Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
14 декабрь юбилярҙары
|
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы (1909—15.02.1994), театр актёры, режиссёр, драматург һәм педагог. 1931—1942 һәм 1949—1956 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, шул иҫәптән 1942—1948 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе, 1956 йылдан — баш режиссёры; бер үк ваҡытта 1940—1970 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1949), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1944) артисы. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971) кавалеры.
- Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы (1914—24.02.2003), йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1938—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1938—1966 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау кафедраһы профессоры. Башҡорт АССР-ының II—IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1947) халыҡ артисы.
- Ҡаһарманова Фәүзиә Ҡаһарман ҡыҙы (1914—1993), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1933—1950 йылдарҙа Дүртөйлө МТС-ының ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Ленин (1942) һәм «Почёт Билдәһе» (1935) ордендары кавалеры. Республикала «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ булған иң беренсе ҡатын-ҡыҙ.
- Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы (1929), ғалим-зоолог. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985—2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
- Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы (1929—10.07.1999), хужалыҡ эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Родионов Геннадий Степанович (1949), опера йырсыһы (бас). 1976—1992 йылдарҙа һәм 2003 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1992—2003 йылдарҙа Германияның Майнинген ҡалаһы опера театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1984) һәм төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләре лауреаты.
|
|