Бикмәт (Туймазы районы)
Ауыл | |
Бикметово башҡ. Бикмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452773 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Бикмәт (рус. Бикметово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 109 кеше булған[2]. Татар-Олҡан ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 452772, ОКАТО коды — 80251865008.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикмәт ауылы — керҙәш башҡорттар һәм типтәрҙәрҙең тораҡ пункты. Уларҙың төпләнеү ваҡыты 1760 йылдың 15 декабрендәге керҙәшлек килешеүенә ярашлы билдәләнә. 1795 йылда бында 6 ихатала 93 башҡорт, 2 ихатала 13 типтәр, 1 ихатала 3 татар йәшәгән.
1834 йылда 239 башҡорт (15 йорт хужалығы), 20 типтәр була. 1859 йылда бөтәһе лә керҙәштәр тип дөрөҫ атала - 509 кеше (63 йорт хужалығы), әммә уларҙың этник сығышы билдәләнмәй. 1870 йылда 109 йортта 602 башҡорт һәм 38 татар була, ә 1920 йылда 251 ихатала 1356 башҡорт була.
Халыҡ малсылыҡ, игенселек, тегенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет теркәлгән.
1843 йылда 229 башҡортҡа 344 бот ужым һәм 1192 бот яҙғы иген сәселә, 8 бот картуф ултыртыла[3].
2006 йылға тиклем ауылдың торама тибы разъезд булған[4].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Башҡорттар йәшәй (2002)[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1356 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 507 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 304 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 116 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 107 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 109 | 51 | 58 | 46,8 | 53,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли состав
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (69 %) йәшәй[6].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы:[7]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 23 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Татар-Олкан): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 23 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[8]:
- Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
- Интернационал урамы (рус. улица Интернациональная)
- Май урамы (рус. улица Майская)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (28.09.1954), ғалим-химик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010)[9].
- Әсғәт Мирзаһитов (13.10.1928—24.11.1989), башҡорт драматургы, актёр, режиссёр һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1973—1988 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы идараһы председателе, 1976—1988 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы секретары. Башҡорт АССР-ының IХ, Х һәм ХI саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Юғары Совет рәйесе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1978) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1976) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1969) премиялар лауреаты.
- Суфиян Сафуанов (2.10.1931—30.11.2009), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1962), профессор. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), В. П. Бирюков (1988) һәм Фәтих Кәрим (2007) исемендәге премиялар лауреаты.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туймазы һыуһаҡлағысы — Нөгөш йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. 1967 йылда төҙөлгән, Туймазы райондары өсөн төп эсәр һыу сығанағы булып тора. Нөгөш һыуһаҡлағысы биләмәһе «Башҡортостан» милли паркы составына ингән[10][11][12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 29.12.2006 № 404-з . docs.cntd.ru. Дата обращения: 20 ноябрь 2021.
- ↑ Бикмәт (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Бикмәт (Туймазы районы) ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2018)
- ↑ Туймазинское водохранилище 2017 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Туймазинское водохранилище на слиянии рек Нугуш и Малый Нугуш
- ↑ Туймазинское водохранилище. Башкирия 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Туймазинское водохранилище . tuimazy.bashkortostan.ru. Дата обращения: 20 ноябрь 2021. Архивировано из оригинала 21 февраль 2017 года. 2017 йыл 21 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2022)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикмәт (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2021)
- Бикметово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2020)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Бикмәт (Туймазы районы) ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |