Эстәлеккә күсергә

Кәлсер-Буран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
08:37, 12 октябрь 2022 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 0 sources and tagging 3 as dead.) #IABot (v2.0.9.2)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Ауыл
Кәлсер-Буран
Кәлсер-Буран
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Яңы Кәлсер

Координаталар

54°04′57″ с. ш. 55°51′59″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 831 002

ОКТМО коды

80 605 431 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Кәлсер-Буран (Рәсәй)
Кәлсер-Буран
Кәлсер-Буран
Кәлсер-Буран (Башҡортостан Республикаһы)
Кәлсер-Буран

Кәлсер-Буран (рус. Кальчирбуран) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 318 кеше[1]. Почта индексы — 453474, ОКАТО коды — 80205831002.

Кәлсер-Буран (Тимербай) — ул ерһеҙ башҡорттар һәм мишәрҙәр ауылы. 1795 йылда V рәүиз ваҡытында бында 12 башҡорт (61 кеше) һәм 10 мишәр (72 кеше) йорто иҫәпләнә. 1811 йылдан унда Сембер губернаһының Ҡурмыш өйәҙенән сыҡҡан хеҙмәтле татарҙар йәшәй. Мишәрҙәр Меркет-Мең улусы башҡорттары менән XVIII быуаттың иң аҙағында үҙ ерҙәрен файҙаланыуҙы законлаштыра. Башҡорттарҙың ауылына нигеҙ һалыусының улы башҡорт Яуыш Буранов 1734—1823 йылдарҙа йәшәгән. Уның улы Иҫәнгилде лә билдәле. Кәлсер-Буран һәм Мырҙағол ауылдары халҡының туғандаш бәйләнештәре тураһында бер нисә ғаиләнең һуңғыһынан беренсеһенә күсенеп килеүе раҫлай. Башҡорттар араһында игенселектең яйлап таралыуы тураһында шундай мәғлүмәттәр һөйләй: 1842 йылда 76 кешегә 56 бот ужым һәм 448 бот яҙғы иген сәселгән[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 318 157 161 49,4 50,6
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (79 %) йәшәй[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Күл яны урамы (рус. Приозерная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Халтурин урамы (рус. улица Халтурина)[5].
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 55. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. улицы д.Кальчирбуран