Эстәлеккә күсергә

Әселекүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әселекүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Әселекүл (рус. Ачлику́ль) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы аҡмай торған тоҙло күл[2][3]. Күл шифалы тип һанала.

Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районының төньяҡ-көнсығышында, Алабуға ауыл биләмәһе ерҙәрендә урынлашҡан. Көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш күле ярын шул уҡ исемдәге Әселекүл ауылы биләй, төньяҡ-көнсығышында зыяратурынлашҡан[2][3].

Екатеринбургҡа тиклем араһы — 230 км, Силәбегә тиклем — 100 км.

Географик координаттары: 62°24′52″E 55°31′58″N

Силәбе өлкәһенең географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:

От тюркского асе, аче — «горький», «соленый» (чередование башкирского «с» и татарского «ч»), кул — «озеро», -лы (ли) — словообразовательный аффикс, в переводе «соленое, горькое озеро». Вода озер содержит различные растворимые соли, которые и придают ей горьковатый, солоноватый вкус.[4]

Башҡорт телендәге «әсе» (асы)+күл һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән гидроним икәнлеген Силәбе дәүләт университеты филологы Л. Н. Дәүләтҡолова ла яҙып сыҡҡан[5]. Силәбе өлкәһенең Нағайбаҡ районында Асы-Күл һәм Сосновка районында ла Асылыкүл тигән атамалы күлдәр билдәле[6] Башкортостанда ла оҡшаш атамалы күл — Асылыкүл бар.

  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1,47*1,24км
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 169м
  • Абсолют бейеклеге 174 м
  • Майҙаны: 1,4 км²[7]
  • Абсолют бейеклеге 174 м
  • Иң тәрән урыны 3,5[2] м
  • Уртаса тәрәнлеге 2 м

Әселекүлгә тигеҙлек күлдәре сифаттары хас, һыҙатланышы оҙонса түңәрәк, һаҙлыҡлы урында урынлашҡан.

Күл яры һөҙәк, ҡомло, ҡайһы бер урындары һаҙлыҡлы. Ярҙарының оҙонлоғо 3,9 км[8].

Күл сөңкәһе уртаһына табан әкренләп соҡорая барған туҫтаҡты хәтерләтә.

Һыу көҙгөһө һыу менән туйыныуына ҡарап, үҙгәреп тора. Йыл менән йыл араһында ла, хатта бер йыл эсендә лә был күрһәткес төрлө булыуы күҙәтелә. Апрель башына яҙғы һыу кимәле күтәрелә, майҙа кәмей башлай һәм июль-август айҙарында иң һай ваҡыты була. Йәйге ямғырҙар, ҡағиҙә булараҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа һыуҙы күтәрә, ул 8-10 сантиметрҙан артмай[3].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш ярында ҙур булмаған урмандар үҫә — башлыса, япраҡлы ағастар, ҡайын урмандары[2].

Күлдә алабуға, шулай уҡ карп, табан балыҡ, алабалыҡ, рипус яҡшы ҡаба.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 Карта бите N-41-17-Б. Масштаб: 1 : 50 000. Издание 2001 г.
  3. 3,0 3,1 3,2 Схема территориального планирования Красноармейского муниципального района Челябинской области
  4. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160с. Дата обращения: 22 август 2013. Архивировано из оригинала 5 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 5 сентябрь архивланған.
  5. Давлеткулова Л. Н. Семантико-форматная классификация ойконимов тюркского происхождения Челябинской области // Вестник Челябинского государственного университета. 2012. № 17 (271). Филология. Искусствоведение. Вып.66. С.52 2022 йыл 7 март архивланған.
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области 2019 йыл 16 июль архивланған.
  7. Озеро Ачликуль
  8. Озеро Ачликуль
  • Шувалов Н. И. Чучкалы // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7