Яңы Йәнбәк
Ауыл | |
Яңы Йәнбәк рус. Новоянбеково | |
Яңы Йәнбәк ауылында Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453427 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Яңы Йәнбәк (рус. Новоянбеково) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. Халҡы — 187 кеше (2010).
Почта индексы — 453427, ОКАТО коды — 80222819005.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 187 | 92 | 95 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (76 %) йәшәй[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәге Дәүләкәндән 43 саҡрым ауыл Советы үҙәге Ҡаҙырғолдан 5 км алыҫлыҡта Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан. 1914 йылға тиклем Ҡаҙанғол улусы, 1914—1923 йылдарҙа Имай Ҡарамалы, 1923—1926 Дәүләкән улусы, 1926—1930 йылдарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең улусы составында була. 1930—1932 йылдарҙа Ауырғазы районы Яңы Йәнбәк ауыл Советы. 1932 йылдан Дәүләкән районы составында. 1919—1923 йылдарҙа һәм 1930—1950 йылдарҙа Яңы Йәнбәк ауыл Советы үҙәге. 1952—1965 йылдарҙа Екатерино-Григорьевск, 1965 йылдан Ҡаҙырғол ауыл Советы биләмәһенә инә.
XIX быуат аҙағында (1870—1887 йылдар) хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Йәнбәк ауылынан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған. Ауыл тәүге төпләнеүсе Йәнебәк Назаровтың исеме менән йөрөтөлә. «Населённые пункты Башкортостана. Часть I . Уфимская Губерния.1887 г.» белешмәһендә ауыл күрһәтелмәй. Ләкин Бәләбәй өйәҙе земствоһының 1887 йылдың 12 октябрендә Яңы Йәнбәктә мәктәп асыу мөмкинлеген тикшереү буйынса ҡарар ҡабул итеү мәғлүмәте бар. 1891 йылда ауылда мәктәп асыла. 1891 йылда министр мәктәбе теркәлә. Уҡытыусыһы Д. В.Мәмлиев була. 1896 йылда ауыл халҡы 562 дисәтинә ер, 302 дисәтинә урман менән файҙаланған, совет осоронда «Йәштәр», «Өршәк» колхозында эшләй. 1996 йылда ауылға электр уты үткәрелә. 1962 йылда ете йыллыҡ мәктәп һигеҙ йыллыҡҡа үҙгәртелә. 1983 йылда 320 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә. Халҡы: 1906 йылда — 323 кеше,1920 йылда — 381 кеше, 1923 йыда — 361 кеше, 1932 йылда — 161 кеше, 1939 йылда — 386 кеше, 1959 йылда — 227 кеше, 1989 йылда — 218 кеше, 1999 йылда — 276 кеше, 2002 йылда — 217 кеше, 2009 йылда — 189 кеше, 2010 йылдан — 187 кеше. Башҡорттар — 76 % (2010)[3][4]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[5]
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мир (улица))
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 43 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡаҙырғол): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 43 км
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абыҙгилдин Йыһангир Талха улы (1875—1938), мосолман дин әһеле, мәғрифәтсе. Ахун (1912).
- Ғәзим Туҡаев (14.03.1909—7.11.1981), 1935—1981 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының (1954) һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Хужин Рәшит Малик улы (29.09.1943), ауыл хужалығы ветераны. 1984—2006 йылдарҙа Дәүләкән районының «Өршәк» колхозы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы.
- Әхиәр Хәким (1929—2003) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001).
- Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы (13.03.1919—22.06.2006), театр актёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1940—1990 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1958)[6].
- Фазылов Марс Нафиҡ улы (13 октябрь 1946 йыл — ?) — 1992—2015 йылдарҙа Яңы Йәнбәк дөйөм урта белем биреү мәкәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының Почётлы мәғариф хеҙмәткәре (2003)[7].
- Фазылова Данира Нәғим ҡыҙы (3 май 1956 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002)[7].
- Шакирова Клара Хәсән ҡыҙы (25 апрель 1960 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, директор урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Почётлы мәғариф хеҙмәткәре[7].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 245—246-сы б.б..
- ↑ Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.470 2022 йыл 28 март архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Яңы Йәнбәк ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 116—117.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яңы Йәнбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 март 2022)
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 245—246-сы б.б..
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.470 2022 йыл 28 март архивланған.
- Новоянбеково на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.)
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Яңы Йәнбәк ауылы
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 116—117.