Эстәлеккә күсергә

Луи Пастер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Луи Пастер
франц. Louis Pasteur[1]
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[2][1][3][…]
Гражданлыҡ  Франция[1]
Тыуған көнө 27 декабрь 1822({{padleft:1822|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Доль[d], Реставрация Бурбонов[d][7][1]
Вафат булған көнө 28 сентябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[4][6][8][…] (72 йәш)
Вафат булған урыны Вильнёв-л’Этан[d], Марн-ла-Кокетт[d][9][1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][1]
Үлем сәбәбе остановка сердца[d][1]
Ерләнгән урыны Институт Пастера[d][1][10]
Париждағы Нотр-Дам соборы[10]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Jean-Joseph Pasteur[d][1]
Хәләл ефете Мари Лоран[d][1]
Балалары Marie-Louise Pasteur[d][1] һәм Jean-Baptiste Pasteur[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө микробиолог, химик, университет уҡытыусыһы, биохимик, агроном, тәбиғәт фәндәре белгесе, биолог, литограф, мәҙәниәт хеҙмәткәре, ботаник
Эшмәкәрлек төрө химия[1] һәм микробиология[1]
Эш урыны Страсбургский университет[d][1]
Лилльский университет[d][11][1]
Высшая нормальная школа[d][1]
Центральная школа Лилля[d][1]
Университет Лилля — Северной Франции[d]
Институт Пастера[d]
Университет Лилль I[d]
Биләгән вазифаһы seat 17 of the Académie française[d][12]
Уҡыу йорто Высшая нормальная школа[d][1]
Лицей Сен-Луи[d][1]
Париж университеты
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d], тәбиғәт фәндәре докторы[d], honoris causa[d] һәм фәлсәфә докторы[d]
Ғилми етәксе Антуан Жером Балар[d][1]
Аспиранттар Виктор Бабеш[d], Ру, Пьер Поль Эмиль[d], Альбер Кальмет[d], Гамалея Николай Фёдорович һәм Вассерзуг, Этьен[d]
Уҡыусылар Шарль Фридель[d][1], Шамберлан, Шарль Эдуард[d][1] һәм Ру, Пьер Поль Эмиль[d][1]
Монашеский орден Францисканцы[d]
Баҫма эштең авторҙашы Popular Science[d]
Архивы хранятся в Национальная библиотека Франции[d][13] һәм Француз фәндәр академияһы[d][14]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d][15], Парижское филоматическое общество[d][1], академия наук Лилля[d][1], Француз академияһы[d][1][12], деи Линчеи милли академияһы[d][1], Америка фәлсәфә йәмғиәте[d][1], АҠШ фәндәр милли академияһы[d][16][1], Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d][1], Швеция король фәндәр академияһы[d][1], Венгрия фәндәр академияһы[d][1], Греческое филологическое общество Константинополя[d][1], Нидерланд король фәндәр академияһы[d][1], Француз фәндәр академияһы[d][1][17], Познанское общество друзей наук[d][1], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d][1], Рәсәй Фәндәр академияһы[1], Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d][1], Италия милли фәндәр академияһы[d][18][1], Парижская медицинская академия[d][1] һәм Королевская академия медицины Бельгии[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей Пастера[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Louis Pasteur
 Луи Пастер Викимилектә

Луи Пастер (франц. Louis Pasteur, французса әйтелеше: ​[pastœʁ lwi][19][Прим. 1]; 27 декабрь 1822, Доль, Юра департаменты — 28 сентябрь1895 , Гарш янындағы Вильнёв-л’Этан)[20] — француз химигы һәм микробиологы, Француз академияһы («үлемһеҙ»; 1881) ағзаһы. Пастер, әсеүҙең (әсеп ҡабарып сығыуҙың) һәм хайуандар менән кешеләрҙең бик күп ауырыуҙарының микробиологик асылын күрһәтеп, микробиологияға, шулай уҡ себер язваһын, тауыҡ холераһын һәм ҡотороуҙы вакцинациялауға һәм уға ҡаршы вакцинаға фәнни нигеҙ һалыусы була. Пастерҙың кристалдар төҙөлөшө һәм поляризация күренештәре өлкәһендәге эштәре стереохимия нигеҙенә ята. Пастер хәҙерге ваҡытта тормоштоң ҡайһы бер формаларының үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе тураһында бәхәскә нөктә ҡуя, тәжрибә юлы менән бының булыуы мөмкин түгел икәнен иҫбат итә. Кешелеккә Пастер үҙе уйлап тапҡан һәм һуңыраҡ уның исеме менән аталган пастеризация технологияһы арҡаһында киң билдәле.


Пастер тире-күн эшкәртеүсе ғаиләһенән сыҡҡан булһа ла, төрлө яҡлы белем ала, атап әйткәндә, нәфис сәнғәт һәләтенә лә эйә була. Ғалим карьераһын һайлап, шарап кислотаһы кристалдарының структураһын асып, 26 йәшендә физика профессоры булып китә. Дижондағы лицейҙа һәм Страсбург университетында күпмелер ваҡыт эшләй һәм өс йыл дауамында Лилльдә тәбиғәт фәндәре факультетының деканы була. 1859—1867 йылдарҙағы студенттар сыуалыштарынан һуң ул үҙен тулыһынса ғилми-тикшеренеү эштәренә бағышлай, 1867—1888 йылдарҙа физиологик химия лабораторияһын етәкләй. 1859—1864 йылдарҙа Пастер микроорганизмдарҙың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе (самозарождение) һәм шуның менән бер рәттән шарап һәм һыра етештереү һәм уларҙы ташыу ваҡытында продукцияның күпләп әсеү (ҡабарып сығыу) процессын өйрәнеү менән шөғөлләнә. 1865 йылда Луи Пастер Францияның көньяғында ебәк эшкәртеүгә ҙур зыян килтергән ебәк ағасы (тут) күбәләге эпидемияһы сәбәптәрен өйрәнә башлай. 1870-се йылдарҙа Пастер шәхси драма кисереү арҡаһында (ғалимдың өс балаһы тифтан һәләк булған була) тулыһынса тиерлек медицина мәсьәләләренә күсә (1873 йылдан алып Милли медицина академияһы ағзаһы). 1868 йылда Бонн университеты Пастерға медицина фәндәре докторы honoris causa дәрәжәһе бирә, тик Франция-пруссия һуғышынан һуң , 1871 йылда, Пастер сәйәси мотивтар буйынса был дәрәжәнән баш тарта. 1888 йылда Парижда Пастер институтын асыуға өлгәшә, бында институттың тәүге директоры була һәм был вазифала үҙенең вафатына тиклем ҡала. Ул институт төрбәһендә ерләнә.

Донъяның төрлө илдәренең бик күп фәнни һәм дәүләт наградаларына лайыҡ була. Луи Пастерҙың вафат булған көнөнә Бөтә донъя ҡотороуға ҡаршы көрәш көнө тап ителгән — былиҫтәлекле дата йыл һайын билдәләнә[21].

Аяҡҡа баҫыу (1822-1848)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Долда Луи Пастер тыуған йорт. Йыл 2016 Фото

Килеп сығышы. Иртә йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рене Валлери-Радо раҫлауы буйынса, Пастерҙарҙың ырыуын яҡынса XVII быуат башындағы яҙмаларҙан табыла[Прим. 2]. Ырыуға нигеҙ һалыусы Франш-Контелағы Муте монастырына ҡараған Рекульфо ауылының крепостной крәҫтиәне була. Луи Пастерҙың үҙ шәжәрәһе һыҙаты 1682 йыл башынан алып билдәле (ошо йылда Нозеруа янындағы Мьежда Дени Пастер һәм Жанна Давид никахлашҡан була). Был Пастер Лемуи ҡалаһы графы Удрусьеның тирмәнсеһе була. Луи Пастерҙың ҡартатаһының атаһы — Клод-Этьен — граф Удрусьеның крепостной крәҫтиәне ғаиләһендәге һигеҙ бала араһында иң кесеһе була. Утыҙ йәшендә Клод-Этьен бөтөн буласаҡ тоҡомо менән крепостной крәҫтиәнлектән аҡса түләп ҡотола (был хәл 1763 йылдың 20 мартында король нотариусы тарафынан раҫланған. Крепостнойлыҡтан сығыу өсөн Клод-Этьен графҡа «дүрт тапҡырға ҡабатланған 24 ливр» түләгән. Тире-күн эшкәртеү (дубильщик) һөнәрен белгән Клод Этьен 1764 йылда Франсуаза Ламберға өйләнә, уларҙың ун балаһы тыуа; бөтә балалары һәм ейәндәре лә атаһының эшен дауам итә. Пастерҙың үҙенән тыуған нәҫел-нәсәбенең төп өлөшө Сален-ле-Бен[fr][22]да төпләнеп йәшәй.

Жан-Жозеф Пастерҙың Долдағы тире-күн эшкәртеү оҫтаханаһы. 2013 йыл фотоһы

Луи Пастерҙың атаһы — Жан-Жозеф — 1791 йылда тыуған, бик иртә йәтим ҡалған, шунлыҡтан инәһе һәм уның иренең урман һатыу менән шөғөлләнгән эшлекле партнерҙары тарафынан тәрбиәләнә. Ул хатта грамотаға өйрәнә, әммә артабан ғаиләһенең төп һөнәре булған тире туплау һөнәрен үҙләштерә. 1811 йылда Жан-Жозеф Пастер наполеон армияһына хеҙмәткә саҡырыла һәм 1812-1813 йылдарҙағы Испан кампанияһында ҡатнаша, өлкән сержант званиеһын ала һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн Почетлы легион кавалеры[23] титулына лайыҡ була. 1814 йылда Пастер тыуған Сален-ле-Бен ҡалаһына ҡайта һәм күн эше менән шөғөлләнә башлай[24][25]. 1816 йылда ул баҡсасы ҡыҙы Жанна-Этьеннета Рокиға өйләнә, шунан һуң ғаилә Долгә күсеп килә. Луиза Роббинс раҫлауынса, был йәш ғаиләләге ғауғаның эҙемтәләре арҡаһында була: Жанна никахлашҡан саҡта һигеҙенсе айлыҡ йөк йөрөткән була. Әммә Пастерҙарҙың тәүге балаһы — Жан-Дени тигән улы — оҙаҡ йәшәмәй. 1818 йылда Пастерҙарҙың ҡыҙы Жанна-Антуана (йәки Виржини) тыуа, һуңынан тап ул ғаилә эшен мираҫҡа ала. Артабан ғаиләлә яңы бала — ул Луи тип атала, — 1822 йылдың 27 декабрендә, йома көнө, көндөҙгө сәғәт икелә, тыуа.[26]. 1825, 1826 йылдарҙа уның Эмилия һәм Жозефина тигән һеңлеләре тыуа, улар икеһе лә 26 һәм 25 йәшендә эпилепсия[27][28] сиренән вафат була.

