Эстәлеккә күсергә

Яңы Монасип

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Новомунасипово битенән йүнәлтелде)
Деревня
Яңы Монасип
рус. Новомунасипово
Мәҙәниәт йорто
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

[[Башҡортостан]]

Муниципаль район

[[Бөрйән районы|Бөрйән]]

Ауыл советы

[[Иҫке Монасип ауыл Советы (Бөрйән районы)|Иҫке Монасип]]

Координаталар

53°14′10″ с. ш. 57°32′37″ в. д.HGЯO

Халҡы

327[1] кеше (2010)

Почта индексы

453584

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 219 822 001

ОКТМО коды

80 619 422 101

Яңы Монасип (Рәсәй)
Яңы Монасип
Яңы Монасип

Яңы Монасип (боронғо атамаһы Мишәр; рус. Новомунасипово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 327 кеше булған[2]. Почта индексы — 453584, ОКАТО коды — 80219822001.

Ауыл Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Алыҫлығы:

Ауыл эргәһендәге ер-һыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Н. Ғ. Сәғитованың «Тарих һөйләй Ҡаратау» китабында Ер хәтере мәҡәләһендә Яңы Монасип ауылының эргә-тирәһендәге ер-һыу атамалары тасуирланған[3].

1861 йылға тиклемге административ бүленеш буйынса Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған. 1861 йылғы реформаларҙан һуң Орск өйәҙе составына инә. Халыҡ телендә ауылдың Мишәр тигән икенсе исеме лә һаҡланған. Һуңғы ике быуат эсендә Ағиҙел йылғаһы буйында һәм 11-се тирмәнең бер өлөшөндә урынлашҡан 33 ихаталы Монасип ауылы барлыҡҡа килә. Монасип Юлдашбаев нигеҙ һалған (1752—1823). Уның балалары — Исхаҡ һәм Исмәғил. XIX быуат уртаһында Яңы Монасипҡа 15 ихата бүленгән, Иҫке Монасипта 46 ихата ҡалған. Халыҡ ярым күсмә тормошто дауам итә, йәйгә 79 ихатанан 60 арба йәйләүгә күсә. 1842 йылда бөтә йорттарҙа (404 кеше) 500 ат, 200 һыйыр, 40 һарыҡ һәм 15 кәзә була. Иген — ужым бойҙайы 24 фунт, яҙғы бойҙай — 344 фунт сәсеүлә 1806—1807 йылдарҙағы агрессив Францияға ҡаршы кампанияла Рахманғол Яҡшыбаев, рядовойҙар Хоҙайбиргән Ишҡолов, Йәнғол Туғыҙбаев, Иҫәнғол Ишимбәтов ҡатнаша. Мырҙағол һәм Ғәлибәй Рамаҙановтар, Зиянбирҙе Тойғонов, Көмөшбай Булатов, Буланбай Айытҡолов Парижға барып етәләр һәм миҙалдар менән бүләкләнәләр. 1828—1829 йылдарҙа Рус-төрөк һуғыштары ваҡытында Ниғмәтулла Арапов, Ҡадирбай Хәлилов, Ишкинйә Әйүпов, Мөхәмәтрәхим Мөхәмәтғәлин сик буйында кордон хеҙмәтендә булалар[4].

Икенсе версия, районыбыҙҙың тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Рахманғолов Рәмзи Мансур улының (1928—2002) яҙмалары буйынса, Яңы Монасип төп ауыл булып, Иҫке Монасип унан айырылып сыға. Р. М. Рахманғоловтың атаһы, заманына күрә көслө мулла Рахманғолов Мансурҙың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланған ҡулъяҙмала Иҫке Монасип ауылы тарихы тураһында былай тип яҙылған була: «XVII быуат башында уҡ Һарт ауылы билдәле булып, хәҙер халыҡ телендә Мишәр туғайы тип йөрөтөлгән урында — Ағиҙелдең бейек ярында урынлашҡан була. Ябағасыл исемле кеше ауылда баш булған. Шул осорҙа Көйөргәҙе һыуы буйы Урта Баба ауылынан Биктимр исмле кеше Аҙау исемле улы менән килеп, 1669 йылда ил муллаһы булып хеҙмәт итә. Ауылдың иң үрге осонда мәсете була. Биктимерҙән һуң 1690—1740 йылдарҙа Аҙау имам була. Унан Ғәлимырҙа, Ғәбделсалих имам, Аҫылғужа мәзин, 1791 йылда Буран Йылҡыбай улы имам, Дәүләтгәрәй мәзин булалар. 1817 йылда халыҡ Үрге Мишәр туғайынан ошо Иҫке Монасип ауылы ултырған Ҡарағай туғайға күсеп, мәсетте лә ташып алалар. 1837 йылда духовный собраниенан рөхсәт алып, мәсетте йәнә төҙөткәндәр».

