Эстәлеккә күсергә

Иҫке Арыҫланбәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Староарсланбеково битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Староарсланбеково
башҡ. Иҫке Арыҫланбәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл Советы

Сәйрән

Координаталар

54°30′58″ с. ш. 54°13′29″ в. д.HGЯO

Халҡы

119[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452791

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 845 003

ОКТМО коды

80 651 445 121

Староарсланбеково (Рәсәй)
Староарсланбеково
Староарсланбеково
Иҫке Арыҫланбәк (Башҡортостан Республикаһы)
Староарсланбеково

Иҫке Арыҫланбәк (рус. Староарсланбеково) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 119 кеше[2]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452791, ОКАТО коды — 80251845003.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡобау улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Арыҫланбәк исеме менән нигеҙ һала. Арыҫланбәк 1758 йылдан алып билдәле. XVIII быуат уртаһында этник яҡтан ҡатнаш булып китә, 1758 йылдың 12 октябрендәге һәм 1781 йылдың 1 мартындағы керҙәшлек килешеүҙәре буйынса аҫаба күбәүҙәр типтәрҙәрҙе ҡабул итә. 1795 йылда 15 йортта 98 кеше йәшәгән, 1865 йылда 85 йортта — 448 кеше. Малсылыҡ, игенселек, балта эштәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Ҡыбау, Бигәнәш исемдәре менән теркәлгән. 1906 йылда 2 мәсет, урыҫ‑башҡорт мәктәбе, күн заводы, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Абдулләләм Ғәҙеллыпин, 1782 йылда тыуған, XIX быуаттың 30-сы йылдарында 12-се башҡорт кантонының 18-се тирмәһе старшинаһы булып хеҙмәт итә. Уның «1812 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә», «5-се башҡорт полкы менән француз ғәскәрҙәренә ҡаршы булғанда» көмөш миҙалдары була

1905—1919 йылдар араһында Яңы Арыҫланбәк ауылы барлыҡҡа килә, унда аҫабалар күсеп килә, унда 1920 йылда 140 йортта 714 кеше иҫәпләнә. Яңы Арыҫланбәк ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Арыҫланбәк хәҙерге исемен йөрөтә[3].

1843 йылда 12 башҡорт 64 бот ужым һәм 322 бот яҙғы иген сәскән[4].

Халҡы ЯСЙ «Сәйрән» ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй. Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Башҡорттар йәшәй (2002)[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 555
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 430
1959 йыл 15 ғинуар 264
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 136
2002 йыл 9 октябрь 118
2010 йыл 14 октябрь 119 47 72 39,5 60,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләт башҡорттар (78 %)[6].

Нөгөш йылғаһы (Өҫән ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:[7]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 47 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сәйрән): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 17 км.

Урам исеме[8]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 260. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Иҫке Арыҫланбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Иҫке Арыҫланбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Иҫке Арыҫланбәк ауылы
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)