Арбуала Пастерҙарҙың усадьбаһы. 2015 йылдағы фото

1826 йылда ғаилә Жанна-Этьеннеттаның тол ҡалған әсәһе янына Марноға күсеп килә, ә тағы бер йылдан Арбуала— Юралағы шарап үҙәгендә — бөтә ҡала аша үткән Кюизанс каналы яры буйындағы таш йортта төпләнә. Луиның бала сағы матур үтә, сөнки ул берҙән-бер ул булып,үҙенең ғаиләләге балалар араһында өҫтөнлөклө булғанын аңлай, әммә һеңлеләрен яҡлап, ҡурсалап үҫә. Үҙе үҫкәс, Жозефина һәм Эмилияға яҙған хаттарында һеңлеләрен тәртипле булырға һәм уҡыу менән ныҡлап шөғөлләнергә өндәй, ә әсәһенә — һеңлеләрен өй эштәре менән күммәҫкә кәңәш бирә. Жан-Жозеф Пастер яңы күсеп килгән урында тире-күн эшкәртеү оҫтаханаһын асып ебәрә, шулай уҡ өйөндә шарап әҙерләү менән шөғөлләнә. Һуңыраҡ Луи Пастер, бала сағымдағы ике еҫте һағынам тип хәтерләй: береһе - тире-күн эшкәрткәндә ҡулланылған матдәләр, икенсеһе - шараптағы йөҙөм сөпрәһе еҫе[29]. Луи Пастерҙың атаһы, берҙән-бер улына провинция ваҡ эшҡыуары яҙмышынан һәйбәтерәк яҙмыш теләп, ныҡлы белем бирегә тырыша. Шул уҡ ваҡытта, мәғариф һәм фәнгә ҙур ихтирам кисереүенә ҡарамаҫтан, Жан-Жозеф, интеллектты артыҡ үҫтереүҙең социаль тормошҡа үтә ныҡ зыян килтереүе бар, тип иҫәпләй. Һуңыраҡ Париждағы улына яҙған бер хатында Жан-Жозеф ҡәтғи рәүештә : «Донъялағы бөтә философия китаптарындағы аҡылға ҡарағанда бер мискә шарапта аҡыл күберәк» тип белдерә[30]. Атаһы, Луи өсөн яң яҡшы карьера - провинцияла уҡытыусы булыу, тип иҫәпләй[31]. Луи Пастерҙың бөтә тормошона хас булған сифаттарҙы: егәрлелек, илһөйәрлек, ғаиләғә һәм католик сиркәүгә тоғролоҡто, тормош ҡиммәттәрен һанауын һәм яҡшы шәхес һыҙаттарын һаҡлауын - бала саҡта ғаиләһе тәрбиәләй. Шул уҡ ваҡытта ул юмор тойғоһонан мәхрүм, йомшаҡ күңелле, тыңлаулы, әммә түҙемһеҙ була[32][33].

Файл:Jean-Joseph-Pasteur-1791-1865-1842.jpg Файл:Jeanne-Etiennette-Pasteur-1793-1848-1836.jpg
Ученические портреты отца и матери, выполненные Луи Пастером в возрасте 14—15 лет. Пастеровский институт

Луи Пастер бик иртә йәштән Арбуа коллеже янындағы әҙерлек мәктәбенә уҡырға инә. Шул осорҙа Францияла ланкастер системаһы буйынса белем биреү хакимлыҡ итә. Луи, уҡыусылар араһында йәше буйынса иң кесеһе булһа ла, кластан класҡа бик тиҙ күсеп бара, уҡыу тәғлимәтен еңел үҙләштерә; уҡытыусыһы уны хатта үҙенең ярҙамсыһы итеп тәғәйенләй. Уның айырым ҙур һәләттәре булмаһа ла, Луи мәктәптә төрлө бүләктәр алып уҡый[32]. Башланғыс мәктәпте ул ике йылда тамамлай. Артабан ул Арбуа коллежына йөрөп уҡый, шулай уҡ унда ла уртаса һәләтле, әммә өлгөрөшлө уҡыусы була[34]. Коллежта уҡығанда Луи һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһына һәм 13-18 йәштәр араһында уның менән шөғөлләнә. Уның пастель менән башҡарған һеңлеләре, әсәһе һәм атаһы, күршеләре, Арбуа мэрының портреттары һаҡланып ҡалған. Пастер биографияһында Патрис Дебре тарафынан ғалим төшөргән башҡа портреттар ҙа былай тип иҫкә алына: «Луи "Америка готикаһын" хәтерләткән пуритан типтар галереяһын тыуҙырған»[35]. Альберт Эдельфельт, 1885 йылда Пастерҙың портретын яҙған саҡта, Луиҙың үҙе тарафынан төшөрөлгән портреттарын күрә һәм Луи 16 йәшендә профессиональ рәссам булырға етди рәүештә уйлаған, тип раҫлай. Эдельфельт фекеренсә, Пастерҙың пастель портреттары «характерҙарҙы тәүәккәл, ышаныслы тапшырған, ләкин колориты буйынса бер ни тиклем ҡорораҡ». Дөйөм алғанда, портретсы Эдельфельт Пастерҙың рәсемдәрен «үҙ карьераһында рәссам булырға уҡыусы йәш кешеләрҙең эшенән байтаҡ юғары тора", артабан ул: "... мин ышанам, әгәр ҙә Пастер әфәнде фән урынына сәнғәтте һайлаған булһа, францияның тағы ла бер һәләтле рәссамы булған булыр ине», тип яҙа[36]. Джеральд Джейсон ғалим Пастерҙың биографияһында «һаҡланып ҡалған портреттарында Пастер ябай рәссамдарҙан юғарыраҡ тора», ә уның эстетик ынтылыштары һәм визуаль күҙаллауы ғалимдың фәнни эштәрендә , бигерәк тә кристаллография өлкәһендә, тулыһынса тормошҡа ашҡан[31], тип яҙа.

Безансон коллежында Пастер фонтаны. 2009 йылда фотоға

Прагматик ҡарашлы атаһы ла, коллеж директоры ла — Буассон де Мере — Луи Пастерҙы, моғайын, рәссам итеп күргеләре килмәгәндер[20]. 1837-1838 уҡыу йылында уға Париждағы Юғары нормаль мәктәбендә уҡырға тәҡдим итәләр, һәм уны Барбэлағы әҙерлек пансионына ебәрергә булалар. Әммә бер айҙан Луи туғандарын һағынып Арбуаға ҡайта. Моғайын, уның ҡайтыуы Пастерға пансионда насар мөнәсәбәттәр булыу арҡаһында, йә булмаһа, уҡыуҙы үҙләштерә алмағанлынан килеп сыҡмағандыр. Философия бакалавры дәрәжәһен алыу өсөн Пастерға барыбер туған ҡалаһын ташларға тура килә, сөнки урындағы коллежда юғары — философия — класы булмаған. Луи Арбуанан 40 км-ҙа ятҡанБезансонға уҡырға бара, уның атаһы ла тире-күн сауҙа эштәре буйынса бында даими килеп тора. Төбәк Король кроллежында[fr](Король кроллежында) Луи тарих, география, философия, латин һәм грек телдәре, риторика һәм тәбиғи фәндәр өйрәнә һәм өс ай эсендә (1840 йылдың авгусында) бакалавр дәрәжәһенә лайыҡ була. Һынау һөҙөмтәләре буйынса бөтә предметтар буйынса ул «яҡшы» баһаһы, ә тәбиғәт курсы өсөн — «бик яҡшы» баһаһын ала. Рәсем сәнғәтен дә ҡалдырмай: хатта коллеж директоры менән инспекторының портреттарын яҙа, Флажулонан рәсем буйынса дәрестәр ала. Луи Пастерға имтихандар һөҙөмтәһе буйынса фәндәр бакалавры дәрәжәһен алыуға әҙерләргә тәҡдим ителә. Ғаиләнең финанс йөгөнеңеләйтер өсөн, уны, эш хаҡы түләп, уҡытыусының ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр, уға шулай уҡ ашау һәм торлаҡ бушлай бирелә. Әммә 1841 йылда фәндәр бакалавры дәрәжәһен алыу ынтылышы уңышһыҙ була, уның уҡыуын тағы бер йылға оҙайталар. Луи Пастерға иң ауыр бирелгәне математика була, хатта ул бер тапҡыр өйгә «йөрәк майын иң ныҡ нурғаны минең өсөн - математика дәрестәре», тип хат яҙа. Эколь Нормалдә уҡыған дуҫы Шапюи Шарлде лә ныҡ һағына; артабан ғүмеренең аҙағына тиклем улар дуҫ булып ҡалалар[37][38][39][Прим. 3].

Юғары нормаль мәктәп бинаһына төп инеү урыны (Париж)

Безансон коллежында фәндәр бакалавры дәрәжәһенә лайыҡ булғандан һуң (хәйер физиканан «удовлетворительно (ярарлыҡ)» һәм химия буйынса «посредственно (уртаса)» баһаһын алһа ла) ике аҙна үткәс, Луи Пастер Париждың Политехник мәктәбенә һынау тота. Имтихандар биш көн дауам итә, шул иҫәптән математика буйынса имтихан 6 сәғәт буйына бара. Уның һөҙөмтәләре буйынса, 1842 йылда мәктәпкә уҡырға ҡабул ителеүселәр араһында Луи Пастер бары тик 15-се урынды ғына биләй һәм уҡырға инмәҫкә ҡарар итә. Киләһе йылда ул, Эколь Нормалгә уҡырға инергә уйлап, Барбэ пансионына ҡабат ҡайта. Пансионда Луи Пастер кесе уҡытыусы вазифаһын башҡара һәм 300 франк эш хаҡы, йәшәргә торлаҡ ала һәм бушлай ашап йөрөй, өҫтәүенә, ата-әсәһе уны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр, был Пастерға кинәнеп тормош алып барыу мөмкинлеген тыуҙыра[40]. Иртнге сәғәт алтынан алып ул башланғыс класс уҡыусыларына математика буйынса ярҙам итә, ә ҡалған ваҡытында Сен-Луи коллежында (Эколь-Нормалдең әҙерлек бүлегендә) уҡый һәм Сорбоннала Жан-Батист Дюманың лекцияларына йөрөй. Пастер был ваҡытта бары тик дуҫы Шарль Шапюи менән генә аралаша тиерлек. Париждың ымһындырғыс күренештәре Пастерҙы урап үтә, ата-әсәһенә Франция «бер үк ваҡытта матур ҙа, тәртипһеҙ ҙә» тип яҙа Тырышлыҡ үҙ емештәрен килтерә: Сен-Луи коллежында Пастер физика буйынса имтиханда беренсе урынды ала, һәм һөҙөмтәлә Эколь-Нормалгә ҡабул ителеүселәр араһында дүртенсе урынды биләй. 1843 йылдың октябренән Луи Пастер Юғары нормаль мәктәбе бинаһына күсеп уҡый һәм эшләй башлай [31][41].

