Иҫке Күҙәк
Ауыл | |
Иҫке Күҙәк Иҫке Күзәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Иҫке Күҙәк (рус. Старокузяково) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 362 кеше[1]. Почта индексы — 453471, ОКАТО коды — 80205816005.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы иҫке ‘старый’ һәм шәхси Күҙәк исеменән сыҡҡан[2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән төньяҡҡа табан 26 км һәм Аҡкүл тимер юлы станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта Һарыйылға һәм Өйәҙән йылғалары (Өршәк йылғаһы бассейны) араһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл 1710 йылдан, типтәрҙәр Өфө өйәҙе Алмантай ауылынан Мең улусының Муса ауылы башҡорттары менән килешеү нигеҙендә күсенгәндән билдәле. 1783 йылғы ревизия ваҡытында унда 90 типтәр күрһәтелгән. 1859 йылда 63 йортта 291 кеше йәшәгән. Яңы Күҙәк ауылы төп ауылдан 1782 йылда айырылып сыға, ул саҡта 20 кеше иҫәпләнә (хәҙерге Әхмәр ауылы). 77 йылдан һуң 23 йортта 128 ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ревизия төп Күҙәк ауылына нигеҙ һалыусының улдарын теркәгән: 1746 йылда тыуған Әмир, 1751 йылғы Рафиҡ һәм 1758 йылғы Таңатар Күҙәковтар. Е.Пугачёв хәрәкәтендә Күҙәк ауылынан 40 кеше ҡатнаша[3]. Шулай уҡ ауылда Кирәевтәр, татар дворяндар нәҫеле, йәшәгән[4].
1782 йылда Яңы Күҙәк (20 быуаттың 30‑сы йылдарҙа Әхмәр ауылы ҡушыла) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала. 1865 йылда Иҫке Күҙәк (81 йортта 438 кеше йәшәгән; игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, һыу тирмәне булған) һәм Күзәк (30 йортта — 557 кеше; малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, һыу һәм ат тирмәне булған) ауылдары теркәлгән. 1906 йылда был ике ауыл бергә Иҫке Күзәк булараҡ иҫәпкә алынған; мәсет, татар мәктәбе, 2 бакалея кибете, 7 мөгәзәй булған. 1920 йылда Иҫке Күҙәк, 2‑се Иҫке Күҫәк (Зәйет) һәм Зәйет ауылдары булараҡ теркәлгәндәр, һуңынан улар бергә иҫәпкә алына башланған[5].
Ауыл статусын 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы ала.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 362 | 170 | 192 | 47,0 | 53,0 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар ( %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл эргәһендә карст мәмерйәләре бар. Иң билдәлеһе - Вертолёт мәмерйәһе[7].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К.Маркс урамы (рус. улица К.Маркса)
- Матросов урамы (рус. улица Матросова)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Октябрь урамы (рус. Октябрьская улица)
- Беренсе Май урамы (рус. Первомайская улица)
- Тау аҫты урамы (рус. Подгорная улица)
- Йәйғор урамы (рус. Радужная улица)
- Йылға урамы (рус. Речная улица)
- Совет урамы (рус. Советская улица)
- Фрунзе урамы (рус. улица Фрунзе)[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 39. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 56. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Татарские родословные, списки, имена и фамилии. — Disput.Az — Page 7(недоступная ссылка)
- ↑ Иҫке Күҙәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Туристический отчёт 2012 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Күҙәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 55. — ISBN 978-5-295-04683-4..
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |