - 20,8 км, Силәбенән 30,7 км алыҫлыҡта урынлашҡан күл [2]. Екатеринбургтың үҙәгенән – 210 км.

Көньяҡ-көнсығыш ярында Ишәле ҡасабаһы урынлашҡан. Көнсығышына табан яҡын ғына Ҡомкүл ята.

Географик координаттары: киңлеге - 55°25′16″N (55.421195) , оҙонлоғо - 61°3′18″E (61.054915)[3]

  • Максималь тәрәнлеге - 2м
  • Диаметром 1 км самаһы
  • Һыуы - сөсө, һай.
  • Сығанаҡтары юҡ.
  • Ярҙары һаҙмырт [4].

Ярҙары ҡуйы ҡамышлыҡтар менән ҡапланған, шуға күрә кәмәнән генә балыҡ тотоп була. Бында һыу ҡоштары үрсей. Йорт ҡоштары ла килеп инә.

Көнсығыш һәм көньяҡ ярҙарында - ҡатнаш урмандар.

Күлдә алтын һәм көмөш табан балыҡтар, ротан тереклек итә [5].

Күлдең атамаһы Ишғәли тигән башҡорт ир-ат исеменән килеп сыҡҡан. "Башҡорт исемдәре" һүҙлегендә был андронимға шундай аңлатма биреләғ

  • Ишғәли (баш., ғәр.) - бөйөк; ҡәҙерле дуҫ, иптәш [6]
  • Озеро Ишалино
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Ишалино
  3. Озеро Ишалино
  4. Озеро Ишалино
  5. Озеро Ишалино
  6. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 54-се бит