Эколь Нормаль студенты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
24 йәшлек Пастер Эколь Нормалдә уҡыу йылдарында Дагерротиптан литография

1843 йылдан алып биш йыл дауамында Пастерҙың буласаҡ тормошо Эколь Нормаль менән бәйле була, тап бында ул химия һәм физика фәндәре менән махсус шөғөлләнә. Уның атаһы улына математика буйынса диплом алырға кәңәш бирә, сөнки был предмет буйынса уҡытыусылар, аҙналыҡ эш сәғәттәре әҙерәк булһа ла, күп эш хаҡы ала. Көн күреү итеү өсөн Пастер Барбэ пансионы уҡыусыларына репетиция дәрестәре уҡыта, бынан тыш, Ж.-Б. Дюма уға ял көндәрендә үҙенең лабораторияһында эшләү мөмкинлеге бирә. Пастерҙың атаһы Луиға «яҡшы ашап, йылы кейенеп, яҡшы шарап эсеп йәшәргә, төндә урамға сығып йөрөмәҫкә һәм артыҡ ныҡ көсәнеп уҡымаҫҡа» кәңәш бирә уға яҙған хаттарында[42]. Атаһының улы тураһында шулай борсолоуы иҡтисади сәбәптәр менән аңлатыла — уның тир-күн һатыуы уңышлы бармай һәм улар ғаиләһенең киләсәге билдәһеҙ була. Шул уҡ ваҡытта Эколь Нормалдә уҡыу программаһы күп төрлө була: студенттарҙы ҡул эштәре эшләргә өйрәтәләр — Пастер балта оҫталығын, көршәк һәм быяла яһау һөнәрҙәрен үҙләштерә; ботаника нигеҙҙәрен өйрәнә, инглиз һәм немец теле курстары бында бөтөнләй бушлай уҡытыла. Пастерҙың төп бурысы лиценциат һәм агреже конкурстарында ҡатнашыу була. Лиценциаттар исемлегендә 1845 йылда Пастер физика буйынса һынауҙарҙа етенсе урында, ә агреже һынауҙарында 1846 йылда физика буйынса өсөнсө урында була (был һынауҙарҙа уның менән бергә уҡыған 10 уҡыусы һынауҙарҙы үтә алмай)[43]. Пастерҙы шунда уҡ Турнонға физика уҡытыусыһы итеп саҡыралар, әммә ул кисекмәҫтән Дюмаға Парижда ҡалдырыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Ул ваҡытта, Пастер, бәлки, Франция мәғариф системаһына ҡаршы булып, тикшеренеүсе булырға ынтылғанын аңлағандыр[Прим. 4]. Жан-Жозеф, улының коллеж уҡытыусыһы булыуы уны ҡара физик хеҙмәттән һәм баҙарҙағы билдәһеҙлектән ҡотҡарасаҡ, тип уйлай. Ул балаһының амбициялы фәнни ынтылышын аңлай алмай. Луи, киреһенсә, уҡытыусы хеҙмәтенән ҡотолоп, тикшеренеүсе карьераһын һайлай[43].

Кесе Пастерҙың үтенесен Антуан Балар кире ҡаҡмай һәм етәкселәргә «мәктәп стенаһынан бындай студентты ҡыуыу үҙе бер оятһыҙлыҡ булыр ине» тип әйтә. Нәҡ шул ваҡытта Жан-Жозеф улына шарап һәм аҡыл тураһында яҙған да инде. Луи Пастер Баларҙа лаборант урынын биләй, унда физика һәм химия буйынса эксперименттар үткәреү һәм бер юлы химия, физика буйынса докторлыҡ дәрәжәһенә әҙерләнеү мөмкинлегенә эйә була. 1847 йылдың авгусында ул тәбиғи фәндәр докторы дәрәжәһенә лайыҡ була.[Прим. 5] һәм Эколь Нормалдә Антуан Баларҙың ҡарамағында ассистент итеп ҡалдырыла. Ошо саҡта, атаһы уны уңайлы урын биләргә һәм файҙалы никахҡа инергә өгөтләй, әммә былар урынына Луи Пастер кристаллография менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай[42].

1848 йылғы февраль революцияһы башта Луи Пастерға ҡағылмай. Әммә апрелдә ул Арбуаға Милли гвардия сафына инеүе һәм хатта үҙенең булған бөтә аҡсаһын — 150 франкты — Республика фондына биреүе тураһында яҙа. 1848 йылдың майы аҙағында Пастерҙың әсәһе мейегә ҡан һауыуҙан кинәт вафат була, һәм атаһы, әсәң, һинең яҙмышың өсөн борсолоп, бик тиҙ генә үлеп китте, тип улын төрлөсә битәрләй. Жан-Жозефтың ҡулында өс ҡыҙы тороп ҡала, өҫтәүенә, уларҙың береһе церебраль фалиж менән яфаланған була. Луи Пастер өсөн йорт һәм ғаилә һәр ваҡыт тәүге урында тора, шуға күрә ул кисекмәҫтән Халыҡ мәғарифы министрлығына вазифаһына йортона яҡын урында эшкә тәғәйенләү тураһында үтенес яҙа. 1848 йылдың 16 сентябрендә ул Дижон лицейына физика профессоры итеп тәғәйенләнә. Шул йылдың ноябренә тиклем оптик активлыҡты һәм шарап менән рацемик кислотаның ассимтрияһын тикшереү өсөн Парижда ҡалып тора. Пастерға лицейҙағы эшен башҡарыр өсөн Дижонға ҡайтырға тура килә, дуҫы Шарль Шапюиға яҙған хатынан күренеүенсә, бындағы эш уға оҡшамай, беренсенән, лицейҙағы дәрестәргә әҙерләнер өсөн бик күп ваҡытын сарыф итә, икенсенән, уның класында 80 уҡыусы була, уларҙың иғтибарын һәм тәртипте тотоу өсөн, уға лаборатор практикалар уйлап табырға тура килә. [44]. Бер нисә аҙна лицейҙа эшләгәндән һуң, 1848 йылдың декабрендә, Пастер Страсбург университетының химия профессоры дәрәжәһенә лайыҡ булыуын белә[43].

«Шыйыҡсаларҙың әйләнеү поляризацияһына ҡараған күренештәрҙе тикшереү»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пастер тарафынан асылған уң һәм һул шарап кислоталары кристалдарының схематик һыҙмаһы

Пастерҙың Эколь-Нормалдә яҡлаған икенсе докторлыҡ диссертацияһы «Шыйыҡсалараҙың әйләнеү поляризацияһына ҡараған күренештәрҙе тикшеренеү» тип аталған була. А. Имшенецкий фекеренсә, оптик актив шыйыҡсаларҙа ялпаҡ полярлашҡан яҡтылыҡтың әйләнеш мөйөшөн өйрәнеү Пастерҙың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙарына ҙур йоғонто яһай. Үҙ сиратында, был теманы уға кристаллография уҡытыусыһы Деляфос әйтә: полярлашыу яҫылығының әйләнеүе һәм составы менән кристалдарҙың формалары араһындағы бәйләнештең барлығын тикшереп иҫбатларға кәрәк, тип, Пастерҙы был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһындыра[45]. Органик матдәләрҙең оптик активлығын беренсе булып асыусы Жан-Батист Био Пастерҙы үҙе үткәргән тәжрибәләрҙе демонстрациялау өсөн саҡыра. 74 йәшлек Био Пастерҙың бик ҙур әҙерлек һәм һаҡлыҡ менән тәжрибәләр үткәреүенә һоҡлана һәм хуплай. Артабан ғалим Пастерға төрлөсә ярҙам күрһәтә. Био, Дюма, Балар һәм Ренонан торған Фәндәр академияһы комиссияһы алдында Пастер үҙенең тикшеренеүҙәре тураһында доклад менән сығыш яһай. Ғалимдың барлыҡ һөҙөмтәләре тулыһынса раҫлана[38].

Пастер, Био кеүек, әүҙем полярлашҡан яҡтылыҡҡа актив матдәләрҙең төрлөсә мөнәсәбәте атомдарҙың молекулалағы урынлашыуы менән аңлатыла, тип күҙаллай. 1844 йыл Мичерлих йөҙөм (рацемический) һәм шарап кислоталарын өйрәнгәндә улар кристалдарының составы һәм формаһыбер үк, бары тик шарап ислотаһы полярлашҡан нурҙы һулға табан, ә йөҙөм кислотаһы оптик әүҙем тугел тигән һығымтаға килә. Атомдарҙың тәбиғәте һәм һаны, уларҙың урынлашыуы һәм бер-береһе араһындағы алыҫлыҡта булыуы һәр саҡ бер төрлө ҡала, тип, Пастер, шарап кислотаһы физик үҙенсәлектәрен өйрәнгәндә, Мичерлихтан айырмалы рәүештә, бары тик был оптик актив кислота кристалдары үҙ ҡабырғаһында өҫтәлмә яҫылыҡ менән бүленгән икәнлегенә төшөнә. Тәжрибәләр үткәреп, әсеү барышында кислота оптик активлыҡҡа эйә — ул, йәғни, яҡтылыҡтың полярлашыу яҫылығын әйләндерергә һәләтле, шул уҡ ваҡытта химик синтезланған изомерлы йөҙөм кислотаһының бындай үҙенсәлеге юҡ, тип асыҡлай Пастер. Кристалдарҙы микроскоп аҫтында кристалл өйрәнеп, ғалим уларҙың көҙгөләгесә сағылған кеүек ике төрөн (типтарын) айыра. Кристалдарҙы иреткәндә уларҙың бер төрөнөң полярлашыу яҫылығы сәғәт уғы буйынса борола, ә икенсеһенеке сәғәт йөрөшөнә ҡаршы борола. Ике типтағы (төрҙәге) ҡушылманың 1:1 нисбәтендәге иретмәһе оптик активлыҡҡа эйә булмай. Ошо күҙәтеүҙәр арҡаһында Пастер,кристалдар төрлө структуралы молекулаларҙан тора, өҫтәүенә, улар икеһе лә химик реакциялар барышында бер төрлө барлыҡҡа килә, әммә тере организмдар уларҙың бары тик бер төрөн генә ҡуллана тигән һөҙөмтәгә килә. Шулай итеп, беренсе тапҡыр молекулаларҙың хираллеге (хиральность) күрһәтелә (грек һүҙенән барлыҡҡа килгән χειρ — «ҡул»)[46][39].

Страсбург — Лилль (1849-1857)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Луи Пастер — Страсбургта профессор. 1852 йыл самаһы Фото[47]

1849 йылдың 10 февралдә,Страсбургҡа килеүенә барлығы ике аҙна үткәндән һуң, Пастер университет ректоры Лоран Шарлдең 26 йәшлек ҡыҙы Мариға Мари[fr] өйләнә. П. Дебре раҫлауы буйынса, улар ике тапҡыр ғына осрашҡан була.[48]. Луи Пастер ректорға рәсми хатында, ғаиләләренең тулайым байлығы 50 000 франк тәшкил итһә лә, ул тик апаһы һәм һеңлеләренеке, ә Пастер үҙе «яҡшы һаулыҡ, изге күңел һәм университеттағы карьераһын» ғына тәҡдим итә алыуын яҙа. Шулай уҡ үҙенең физика буйынса диссертацияһына академиктарҙың һығымтаһын һалып, Парижда академик карьераһын үҫтереү ниәте тураһында хәбәр итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ректор исеменә хатта ҡыҙҙың исеме лә телгә алынмай,(ә ректорҙың ике ҡыҙы ла был саҡта кейәүҙә булмаған була)[49]. Тиҙҙән Страсбург ҡалаһына Жан-Жозеф Пастер килә, ул Шарль Лоран менән һөйләшеүҙәр алып бара. Һөҙөмтәлә, эш иҫ киткес тиҙ хәл ителә: 29 майҙа Луи һәм Мари никахлаша. Баллы айҙы улар Баденда үткәрә[50]. Луиза Роббинс фекере буйынса, Пастер ҡатынды һис бер хаталанмай һайлаған: Мари йорт һәм ғаилә тураһындағы хәстәрлекте тулыһынса үҙ өҫтөнә ала, шулай уҡ Пастерҙың секретаре һәм ышанслы хеҙмәт кешеһенә әйләнә. Пастер ҡыҙҙы, үҙенең һәр саҡ эш менән шөғөлләнәсәк икәнен алдан иҫкәртеп ҡуя (лабораторияһы йортта урынлашҡан була), әммә Шапюиҙың хаттарында бер йыл ярымдан һуң улар ғаиләлә төрлө үҙ-ара аңлашылмаусылыҡтың булыуы телгә алына. Мәҫәлән, бер мәл: Мари һәм Луи император Наполеон III менән осрашыуға барырға була — Пастер, атаһы кеүек үк, ажар бонапартист булған була — әммә ғалим «бер минутка» ғына лабораторияһына инеп китә һәм унан кисеп ашҡа ғына ҡайтып инә, быны реакцияны туҡтатырға ярамағанлыҡ менән ҡатынына аңлата. Пастерҙың ғаилә бурыстарынан фән менән шөғөлләнеүен һәр саҡ өҫтөн ҡуясағын Мари бик тиҙ аңлап ала. Страсбург ҡалаһында уларҙың өс балалары тыуа: 1850 йылда өлкән ҡыҙы Жанна, берҙән-бер улдары Жан-Батист 1851 йылда (суҡындырыусы атайы-крестный отец Био була) һәм Сесиль ҡыҙҙары 1853 йылда тыуа. Ғаиләгә аҡса етешмәй, бының сәбәптәренең береһе, моғайын, Пастерҙың эш хаҡы түбән булыуҙан тора. Экстраординар профессорға вазифаның ярты хаҡын ғына түләгәндәр, һәм шунлыҡтан Пастер, күңеленә ныҡ ятмаһа ла, төп эшенә ныҡ ҡамасаулаған өҫтәмә курстар уҡытырға мәжбүр булған. Ниһайәт, 1852 йылда ул ординар профессор дәрәжәһен ала һәм кисекмәҫтән дәрестәре теҙмәһен үҙенә ярағанса ҡора: аҙнаһына бары тик ике көн генә уҡыта, ә бөтә ҡалған ваҡытын лаборатор эксперименттарға арнай. Кистәрен Пастер балалары менән шөғөлләнә йәки уйнай, шулай ҙа Мари, Луи Жан-Батистың йүргәктәрен алмаштырырға ярҙам итмәй, тип атаһына яҙа[51][52].

