Оло Буғаҙаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Оло Буғаҙаҡ
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Оло Буғаҙаҡ - рус. Большой Бугодак - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районындағы күл. Силәбе өлкә советы халыҡ депутаттары башҡарма комитетының 1989 йылдың 23 октябрендә ҡабул иткән № 407 ҡарары менән Оло Буғаҙаҡ өлкә әһәмиәтле гидрологик тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә индерелгән[2].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оло Буғаҙаҡ Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районында Урал тауының көнсығыш итәгендә урынлашҡан.

Географик координаттары: оҙонлоғо - 58°59′10.29″E (58.986192), киңлеге - 53°51′51.57″N (53.864324).

Ярындағы кеше йәшәгән урындар: Оло Буғаҙаҡ һәм Степное ҡасабалары, Верхнеурал ҡалаһы[3].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уртаса тәрәнлеге: 4,5 м.
  • Максималь тәрәнлеге: 8м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 2*3.км
  • Һыу сығанағы: Ям йылғаһы
  • Майҙаны: 6,48км2 [4]

Күлдең һыуы саф һәм йомшаҡлығы менән айырылып тора.

Минераллылығы 0,6-0,7 г/л . Тоҙ составы буйынса күл һыуы гидрокарбонатлы-натрийлы төркөмгә ҡарай.

Төбө һәм ярҙары туф һәм карбонат ҡатнаш һәүерташтарҙан тора. Көнсығыш яры ҡомло.

Һыуйыйғыс бассейны рельефы убалы. Көньяҡ-көнбайыш яры урыны менән һаҙлыҡлы.

Күлдең һыуы баҡсаларҙы һәм мал аҙығы культураларын һуғғарыу өсөн тотонола.

Элгәре Оло Буғаҙаҡ та, Кесе Буғаҙаҡ та бер бөтөн күл хасил иткән булған, әммә ваҡыт үтеү менән улар һайығайып, икегә бүленгән. Хәҙер улар араһында Мүкле күлдәр барлыҡҡа килгән.

Оло Буғаҙаҡ күленә иң яҡындары: Мүкле, Оло Мүкле, Кесе Буғаҙаҡ, Өскүл күлдәре[5].

Күл ярында таш быуат кешеләре торған урын табылған [6].

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ-көнбайыш ярын ҡамыш баҫҡан. Убалары битләүендә ҡарағай урмандары үҫә. Тәпәш кенә тауҙарында ҙур булмаған сауҡалыҡтар, муйыллыҡтар, һоро ерек, төрлө талдар йыш осрай.

Күлдә суртан, сабаҡ, алабуға, шырт балыҡ, шамбы, карп, ҡарабалыҡ, алабалыҡ , ҡыҙылғанат тереклек итә[7]..

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Бугодак (Богодак, Багадак), Большой и Малый, озеро, поселок, Большой и Малый, Верхнеуральский район. От старотюркского мужского имени Бугадак, с основой буга — «бык», в значении «глава», как отражение скотоводческого культа, и имяобразующего аффикса -дак -дык [8][9].

Буға (үгеҙ) һүҙе башҡорт телендә ысынлап та булған (мәҫәлән, киң билдәле эпос Ҡуңыр буға һәм башҡорт халыҡ йыры "Ҡуңыр буға" [10]), хәҙер ул һүҙлектәргә йондоҙлоҡ (зодиак) атамаһы булараҡ ҡына индерелгән [11] Был һүҙ яңғыҙлыҡ ҡушма исемдәрҙә лә осрай (Әле лә Тайбуғин фамилиялы кешеләр бар).

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Большой Бугодак
  3. Бугодак Большой
  4. Бугодак Большой
  5. Бугодак Большой
  6. Озеро Большой Бугодак
  7. Бугодак Большой
  8. Шувалов Н.И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  9. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
  10. Ҡуңыр буға (башҡорт халыҡ йыры)
  11. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 169-сы бит Буға.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 169-сы бит Буға.
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7