Байтаҡ ғаиләләр: Буран Йылҡыбай улы (50 йәш), улы Ишемғужа (22 йәш); Мөхөмөткөнәфи улдары Хәсән, Мөхәмәтшәриф менән; Мөхәмәтғәле Рахманғолов (41 йәш); Юлдаш Ҡужағолов (55 йәш), Ҡужағол, Хоҙайбиргән (32 йәш); Әйүп Ишембәтов (24 йәш); Йомағол Ишҡолов (40 йәш), улы Исламбай (7 йәш); Монасип Юлдашбаев (63 йәш), улы Исмәғил (22 йәш) иркенерәк булған арғы яҡ ялан Ҡарағайтуғайға күсеп ултырып, яңы ауылдарын Һарт тип атайҙар, ә оло ауыл Мишәр тип атала башлаған. Мишәрҙә ҡалған ғаиләләр: Төлкөбай Тимрбаев (62 йәш), улы Сәғит Төлкөбав (18 йәш); Миңлбай Булатов (27 йәш), улдары Дәүләтбай (6 йәш), Буранбай (1 йәш); Шәриф Айҙағолов (42 йәш), улы Ҡыуандыҡ (2 йәш), туғаны Төрөкмән (35 йәш); Әйүп Сурағолов (41 йәш), улдары Ишем (10 йәш), Ишкенә (15 йәш), Ишбирҙе (4 йәш), Йәғәфәр (3 йәш).

Ҡасандыр Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдары бер булып, күпмлер ваҡыттан икегә айырылыуҙары тураһында халыҡта таралған легенда ла бар. Уны 1982 йылда Әйүпова Нурия Хөснитдин ҡыҙы 1898 йылғы Төлкөбаев Сәғит Ғәли улынан яҙып алған. Элек Көйөргәҙе олоҫо Урта Баба ауылынан бер йәш егет Һарт ауылына ил муллаһы булып килә. Әүәле халыҡ сабата кеймәгән, сарыҡ йә итек кейгән, ә был мулла сабата кейә икән. Бының сабата кейгәнен күреп, Һарттар уны йә татар, йә мишәрҙер тип уйлай. Был мулла ауылдан кәләш алып донъя көтә башлай. Бер-бер артлы балалары күбәйә һәм ил муллаһы үҙенә ер һорай. Уға хәҙерге Мишәр туғайын бирәләр. Мулла ғаиләһе менән һәм тағы ла бер нисә ғаилә күсеп килеп, яңы ауылға нигеҙ һала.

Башҡортостан Фәндәр Академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Зәйтүнә Шәрипова Нәби ауылы аҡһаҡалы Юныс Һатыбаловтан яҙып алған легенда ла иғтибарға лайыҡ. Уның һөйләүенсә, һал кәсебендә йөрөгән Һарт ауылы егеттәре Өфө яҡтарынан мишәр кәләштәр алып ҡайталар һәм Ағиҙел бөгөлөндәге ҡая аҫтындағы туғайға өй һалып төпләнәләр. Шунан алып ауылды күршеләре Мишәр тип йөрөтә башлайҙар икән.

Аралар Ауыл халҡы түбәндәге араларға бүленгән: Сәғитовтар — шекәрәләр, Баязитовтар — теүәтәйҙәр, Буранбаевтар — тартайҙар, Көмөшбаевтар — һайыҫҡандар, Әйүповтар — йөнлө табандар. Ауылда тағы ла бүре, бизмән, ҡыҙыл кәпәс аралары ла булыуы билдәле[5].

1986 йылдан башлап Яңы Монасип ауылы Иҫке Монасип ауыл Советы үҙәге була. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге № 6-2/395 «Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советының административ үҙәген күсреү тураһында» Ҡарары:

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советының административ үҙәген Иҫке Монасип ауылынан Яңы Монасип ауылына күсрергә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе Ф. Солтанов, Өфө, 12 декабрь 1986 йыл
№ 6-2/395

http://www.ufa.regionz.ru/index.php?ds=39593

Иҫке Собханғол-Белорет юлынан ауылға тиклем ҡырсынташ юл. Ҡыш Ағиҙелдә боҙ торғанда Нәби, Ҡурғашлы, Байназар ауылдарына ҡышҡы юл һалына. Иҫке Монасип ауылы менән аҫылмалы күпер тоташтыра. Яңы ҙур күпер төҙөлөү өҫтөндә. Төп урам — Мөхтәр Сәғитов урамына асфальт түшәлгән. Ауылға газ үткән.

Ауылда мәҙәниәт йорто, фельдшерлыҡ пункты, ике магазин, башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, ветучасток, мәсет бар.

  • Ағиҙел урамы
  • Дуҫлыҡ урамы
  • М. Сәғитов урамы
  • Ҡаратау урамы[6]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 182
1926 йыл 17 декабрь 118 54 64
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 352
2010 йыл 14 октябрь 327 167 160 51,1 48,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сәғитовтар (информатор: Сәғитов Таһир Ғәззәли улы)Сәғитовтар