Страсбургтағы фәнни эштәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Страсбург ҡалаһында Пастерҙың йорто. Мемориаль таҡтаташы яҡшы күренә. 2010 йылдағы фото

Пастер 1852 йылдың октябрендә Германия һәм Австрия химик етештереү үҙәктәре буйынса — Дрезден, Цвиккау, Лейпциг, Фрейбург, Вена һәм Прагала бер айлыҡ фәнни командировкала була. Пастерҙың Страсбургтағы фәнни эштәренең төп темаһы молекуляр диссимметрия була, 1848-1854 йылдарҙа уның был темаға арналған 20 мәҡәләһе баҫыла. Уны, әсеү барышында барлыҡҡа килгән шарап кислотаһында бер ни тиклем йөҙөм кислотаһы барлығын аса, яһалма юл менән ул йөҙөм кислотаһын барлыҡҡа килтереүгә ирешә. Химик кристаллографияөлкәһендә өлгәшелгән һөҙөмтәләргә ҡарамаҫтан, Пастер киң дөйөмләштереү Пастер кимәленә сығырға тырыша. Мәҫәлән, ул тышҡы йоғонтоларҙы тигеҙһеҙлек (ассимметрия) барлыҡҡа килтереүҙә йәки органик матдәләрҙе синтезлағанда реакция йүнәлеш үҙгәртер өсөн ҡулланырға тырыша. Ул кристалдарға магнит һәм шулай уҡ рефлектор һәм гелиостат ярҙамында ҡояш нурҙары менән йоғонто яһай. Ғөмүмән, Пастер, бөтә оптик актив матдәләр бары тик тере организмдар аша ғына синтезлаша ала һәм был үҙенсәлектәр бары тик хайуан һәм үҫемлектәрҙең составына ингән матдәләр өсөн генә хас тип раҫлай. Әммә ғалим тере сағында уҡ оптик актив углеводтар, спирттар һәм органик кислоталар яһалма синтез юлы менән барлыҡҡа килтерелә һәм төрлө органик матдәләрҙең уң һәм һул изомерҙарының таралыуы хайуан һәм үҫемлек күҙәнәктәре[53] протоплазмаларында таралған булыуы асыла. Атаһына һәм Шапюи Шарлгә яҙған хаттарында, Пастер, бәлки, уның тәжрибәһе «ғаләмдең Хоҙай тарафынан йәшерелгән серҙәрен асасаҡ», ә Мари үҙенең атаһына яҙған хаттарында Луи мотлаҡ Ньютон һәм Галилей кимәлендәге ғалим буласаҡ, тип ышанысын белдерә. Хәйер, Био Пастерҙы ваҡытын, аҡсаһын һәм көсөн билдәһеҙ эксперименттарға арнауҙан киҫәтә[38].

1853 йылда Пастер, профессор исеме бирелер алдынан, Фармацевтика йәмғиәтенән рацемик йөҙөм кислотаһы кристаллографияһы өлкәһендәге эштәре өсөн 1500 франк премия менән бүләкләнә, ә хөкүмәт уға , уның атаһы кеүек үк, Почетлы легион ордены кавалеры исемен бирә. Уны Академия составына индерергә маташалар, тик тәүге осорҙа был уңышһыҙ тамамлана[54]. Күңелһеҙләнгән Пастер ауырый башлай — уның башы ныҡ ауырта һәм ҡорһағын спазм тота. 1854 йылда ул оҙайлы ялға китә һәм ғаиләһе менән бергә Парижға китә. Страсбургҡа ғалим сентябрҙә ҡайта, унда яңы тәғәйенләнеү ала — Лилдә яңы асылған тәбиғи фәндәр факультеты деканы була[55][56].

Лилль ҡалаһындағы Пастер институтындағы ғалимдың лаборатория музейын реконструкцияһы.Грифель таҡтала һулдан — шарап кристаллохимияһы схемалары. 2018 йылдағы фото

1854 йылдың 2 декабрендә Пастер Лилль институтында декан урынын биләй. Был вазифаға тәғәйенләнеүҙе Пастер ҙур теләк менән ҡабул итә. Лилль был ваҡытта эре етештереү үҙәге була, ә 1854 йылдың 22 авгусында «ғәмәли фәндәр өлкәһендә» теория менән практиканы берләштереү маҡсатында император указы менән тәбиғи фәндәр факультеты асыла. Вазифа ғалимдың көнкүрешен дә яҡшырта:декандың эш хаҡы Страсбургтағы эше хаҡынан байтаҡ юғары була. Био кәңәшен тотоп, Пастер тере организмдарҙың химик төҙөлөшөн үҙгәртеү буйынса эксперименттары менән шөғөлләнеүҙе ташлай. 1855 йыл Фәндәр академияһында бер урын буш ҡала, Ж.-Б Био уны Луи Пастер бирергә тәҡдим итә. Был эш ҙур әүҙемлек талап итә Пастерҙан: ул конкурста ҡатнашыу өсөн формаль заявка бирә, баҫылған хеҙмәттәренең исемлеген төҙөй һәм, бер нисә аҙнаға Парижда ҡалып,уның кандидатураһы өсөн тауыш бирәсәк потенциаль коллегаларына визит яһай. Һайлауҙа ул еңеп сыға һәм ҡатыны Мариға «ысынлап та иң яҡшы ғалимдар минең өсөн тауыш бирҙеләр» тип яҙа [38].

Пастер өс йыл декан вазифаһын да эшләй һәм үҙен талантлы ойоштороусы һәм администратор итеп күрһәтә. Атап әйткәндә, ул бөтә дисциплиналар буйынса лаборатор дәрестәр индерә, бер туҡтауһыҙ «теория — практиканың әсәһе», ә теорияһыҙ практика — «был ябай ялыҡтырғыс ғәҙәт» тип әйтә. Ул шулай уҡ халыҡ мәғарифы министрлығының университеттар бары тик мәктәп уҡытыусыларын ғына әҙерләргә тейеш тигән ҡарары менән килешә алмай һәм университет профессураһы ғилми эштәр алып барырға тейеш, тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Пастер үҙенең студенттарын Бельгияға металлургия етештереүсе предприятиеларына һәм төньяҡ департаменттарҙың тупраҡ уңдырышлығын тикшерергә ебәрә. Профессор үҙе сөгөлдөрҙән спирт ҡыуыу, сөгөөлдөрҙөң ҡайнаған матдәһен ағартыу, рафинадлау һәм ферментлаштырыу менән шөғөлләнә - быларҙың барыһы ла Лилль етештереү предприятиелары өсөн мөһим булған була. Спиртзавод хужаһы Эдуард Биго заказы арҡаһында Пастер әсеү процессы менән ҡыҙыҡһына, сөнки ул шәкәр сөгөлдөрөнән алынған шәкәрҙең тәүге сеймал сифатын аңларға теләй[57].

1857 йылдың сентябрендә (des directeur études) Юғары нормаль мәктәбендә уҡытыу эштәре буйынса директор урыны бушай. Пастер был вазифаға дәғүә итеү ниәтен кисекмәҫтән иғлан итә. 22 октябрҙә ул директор вазифаһын ала. 34 йәшлек Луи Пастер Парижға күсә, шунан уның бөтә ғалим тормошо Эколь Нормаль менән бәйле була[37].

Эколь Нормаль. Әсеүҙе һәм үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүҙе тикшеренеү (1857-1864)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1857 йылда Пастер

Эколь Нормалдәге карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пастер-администратор. Юғары нормаль мәктәптәге реформалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эштәр буйынса директор вазифаһын тыш, Пастерға « иҡтисади һәм гигиена мәсьәләләрен, дөйөм дисциплина, студенттар ғаиләһе менән бәйләнеш мәсьәләләрен» йөкмәтәләр. Шул уҡ ваҡытта уға таянып эшләргә лаборатория ла, эксперименттар үткәреү төсөн аҡса ла бирмәйҙәр. Башлаған тикшеренеүҙәрҙе дауам итерөсөн уға ҡағиҙәне боҙорға һәм өҫтәмә саралар эҙләп табырға тура килә. Тәүҙә ул Юғары мәктәптең мансардаһындағы ике бүлмәлә лаборатория йыһазландыра һәм 1864 йылдан алып институт бинаһының айырым ҡанатын биләй. 1862 йылда Пастерҙың "Бюджет һәм фән" тигән мәҡәләһен уҡыған император Наполеон III арҡаһында ғалим лаборатория шарттарын бер аҙ яҡшыртыуға өлгәшә[58]. Әсеү тикшеренеүҙәре арҡаһында 1862 йылда Пастерға эксперименттар үткәреү өсөн йылына 2000 франк бүләләр. 1862 йылдың 8 декабрендә, ҡырҡ йәшенә тиклем бер нисә аҙна ҡалғанда, Пастер Фәндәр академияһының минералогия секторына академик итеп һайлана (60 тауыш араһында 36 тауыш яҡлап)[38]. Пастер өсөн был ғилми берләшмәнең уны һанға алыуының, таныуының мөһим билдәһе була, әммә академия ултырыштарында шәхси булыуҙың талап ителеүе Пастерҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Бынан тыш, 1963 йылдың ноябренән 1867 йылдың октябре тамамланғансы "геология, физика һәм химия фәндәренең нәфис сәнғәткә ҡағылышлы профессор" итеп һайланған Пастер Нәфис сәнғәт академияһында лекциялар уҡый. Ябайлаштырып әйткәндә, ул рәссамдарҙы буяу, май һәм туҡыманы грунтауға әҙерләргә өйрәтә. 1865-1870 йылдарҙа Пастер ебәк ҡарышлауыҡтары ауырыуы менән шөғөлләнә башлағас, һәр яҙҙы ауыл ерендә үткәрә[37].

Париждағы элекке Пастер лабораторияһы бинаһындағы мемориаль таҡтаташ

Директор вазифаһынан бушағанға тиклем Пастер күп ваҡытын һәм көсөн административ эштәр алып бара , бигерәк тә — Эколь Нормалдә реформалар үткәрә. Реформаларҙың иң беренсеһе булып агреже-препараторҙарҙың ставкаһын икенән бишкә тиклем ҙурайта һәм уларҙың контракттары мөҙҙәтен 7-8 йылдан ике йылға тиклем ҡыҫҡарта, был саралар институттан тамамлаусылар араһында конкуренцияны арттырырға, фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтергә һәм докторанттар һанының артыуына килтерергә тейеш булғанлыҡтан кәрәк тип табыла. 1863 йылдан алып институтты тамамлаған иң яҡшы студент Пастерҙың үҙ лабораторияһына эшкә тәғәйенләнә. Эколь Нормалдәге тәбиғи фәндәр факультеты Сорбонна менән ныҡ бәйле була, шуға күрә Пастер фән тарихы буйынса ике йыллыҡ үҙ курс индерә. 1864 йылда Пастер Annales scientifiques de l'École normale supérieure журналын нәшер итә башлай, унда Эколь Нормаль студенттары һәм уны тамамлаусылар физика, химия һәм тәбиғи фәндәр өлкәһендәге тикшеренеүҙәрен нәшер итә ала (Пастер вафатынан һуң был журнал тулыһынса математик журналға әйләндерелә)[59]. Пастер реформаларының дәлиле булып докторантуралағы 15 урынға йыл һайын 200-230 кеше дәғүә итә. Политехник мәктәпкә барырға кандидаттарҙың күбеһе 1861 һәм 1864 йылдарҙа Эколь Нормаль мәктәбенә инеүҙе хуп күрәләр, бының менән Пастер хаҡлы рәүештә ғорурлана. Факультетта ҡырыҫ һәм авторитар холоҡло Пастер студенттар һәм уҡытыусылар араһында ныҡлы дисциплина булдыра[37].

1865 йылда Луи Пастерҙы Наполеон III һарайында ҡабул итә һәм үҙенең ярандарына яҡынайта, императорҙың Компьендағы шәхси резиденцияһында Луи бер аҙна була. Ул императорға һәм император ҡатыны Евгенияға микроскоп аша һауа, һыу һәм тупраҡтағы күп микроорганизмдарҙы күрһәтә. Ул шулай уҡ император баҙында әсеп күбенеүҙән боҙола башлаған шарапты таба. Киләһе йылда шарапты тикшереү тураһындағы мәҡәләһен ғалим Наполеон III-кә арнай, был эше өсөн Пастер почетлы легион командоры дәрәжәһенә эйә була. Был уңыштары Пастерҙың Францияла бөйөк милли ғалимтигән статусын нығыта[60].

Студенттар манифестациялары һәм отставкаға китеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
д ' Юльм урамында Пастерҙың элекке лабораторияһы бинаһы . 2011 йылдағы фото

1863 йылдың мартында Пастер мәктәп бинаһынан рөхсәтһеҙ сыҡҡан ике студентты мәктәптән ҡыуа. Был ҡарарын Пастер үҙен һанға һуҡмауҙары менән аңлата. Һөҙөмтәлә студенттарҙың дүрттән өс өлөшө Пастерҙы отставкаға ебәреү тураһындағы петицияға ҡул ҡуя, әммә халыҡ мәғарифы министрлығы ҡыҫылыу арҡаһында мәктәптә кәрәкле тәртип булдырыла, тыныслыҡ тергеҙелә, ҡыуылған студенттар кире ҡайтарыла, ә ҡалғандары ҡәтғи киҫәтелә. Артабан Пастер һәм властар араһындағы мөнәсәбәттәр боҙола бара. 1867 йылдың июнь айында студенттарҙың береһе сенатор Сент-Бевтың азатлыҡ тураһындағы телмәрен яҡлап асыҡ хат яҙа, был хат матбуғатта баҫылып сыға. Был Эколь Нормаль мәктәбендәге студенттарҙың теләһә ниндәй сәйәси эшмәкәрлеген тыйыуҙы боҙа; бынан тыш, хат авторы күптән түгел генә Наполеон III-кә һөжүм итеү тураһында иронияһын йәшермәй яҙған була. Был студентты мәктәптән сығарғандан һуң, башҡа студенттар бунт күтәрә, уларҙы гуманитарийҙар етәкләй. Студенттарманифестация ойоштороп, урамдар буйында баштарына кәстрүл кейеп йөрөй. Һөҙөмтәлә Пастер министрлыҡ етәкселәре һәм студенттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, үҙе мәктәп ябылырға тейеш тип белдерә һәм үҙе отставкаға китергә ғариза бирә. Ысынлап та, Эколь Нормаль мәктәбе 1867 йылдың октябренә тиклем ябыҡ була, ә мәктәптең өс етәксеһе, улар иҫәбендә Пастер ҙа, алмаштырыла. Тәүҙә Пастерға юғары белем генераль инспекторы вазифаһын тәҡдим итәләр (ә ул үҙенең кандидатураһын төшөрә), артабан уға, Сорбоннала химия профессоры һәм Эколь Нормалдә, фатирын һәм лабораторияһын һаҡлап, maître de conférences[fr] вазифаһында урын бирелә. 1867 йылдың сентябрендә Пастер император Наполеон III -кә һәм халыҡ мәғарифы министрына хат менән мөрәжәғәт итә: ул Сорбонналағы вазифа менән ризалаша, әммә Эколь Нормалдә ҡалыуҙан баш тарта. Быға алмашҡа ул Нормаль мәктәбендә үҙ тикшеренеүҙәрен алып барыу өсөн заманса йыһазландырылғанфизиологик химия лабораторияһын төҙөүҙе талап итә , быны « Франция башҡа дәғүәсе илдәрҙән ғилми өҫтөнлөгөн һаҡларға тейеш» тип аңлата. 1868 йылдың авгусында лаборатория төҙөүгә Император һарайы министрлығы һәм Халыҡ мәғариф министрлығы 60 000 франк бүлә. Әммә Франция-Пруссия һуғышы һәм Париж коммунаһы арҡаһында эштәр тамамланмай ҡала[37].

Эколь Нормалдә вазифа биләгәнгә бер йыл үткәс, Пастерҙарҙың 1858 йылда дүртенсе балаһы — ҡыҙҙары Мари-Луиза тыуа. Ғаиләнең ике бәләкәй балалары ата-әсәләре менән Парижда йәшәй, ә өлкән ике балаларын — улдары Жан-Батисты һәм ҡыҙҙары Жаннаны — Пастер үҙе ҡасандыр уҡыған Арбуа пансионына уҡырға ебәрә. Был ҡалала балаларҙың ҡартатаһы — Жан-Жозеф Пастер — һәм инәйҙәренең ғаиләһе йәшәй. Пастер улына ҡарата ныҡ талапсан була, уҡыуҙа гелән «яҡшы» йәки «бик яҡшы» баһаларына ғына уҡыуын талап итә. Ҡыҙына яҙған хаттарында Жаннаны тыңлаулы һәм итәғәтле булырға, «Хоҙайҙан ҡурҡырға һәм яратырға», шулай уҡ грамматика һәм орфографияны яҡшы белергә өндәй. 1859 йылдың йәйендә туғыҙ йәшлек Жанна биҙгәк менән көслө ауырып китә; мадам Пастер ашығыс рәүештә ҡыҙы янына килә, ә Пастер үҙе, имтихандар күҙәтеп, Парижда тороп ҡалырға мәжбүр була. Өс аҙна үткәс, ҡыҙҙары ҡорһаҡ тифынан вафат була[61]. 1863 йылда Пастерҙарҙың бишенсе һәм һуңғы балаһы — ҡыҙҙары Камилла тыуа, ләкин уныһы ла ике йәшендә бауыр шешенән вафат була. 1865 йылдың йәйендә Пастерҙың һөйөклө атаһы вафат була. 1866 йылда тиф ауырыуынан Пастерҙарҙың 12 йәшлек уртансы ҡыҙҙары Сесиль вафат була. Ғаиләләге ҡайғы-хәсрәттәр Пастерҙың ғалимдарҙа ғына булған тикшеренеүҙәрен көсәйтеп ебәрә; ә ул ваҡыттағы административ вазифаһын йөкмәп тартыу уны ныҡ бошондора. Наполеон III-төң адъютанты полковник Фавеға хатында Пастер, тикшеренеүселәр тормоштарының бары тик 20-25 йылын ғына ғилми эштәргә әүҙем тотона ала, шуға күрә минутын да бушҡа үткәрә алмай, тип яҙа[38][62].

Пастер химигк образында. Төҫлө литография

Әсеүҙең биологик тәбиғәтен иҫбатлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әсеү процестарын өйрәнеү менән Пастер 1857 йылдан алып шөғөлләнә, тап ошо йылда был темаға үҙенең беренсе «мемуарын» яҙа.Был мәҡәләлә башта әсегән һөт тураһында һүҙ бара. Пастер ныҡ ҙур ышаныс менән һауа булмаған урында йәшәргә һәләтле тере йән эйәләре әсеүҙе башлап ебәрә, был тере йәндәрҙең үрсеүе һөттәге шәкәрҙе һөт кислотаһына әйләндереп башлап әсетә, тип аңлата.Быны иҫбатлау өсөн ул үтә күренмәле һурпала бактерия культураларын үҫтерә һәм уларҙың һөттәге сүпрә бактериялары менән сағыштырып ҡарай һәм уларҙың айырылып торғандарын дәлилләй. Шул уҡ «мемуар»ҙа ул тәүге тапҡыр бер нисә теоретик положениеларҙы әйтә, ә уларҙы иҫбатлау ике тиҫтә йыл эксперименталь эш талап итә. 1857 йылда Пастер спиртлы әсеү эшләү тураһында үҙенең беренсе хәбәрен әйтә[63].

Ул ваҡытта әсеү процесы химик тәбиғәтле тип хакимлыҡ иткән Либих теорияһы йөрөгән була. 1861 йылда Пастер спирт, глицерин һәм гәрәбә кислотаһы нигеҙендә анаэроб микроорганизмдар май әсеүен тыуҙыра алыу мөмкинлеген иҫбатлай. Ошо эштәре өсөн 1861 йылда Пастер Франция Фәндәр акадеемияһыныңДженнер премияһына һәм Король йәмғиәтенең Румфорд миҙалына лайыҡ була[64]. Әсеү арҡаһында уксустың барлыҡҡа килеүе сәбәптәрен тикшереү Пастерҙы 1862 йылда химия һәм кристаллография мәсьәләләренән биологияға күсеүгә килтерә[65]. Пастерҙың әсеү буйынса эштәре үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүҙе өйрәнеү һәм ебәк ҡарышлауыҡтары сирен өйрәнеү менән ваҡыт-ваҡыт бүленеп тора, шуға күрә фәнни әҙәбиәттә уның ғилми эштәре комплекслы күрһәтелгән[64].

Артабан Луи Пастер әсеү процессы әсеп ҡабара башлаған шыйыҡлыҡ менән туҡланыусы сүпрә бәшмәктәре эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнгәнлеген иҫбатлай. Был мәсьәләне асыҡлағанда Пастерға быға тиклем әсеү ул Либихтың химик процесс тип хакимлык иткән ҡарашын инҡар итергә тура килә. Пастерҙың бигерәк тә, эсендә бәшмәктәр өсөн аҙыҡ булып хеҙмәт иткән таҙа шәкәр, минерал тоҙҙар , аммиак тоҙо һәм азотлы шыйыҡсаны тикшереп үткәргән тәжрибәһе уның гипотезаһын иҫбатлау өсөн ныҡ ышандырғыс тәжрибә була. Бәшмәк үҫеп ауырлығы арта барған һайын аммиак тоҙо кәмей бара. Ә азотлы органик матдәне тултырыусы фермент юҡҡа сыҡҡанда, Либихтың теорияһы буйынса, бәшмәктең ауырлығы кәмеүен һәм аммиактың бүленеп сығыуын көтөргә кәрәк булған була. Һуңыраҡ Пастер һөт әсеп ойоғанда шулай уҡ әсеүсе шыйыҡсалағы тере йәндәрҙең кимәле һәм ауырлығы артыуын, ә бының өсөн «ойошҡан ферменттар»ҙың (ул ваҡытта тере микроб күҙәнәктәренән ошолай атағандар) булыуы мөһимлеген күрһәтә үҙенең тикшеренүеҙәре барышында. Үҙенең һөҙөмтәләрен иҫбат итер өсөн Пастер хатта Либихҡа махсус тикшереү комиссияһы ойоштрорға кәрәк тип мөрәжәғәт итә, әммә Либих бынан баш тарта[66].

Луи Пастер шул уҡ ваҡытта тағы ла бер мөһим асыш яһай. Ул кислородһыҙ йәшәй алған организмдарҙы таба. Уларҙың ҡайһы берҙәре өсөн кислород бөтөнләй кәрәк түгел, ә хатта ағыулы, тип әйтә. Бындай организмдар ҡәтғи анаэробтар тип атала (йәки облигатный) анаэробтар. Уларҙың вәкилдәре — майҙы әсетеүсе микробтар. Бындай микробтарҙың үрсеүе шарап һәм һыраның әсеп кырҡыулашыуын барлыҡҡа килтерә. Әсеү, шулай итеп, анаэроб процесс, йәғни «кислородтан башҡа тормош» булып сыға, сөнки кислород уға кире йоғонто яһай (эффект Пастера). Киреһенсә, спирт кислород булғанда ҡырҡыулаша. Пастерға был дилемма тураһында ныҡ уйланырға тура килә: йә әсеү процесын айырым төр итеп билдәләргә, йә иһә кислородһыҙ мөхиттә әсеү билдәле булған әсеүҙең бер төрө тип һанарға кәрәк. Пастер шулай итеп әсеү тәғлимәтенең яңы бүлеген — микробтар физиологияһы бүлегенә нигеҙ һала.

Пастеризация һәм сереү проблемалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пастерҙың әсеүҙе өйрәнеү тәжрибәләре ваҡытында ҡулланған инструменттары

1864 йылда Францияның шарап эшләүселәре "шарап ауырыуҙары" менән көрәш ысулдарын һәм методтарын уйлап табып, шараптың тәмен, үтә күренмәлеген, еҫен һәм башҡа үҙенсәлектәрен яҡшыртып, зауыҡлы итергә ярҙам итеүен һөрап Пастерға мөрәжәғәт итә[Прим. 6]. Атап әйткәндә, мадам Бусико — Париж универмагына нигеҙ һалыусы Marché Бондың тол ҡатыны — был мәсьәләне сисеү ихтыяжына яҡынса 100 000 франк тапшыра.[37]. 1866 йылда Пастерҙың был өлкәләге эш йомғаҡтары булып «Шарап тураһындағы тикшеренеүҙәр» монографияһы сыға. Ғалим был хеҙмәтендә, шараптың сифатын күтәреү өсөн: шараптағы микробтар эшмәкәрлеген көйләргә кәрәк, сөнки микроорганизмдарҙан башҡа шарап сирләмәй, тип әйтә. Пастер төрлө сирҙәр микроорганизмдар арҡаһында барлыҡҡва килә; тимәк, һәм әгәр араплы һәр шешәне 50—60 °C тиклем йылытҡанда, ул боҙолмайса оҙаҡ сыҙай ала, тип иҫбатлай. Һуңынан был ысул пастеризациялау тип атала. Шараптың юғары сифатлы сорттарын алырөсөн иң тәүҙә әсеүсе шараптың өҫтөндә һауа торорға тейеш[64]. Пастер үҙенең тикшеренеүҙәре барышында споралар барлыҡҡа килтереүсе бактерияларҙың оҙаҡ ҡайнатыу һәм ҡояш нурҙары аҫтында торған саҡта тотороҡло һаҡланыуҙарын аңлай Ошоно аңлаған Пастер пастеризациялауҙың яңы ысулын тәҡдим итә  — шыйыҡса әсеп боҙолмаһын өсөн уны 120 °C баҫым аҫтында пар менән, йәки 140 °C ҡоро пар менән эшкәртеү кәрәк тип таба. Бының өсөн ул «папенов ҡаҙаны»н ҡуллана, унан хәҙерге автоклавтар барлыҡҡа килгән[65]. Пастер хатта, шарап эшкәртеүселәр һәм шарапсы-сомельеларҙы саҡырып, пастеризацияланған һәм пастеризацияланмаған шараптың тәмен баһалау өсөн махсус эксперименттар үткәрә. Әйтергә кәрәк, улар барыһы ла тиерлек пастеризацияланған шарапҡа өҫтөнлөк бирә; шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге шарап эшләү процесында пастеризациялау бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек, шарапты һаҡлау өсөн сульфиттар ҡулланыла[38]. 1867 йылда бөтә донъя күргәҙмәһендә шарап һаҡлау ысулдарын тапҡан өсөн Пастер алтын миҙалға лайыҡ була[20].

Микроорганизмдарҙың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүен өйрәнеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пастер микроорганизмдарҙың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүен өйрәнеү осоронда. Пети фотографияһы буйынса Шульц литографияһы

Микроорганизмдарҙың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеү мөмкинлеге мәсьәләләрен асыҡлауҙы Пастер 1859-1864 йылдарҙа әсеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәре менән бер үк ваҡытта алып бара. Уның был өлкәләге тикшеренеүҙәре әсегән шыйыҡсаларға айырым төр микроблы төнәтмәләр ҡушып һаҡлауҙың мәғәнәһеҙ булыуын иҫбат итә[67]. Биология тарихсыһы Ролл Нильс-Хансен әйтеүенсә, «Пастерҙың эше фәндәге ҙур асыш булып һанала», уның оппоненттары һәм скептиктар үҙҙәренең еңелеүен бары тик егерме йыл үткәс кенә таныйҙар[68].

Шул ваҡытта микроорганизмдарҙың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе яҡлыларҙың береһе физиолог, Руаналағы Милли тәбиғәт тарихы музейы директоры Феликс Архимед Пуше (Музея естественной истории[fr]) була. Уның 1859 йылда баҫылған «Гетерогения» тигән трактатында [69] үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүҙе эксперименттар юлы менән раҫлау тураһында һүҙ бара[38]. Пуше органик мөхиттә башланғыстары (зародыши) булмаған осраҡта ла микроорганизмдарҙың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе килеп сығыуы мөмкин, ти. Ике ғалим араһындағы был бәхәстә Пастер иһә микроорганизмдарҙың "ата-әсәһе" тикшереү мөхитендә бар, ти. Пастер теорияһы методологик мөнәсәбәттә гомогенетик була, йәғни, оҡшаш матдә оҡшаш матдәнән барлыҡҡа килә тип раҫлай.Тәүге тормоштоң барлыҡҡа килеүе мәсьәләһенә ғалим агностик позициянан сығып ҡарай. Пастер тәғлимәтенә ярашлы, һауа, һыу һәм тупраҡта күп төрлө тере йәндәрҙең башланғысы (зародыши) бар, улар үҙҙәренә яраҡлы тышҡы мөхиттә үҙенән-үҙе үрсей, тип әйтә[68].

Пастер лаборатор ҡуяндар янында

1869 йылда Пастер Король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы итеп һайлана[20]. Микроорганизмдарҙың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе тураһындағы Пастерҙың тәғлимәте Джозеф Листерҙың[70] антисептик методына ҙур йоғонто яһай

Йоғошло ауырыуҙарҙы өйрәнеү (1865-1882)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ебәк ҡарышлауыҡтарының ауырыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ебәк ағасы япрағының ферментлашыу барышындағы микроскопик препараты

1865 йылда Жан-Батист Дюма Пастерға Францияның көнъяғындағы индустрияға ныҡ зыян килтерегән ебәк ҡарышлауыҡтарының ауырыуҙары менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. кокон. Шәхси хәбәр яҙмаларында Пастер-химик үҙенә был мәсьәләнең ят һәм тикшеренеүҙәре өлкәһенән, шулай уҡ шәхси мәнфәғәтенән алыҫ булыуын билдәләй. Шуға ҡарамаҫтан, үҙ тикшеренеүҙәре өсөн аҡсаға мохтажлыҡ, шулай уҡ патриотик тойғолар кисереүе арҡаһында Пастер был мәсьәләне сисеү менән шөғөлләнергә ризалаша[38]. Дөйөм алғанда, Франция ебәк индустрияһын ҡотҡарыу проекты өҫтөндә Луи Пастер биш йыл дауамында шөғөлләнә, уның студенттары һәм ҡатыны ебәк етештереү иҡтисадын, төрлө илдәрҙән алынған грена сифатын баһалау методтарын үҙләштереү һәм ҡарышлауыҡтарҙы үҫтереү алымдарын үҙләштереү менән булыша[64]. Үҙ ризалығына яуап итеп, Пастер ебәк етештереүселәргә һәм Дюмаға үҙ шарттарын ҡуя: үҙенең студенттары араһынан ул ассистенттар ала, ә проекттың асылы, тикшеренеүҙәрҙең уңышһыҙлыҡҡа осрауы ихтималлылығынан, матбуғатта яҙылмаҫҡа тейеш була. Әгәр ҙә Франция XIX быуат башына тиклем донъяла ебәктең 10 % -ын етештергән булһа (йылына 26 000 тонна кокон), 1865 йылда был һан алты тапҡыр кәмегән, һәм эпидемия бөтө Европаны һәм яяҡын көнсығышты биләп алған була. Сир менән зарарланмаған гренаны бары тик Япониянан ғына һатып алырға мөмкин булған була, әммә эпидемия тынмай. Урындағы ваҡланған боросто хәтерләтеп, тәне ҡара таптар менән ҡапланған сирле ҡарышлауыҡтың ауырыуын «пебрина[en]» (pébrine) — тип атайҙар[38].

