Эстәлеккә күсергә

Нуғаҙаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нуғаҙаҡ станцияһы битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Нуғаҙаҡ
Нуғаҙаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Нуғаҙаҡ

Координаталар

54°04′54″ с. ш. 56°16′20″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 828 005

ОКТМО коды

80 605 428 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Нуғаҙаҡ (Рәсәй)
Нуғаҙаҡ
Нуғаҙаҡ
Нуғаҙаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Нуғаҙаҡ

Нуғаҙаҡ (рус. Нагадак) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 14 кеше[1]. Почта индексы — 453499, ОКАТО коды — 80205828005.

2007 йылдың 10 сентяберенә тиклем рәсми исеме Нуғаҙаҡ станцияһы[2].

Ауыл тимер юлы төҙөлгән саҡта барлыҡҡа килгән. Ауылда тимер юл инфраструктураһын хеҙмәтләндереүсе кешеләрҙең ғаиләләре йәшәгән. «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге 211-з Законына ярашлы, Нагадак станцияһы ҡасабаһы ауыл статусын ала, 1-се статья:

6. тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә…

5) Ауырғазы районында:

2) Нуғаҙаҡ ауыл советының Нуғаҙаҡ станцияһы ҡасабаһының;

2007 йылдың 10 сентябренә тиклем Нуғаҙаҡ станцияһы ауылы тип йөрөтөлә[3]. Исем алмаштырыу РФ Хөкүмәтенең 2007 йылдың 10 сентябрендәге 522-се «Адыгея Республикаһында, Башҡортостан Республикаһында, Ленинград, Смоленск һәм Силәбе өлкәләрендә географик объекттарға атама биреү һәм географик объекттарҙы үҙгәртеү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы үтә.

Башҡортостан Республикаһында исемен үҙгәртергә:
…Ауырғазы районында — Дарьино станцияһы ауылын Дарьино ауылына, Иҫке Төрөмбәт ауылын Дүртөйлө ауылына, 84 км тимер юлы барагы ауылын Кесе Ивановка ауылына, Туҡай ауыл Советы биләмәһендәге Ивановка ауылын Иҫке Ивановка ауылына, Нуғаҙаҡ станцияһы ауылын Нуғаҙаҡ ауылына

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 14 4 10 28,6 71,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (27 %), башҡорттар (40 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылда Куйбышев тимер юлы Ҡарламан-Мораптал тимер юлы һыҙығының Нуғаҙаҡ туҡталышы пункты урынлашҡан. Стәрлетамаҡҡа, Өфөгә, Олокүлгә тиклем көн һайын ҡала яны пассажирҙар бәйләнеше бар.

Тимер юлы урамы (рус. Железнодорожная улица)[5]