Пастерҙың сирле ебәк ҡарышлауыҡтарын тикшергәндә ҡулланған поход микроскобы

Пастерҙың тикшеренеү төркөмдәре Ж.-Б Дюманың тыуған ере Алеста төпләнә: унда йорт биләйҙәр һәм ебәкселекте практик өйрәнеүгә тотоналар. Тикшеренеүселәр эштәрен бары тик ғалимдың атаһы һәм кесе ҡыҙҙары Камилла вафат булғанда һәм Эколь Нормалдә имтихандар үткәрелгәндә генә туҡтатып торалар. Әммә 1865-1866 йылдарҙың ҡышында һәм 1869 йылға тиклем Пастер бер нисә ай дауамында стационарҙа тикшеренеүҙәрен үткәрә. . Пастерҙың провинциялағы тормошо Париждағы лабораториялағы эш режимынан бик аҙ айырыла: ул тырышып эшләй, ассистенттарына аныҡ тәҡдимдәр бирә, әммә бер ҡасан да тикшеренеү маҡсаттарын йәки гипотезахын аңлатмай (ассистенттары хатта даими «угадайка»ға уйнағандар). 1866 йыл миҙгел ваҡытында Пастер үҙе менән ҡатыны Мариҙы һәм 7 йәшлек ҡыҙ Мари-Луизаны ала[38]. Ҡарышлауыҡтарҙың эпидемияһының барлыҡҡа килеүенең ике төр сир арҡаһында булыуын аңлау өсөн уға өс йыл ваҡыт — 1865-1867 йылдар - кәрәк була[38]. Пебрина менән ауырыған ҡарышлауыҡтар тәндәре туҡымаларында ниндәйҙер ялтырауыҡ тәндәр табыла, ә һау ҡарышлауыҡтарҙа ундай тәндәр булмаған була[Прим. 7]. Икенсе ауырыу флашерия[en] (flacherie )исемен ала, уны барлыҡҡа килтереүселәр стрептококтар була, тап шулар ҡарышлауыҡтарҙы хәлһеҙләтә һәм тышҡы ҡатламын бәлтерәтә. Ҡарышлауыҡтарҙың һәләк булыуының төп сәбәпсеһе пебрина булғанын асыҡлағас, Пастерүҙенең тикшеренеүҙәге төп көстәрен тап пебринаға йүнәлтә. Пебринаны червоводен саңында табалар, был саң сирле ҡарышлауыҡтарҙың ебәк ағасы япрағындағы буҡтары менән тарала һәм сәләмәт ҡарышлауыҡтарға йоға. Шулай уҡ микроскоп аша ҡарап, сир тыуҙырыусыларҙы гренала һәм ҡарышлауыҡта түгел, ә өлкән күбәләктәрҙең кәүҙәләрендә табалар. Пастерҙың ысулы ошонан тора: таҙа туҡыма киҫәгенә ебәк күбәләген беркетәләр һәм уның күкәйҙәрен (гренаны) һалалар). Күбәләк кәүҙәһен артабан килелә онтайҙар һәм әҙер препаратты микроскоп аша ҡарайҙар. Зарарлы тәндәрҙе туҡымаларында тотмаған күбәләктәр һалған күкәйҙәр-греналар ғына сифатлы тип табыла. Микроскопик тикшереүҙәр пебрина эпизоотияһын юҡ итергә мөмкинлек бирә[64]. Ҙур дымлылыҡ һәм антисанитария булған урындар червоводняларҙа флашерия сирен барлыҡҡа килтерә, өҫтәүенә, уны таратыуҙа ҙур ролде ебәк ағастарының еүеш япраҡтарындағы ферменттар төп ролде уйнай[38].

Наполеон III-төң Италиялағы Триеста янындағы Вилла-Вичентино поместьеһында үткән тикшеренеүҙәр пебрина эпидемияһына сик ҡуя. Был урында пебрина һәм флашерия эпидемияһы булмаған була, һәм 1869 йылдың ноябренән алып 1870 йылдың июленә тиклем Пастер ғаиләһе менән бергә бында була. Һау-сәләмәт ҡарышлауыҡтарҙың үҫеш циклдарын ғалим тыныс шарттарҙа күҙәтеп, уларҙың сирҙәре тураһында дөйөмләштерелгәнғилми хеҙмәтен яҙа; Мари-Луиза һәм Жан-Батист Пастер итальян телен өйрәнә, ә аталары уларға «ысын тоғролоҡ һәм дәүләт данының» нимәнән ғибәрәт икәнен аңлатыу өсөн Наполеон Бонапарт тураһында балаларын уҡырға мәжбүр итә. Әммә был осорҙа уның ысулдарын Италия ауыл хужалығы журналдарында ныҡ тәнҡитләйҙәр. Был журналдарҙа алыҫ Япониянан һатып алған ебәк менән сауҙа итеүселәр, килемдәрен юғалтыуҙан ҡурҡып, ә консерватив ҡарашлы алпауыттар һәм крәҫтиәндәр Пастерҙың тикшеренеүҙәренән бер ниндәй ҙә ғәмәли файҙа күреү мөмкинлеген аңламағанлыҡтан, ғалимға ҡаршы сығалар. Пастер уларға бик ныҡ ҡаршы тора, шуның һөҙөмтәһендә 1868 йылда ғалим инсульт кисерә.[71].

Пастерҙың ебәкселек тураһындағы ике томлыҡ дөйөмләштерелгән фундаменталь хеҙмәте 1870 йылда баҫыла. Александр Имшенецкий фекеренсә, ҡарышлауыҡтар тураһындағы Пастерҙың ғилми эштәре ғалимдың фәнни эволюцияһында ҙур роль уйнай. Пастер - донъяла беренсе булып тере йән эйәләренең патологияһын өйрәнеүсе, тере йәндәрҙең үҙҙәрендә үрсегән микробтарға реакцияһын күҙәтеүсе һәм микробтарҙың ауырыуҙарҙы тыуҙырыусы булып торғанын асыу менән шөғөлләнеүсе ғалим. Пастер - әсеү прцесында һәм сирҙәр барлыҡҡа килеүҙә микробтарҙың ролен асыусы. Ғалим ике осраҡта ла тирә-яҡ мөхиттә барған үҙгәрештәр арҡаһында микробтар барлыҡҡа килә, микроорганизмдар әсеүҙең һәм ауырыуҙарҙың төп сәбәпсеһе булып тора, ә һөҙөмтәһе түгел, тип иҫбатлай. Ебәк ҡарышлауығын тикшергәндә Пастер ауырыуҙың нәҫелдән-нәҫелгә мираҫ буйынса тапшырылыуы менән осраша, эпидемияға (эпизоотияға) килтереүсе шарттарҙы өйрәнә һәм ауырыуҙарға ҡаршы көрәш ысулдарын эшләй. Шулай итеп, был ғалимдың патоген микробтарҙы тикшеренеүҙәренә бары тик «прелюдияһы» ғына була[72].

1867 йылда Наполеон III менән һөйләшеү ваҡытында Пастер инфекциялы ауырыуҙарҙы өйрәнеүгә тотонорға ниәте барлығы тураһында иғлан итә. Был ваҡытта ул уҡытыу бурысынан азат булған була, ә халыҡ мәғарифы министрлығы уның дөйөм уҡытыу эш күләме өсөн пенсия бирелгән була[73].

Пастер, француз-прусс һуғышы һәм Икенсе империяның ҡолауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Жан-Батист Пастерҙың А. Эдельфельдт төшөргән портреты.

Франция-пруссия һуғышы Пастерҙың тормошон ҡырҡа үҙгәртә — уның улы Жан-Батист армияға саҡырыла һәм тиҙҙән тиф менән ауырып китә. Был ауырыуҙан ике ҡыҙҙарын юғалтҡан ата, улын терелтеүгә бөтә тырышлығын һала[39]. Уға дуҫтары һәм етәкселәре Париждан китергә туранан-тура тәҡдим итә. Профессор үҙ лабораторияһында госпиталь урынлаштыра һәм эш хаҡын госпиталь ихтыяждары өсөн тотона[39]. Ахырҙа Пастер бөтә ғаиләһе менән Арбуаға эвакуациялана, был Седандағы алыштан һуң була[74]. Парижды ҡамауҙа тотоу ғалимда ҙур нәфрәт һәм асыу уята гнев, һәм ул асыҡтан-асыҡ бөтә Герман ияға нәфрәтен белдереп ант итәһәм шул антына ғүмеренең аҙағына тиклем ошо антты тота[39].

Ғалимдың улы, һауыҡҡандан һуң, Бурбаки армияһы сафына баҫа, ә Пастер, был хаҡта хәбәр алғас та, 1871 йылдың 24 ғинуарында Арбуаны ташлап китә һәм бер нисә аҙнаны Женевала үткәрә[75]. Артабан ул үҙенең кейәүе тәбиғәт тарихы факультетының деканы булып эшләгән Лионға күсә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Лионда Пастер үҙенең элекке эксперименттарына ҡабат ҡайта һәм магнит ҡырҙары тәьҫир аҫтында йөҙөм кислотаһы изомерын синтезлау буйынса тәжрибәләр үткәрә. Әммә уңышҡа өлгәшә алмайынса, үҙе өсөн ғәҙәти булған мәсьәләләргә кире ҡайтырға мәжбүр була[76]. Жан-Батист Пастер Париж ҡолатылғандан һуң генерал Сервьеның адъютанты булып хеҙмәт итә[77].

Апрель аҙағында Луи Пастер Клермон-Ферроға ебәк ҡарышлауыҡтары менән бәйле монографияһын дауам итергә тип килә һәм ғаиләһе менән Эмиль Дюклоның өйөндә йәшәй. Армиянан сыҡҡан Жан-Батист Пастер ҙа ғаиләләре менән ҡушыла[78]. 1871 йылдың йәйендә генә Пастер, Юльм урамындағы лабораторияһына ҡабат ҡайтып, һыра ҡайнатыу процесын оптималләштереү менән шөғөлләнә. Был бинаның подвалында һыра әсетеү мискәһе урынлаштырыла[79]. Һыра ҡайнатыу өлкәһендәге эштәре Пастерҙың Франция индустрияһында әллә ни ҙур уңышҡа килтермәй, әммә китабы инглиз телендә баҫылып сыҡҡас, китабын немец телендә баҫтырыуға рөхсәтен бирмәй[80]. Пастерҙың ысулдарын ҡайһы бер сит илдәрҙең һыра яһаусылары ҡуллана башлай. Үҙ сиратында, Томас Гексли «немецтар Пастерҙың эштәрен файҙаланған өсөн Францияға 5 миллиард контрибуция ҡайтарып бирәләр»[81].

Пастер, австрия һәм немецтарҙы яратмауына ҡарамаҫтан, 1871 йылда ебәк ҡарышлауыҡтарының сире менән көрәшеү ысулын тапҡан өсөн австро-венгрия тәғәйенләгән 5000 флорин (8500 франк) премия яулай. Пастер үҙенең асышын патентлай[82]. Икенсе империя ҡолатылғандан һуң Пастерға хөкүмәт вәғәҙә иткән пенсиондан мәхрүм була һәм ике тапҡыр Өсөнсө империяға дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары өсөн лайыҡлы булған өсөн пенсия һорап ике тапҡыр мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Ниһайәт, 1874 йылда Милли йыйылыш ҡарарына ярашлы Луи Пастер йылына 12 000 франк пенсияға лайыҡ була; Дж. Джейсон фекеренсә, сәйәси үҙгәрештәр арҡаһында ғалим-тикшеренеүсе биш йылға яҡын әүҙем эшмәкәрлеген юғалта[73].

Пастер һәм Клод Бернар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Леон Лермитт. Коллеж де Франста Клод Бернар уҡыусылары араһында. Туҡыма, май, 1889. Париж медицина академияһы.

Луи Пастер һәм Клод Бернарҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре йылы була.

1862 йылда Бернар-химик Пастерҙың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеү өлкәһендәге, эштәрен хуплап, Пастерға Альгумберт премияһын тапшырыу алдынан һәм шулай уҡ Пастерҙы Фәндәр академияһына ҡабул иткәндә ғалимды яҡлап сыға. 1868 йылда Пастерҙы инсульт һуҡҡандан һуң Бернар, тәүгеләрҙән булып, ғалим янына бара һәм уның рухын күтәрергә тырыша. 1869 йылда Наполеон III тарафынан Пастерҙы һәм Бернарҙы эксперт төркөмгә бернар пастер һәм Францияла фәнни тикшеренеүҙәр торошо тураһында доклад әҙерләгә эксперттар комиссияһына ағза итеп ала. Бернар вафатынан һуң, 1886 йылдың 7 ноябрендә Бернарҙың вафатынан һуң Пастер Бернарҙың медицинаға индергән өлөшө тураһында күләмле мәҡәлә баҫтыра. Шулай ҙа уларҙың фәнгә ҡарашы төрлөсә була: Бернар: «Пастер тәбиғәт менән етәкселек итергә теләһә, мин тәбиғәткә таянырға тырыштым», - тип әйтә[83].

Себер язваһын (ҡараһанды) һәм тауыҡ холераһын тикшереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пастер һәм иммунология проблемалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Доктор Эмиль Ру. А. Эдельфельт төшөргән портреттың фотогравюраһы

Пастер, ҡарышлауыҡтар сирен һәм һыра сәнәғәтендә әсеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәрен тамамлағандан һуң, 1870-се йылдарҙа себер язваһын (ҡараһанды) тикшереүҙәге үҫештең артыуы сәбәпле ошо сирҙе тикшереү менән шөғөлләнә башлай. Беренсенән, ошо ауырыу менән бер үк көтөүлектә йөрөгөн эре мөгөҙлө малдарҙың йыл һайын сирләүе артыуын күҙәтелә. Бер нисә тикшеренеүсе сирле хайуан ҡанында сирҙе микроскопик барлыҡҡа килтереүсене таба. Казимир-Жозеф Давен себер язваһы (ҡараһан) менән шөғөлләнгән саҡта Пастер — әсеү мәсьәләре менән шөғөлләнә, ул шулай уҡ Казимир-Жозеф Давендың мәҡәләләре менән таныш була. Яһалма юл менән сирле малдарҙа һәм зарарланған көтөүлектәрҙә табылған таяҡса кеүек бактериялар аша Давен сәләмәт малдарға сир йоҡтора. Әммә ул зарарланыу механизмын аңлата алмай. 1876 йылда Роберт Кох «Себер язваһыэтиологияһы» тигән мәҡәлә баҫтыра. Үҙ тәжрибәләре барышында ғалим Кох себер язваһы (ҡараһан) бактерияларын йылытҡанда һәм киптергән осраҡта уларҙың микроскопик споралары (енесһеҙ үрсеү күҙәнәктәре) барлыҡҡа килеүен күҙәтә һәм мәҡәләһендә тап ошо күҙәнәктәрҙең ауырыу сәбәпсеһе булып тороуы тураһында яҙа. Пастер Кохтың методикаһын бик уңышлы тип таба — бактериялар культураларын пересевание (сәсеү, үҫтереү) ваҡытында уларҙың концентрацияларын бер артлы кәметә. Сир тыуҙырыусы культураны сикләгәндән, изоляциялағандан һуң, Пастер был культураны колбалағы һурпаға, шулай уҡ һейҙеккә сәсә; бактериялар колба төбөнә ултыра, ә үтә күренмәле шыйыҡсаның өҫтө индерелгән тәжрибә өсөн ҡулланылған хайуандарға зарар килтермәй.Тәжрибәләре барышында Луи Пастер барлығы бер нисә генә бактерияның да хайуанды үлтерергә һәләтле икәнен иҫбатлай. Бынан тыш, сирҙән үлгән хайуандарҙың күмелгән урынынан эпидемияны күсереүселәр - ямғыр селәүсендәре, ти. Пастер себер язваһынан үлгән хайуандар күмелгән урындарҙан ямғыр селәүсендәрен йыя һәм уларҙан яһалған препаратом менән экспериментта ҡулланылған хайуандарҙың эсәктәренә индерә, ошо юл менән ғалим үҙ фекеренең дөрөҫлөгөн иҫбатлай[38][64]. Шулай итеп, Пастер, биология менән медицина белеме булыуғап ҡарамаҫтан, үҙен тулыһынса иммунологияға бағышлай[39].

Себер язваһынан вакцина һәм Пуйя-ле-Форҙағы эксперимент. Француз академияһына һайланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пуйи-ле-Фор фермаһында вакцинациялауҙың асыҡ тәжрибәһен үткәреү, 1881 йылдың 31 майы

Шул ваҡытта иммунитет барлыҡҡа килтереү өсөн бер генә сирҙән - сәсәксиренән — ауырыуҙың көсһөҙләнгән формаһы ҡулланылҡған. Был алымдың исеме «вакцинация» тип атала, латинса һыйыр исеме — vacca һүҙенән алынған Иммунизациялауҙың төрлө формалары өсөн дә Пастер ошо һүҙҙе ҡуллана[38]. Ғалим бер үк ваҡытта эксперименталь ысул проблемалары өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, ул тауыҡтарҙың себер язваһы менән ауырымағанын билдәләй, сөнки уларҙың тән температураһы себер язваһы бациллаларының үҫеше өсөн оптималь температуранан юғары, ти. Ул тауыҡтарға себер язваһын йоҡторорға тырыша һәм тауыҡтарҙы бары тик һыуыҡ һыуҙа тотҡандан һуң ғына уларға себер язваһы йоға. Әммә уларҙың тән температураһын до 45 °C тиклем күтәреп тауыҡтарҙы һауыҡтырыуға өлгәшә. Был тәжрибәләр барышында Пастер микробиологияла экологик ысулды ҡуллана, сөнки, мөхит составы һәм тормош шарттаы араһында тура бәйләнеш барлығын аңлай[64].

Ошо уҡ ысул менән ул тауыҡ холераһы сирен дә асыҡлай һәм был сирҙе дауалау юлдарын аңлата.


1880 йылда Пастерға Париж муниципалитеты Коллеж Рольн янындағы буш ерҙәрҙе лаборатор хайуандар өсөн вольер төҙөргә бирә. Себер язваһына һәм тауыҡ холераһына ҡаршы вакцина эшләүҙәге уңыштары арҡаһында Пастер француз бюджеты сығымдарының 10 %-ын фәнни тикшеренеүҙәре өсөн ала башлай[84].

Пастер Почетлы легион ордены регалиялары менән, 1881

Пасте фәнни бәхәскә бер ҡасан да риториканың бер төрө сифатында ҡарамай һәм бәхәстең һәр саҡта ла логик һығымта менән тамамланмағына инанып йәшәй.Ул тәжрибәләрҙең ҙур роль уйнағанын яҡшы белә[85]. 1861 йылдағы себер язваһын тикшеренеүҙәре арҡаһында ғилми өлкәлә ҡуҙғатылған бәхәстәр ғалимдың карьераһында һис шикһеҙ ҙур роль уйнай. Уның 1880 йылда баҫылып сыҡҡан архив материалдарында күрһәткәнсә, Пастерҙың карьераһы ул саҡта ныҡ хәүеф аҫтында тора, сөнки себер язваһын тыуҙырыусы микроогранизмадарының вирулентлығы тауыҡ холераһыныҡы кеүек үк һауалағыкислородты файҙаланып барлыҡҡа киләләр, тип яҙған була; ә ул саҡта вакцинаның эшләнеүе башланған ғына була. Билдәле ветеринар Ипполит Россиньоль Пастерға ҡаршы сыға, ул ауырыу тәбиғәтенең микробиология менән бәйлелегенә ышанмай. Урындағы ветеринария йәмғиәте исеменән Россиньоль Пастерға ҙур мал көтөүен биреп Пуйи-ле-Фор[fr] фермаһында асыҡ эксперимент үткәрергә тәҡдим итә. Тулузала вакцина өҫтөндә эште йәнәш алып барған профессор Жан-Жозеф Туссен[fr] ҡулланған карболовый кислотаһы менән себер язваһын антисептик көсһөҙләндереп, тәжрибәне 5 майҙа Пастерҙың Шамберлан һәм Руҙан торған командаһы Пуйя-ле-Форҙа Туссен методы менән 24 һарыҡҡа, 6 һыйырға һәм 1 кәзәгә вакцина индерә. 17 майҙа хайуандарға көслө штамм индерелә. 31 майҙа тәжрибә кульминацияһына етә: себер язваһы бациллаларының малдарҙы үлтерерлек күләмдәге дозаһы контроль төркөмдән тыш булған 24 һарыҡ, 4 һыйыр һәм 1 кәзәгә индерелә. Был тәжрибә киң билдәлелек ала бара, 31 майҙа вакцина яһағанды 150 кеше ҡарап тора. Вакцинацияланған ниндәй хайуандың үлгәнен баһалау 2 июндә үткәрелә. Бынан бер көн алда бер нисә вакцинацияланған һарыҡтың ауырып китеүе билдәле була.Баһа биреүселәрҙең Пастерға асыуы ныҡ ҡабара, әммә таңда, фермаға барып баһа биреү алдынан, тәжрибә тулыһынса уңышҡа өлгәште, малдар тере тигән телеграмма килә. Пуйя-ле-Форҙа Ру, Шамберлан һәм Пастерҙы бик күп халыҡ ҡаршы ала; тикшеренеүселәр менән бергә бер нисә француз сәйәсмәндәре һәм тикшеренеүселәр хәбәрсеһе Лондондың «Таймс» гәзите хәбәрсеһе лә фермаға килә. Бөтә вакцинацияланған хайуандар иҫән-һау кала, ә вакцинацияланмағандары, ике һарыҡ һәм кәзәнән тыш, үлә[38][37].

Пуйя-ле-Форҙағы тәжрибә донъяла ҙур резонанс тыуҙыра. Һәм был тәжрибәһөҙөмтәһендә Шамберланға тиҙ арала вакцина етештереүҙе ойошторорға тура килә. 1894 йылда Францияла 3,4 млн овец һарыҡҡа вакцина яһала. Был ҡаҙаныштары өсөн Пастер Почетлы легиондың Оло тәреһенә лайыҡ була, ә Шамберлан һәм Ру — Почетлы легиондың кавалеры була. Пастер абруйлы ғалимдарҙың береһенә әйләнә. Тап тәжрибә көнө академик Литтренең вафаты тураһында хәбәр килә, был Пастерға «үлемһеҙ» — франция академияһы ағзалары рәтенә баҫырға мөмкинлек бирә[37][38].

Ысынлап та, 1881 йылда Пастер Франция академияһының ун етенсе креслоһында урын ала.[38].

1881 йылдың Раштыуаһына ғалим «Пастерҙың ғаиләһен тулыһынса матди хәстәрлектән азат булдырыу» шарты менән вакциналар етештереү фабрикаһын булдырыу кәрәклеген хөкүмәткә тәҡдим итә, тик кире яуап ала. 1882 йылдан һуң Франция хөкүмәте Пастерҙың Республика алдындағы ҡаҙаныштары өсөн йыл һайын 25 000 франк пенсия бирә башлайҙар. Артабан Пастерҙың ғүмерлек пенсияһы ғалимдың тол ҡатыны һәм уның балаларына бирелә[86].

Ҡотороуҙы тикшереү (1880-1886)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡотороу вирусы һәм Пастер лабораторияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡотороу сире менән зарарланған ҡуяндың баш һөйәген трепанациялау

1880 йылдың аҙағында Пастер ҡотороуҙы өйрәнә башлай. Пастер үлтерешеүенә[87]. Был эшкә мөрәжәғәт итеүе нәҡ ике сәбәп менән аңлатыла: беренсенән, ҡотороу ауырыуы хайуандар һәм кешеләрҙә лә күҙәтелә . Икенсенән, был ауырыуҙарға сағыштырмаса әҙ кешеләр ауырыһа ла, улар өсөн үтә хәүефле һәм кешеләрҙең ижтимағи аңына ҙур йоғонто яһаған була. Башта Пастер ҡотороу сирле кешеләрҙең һәм хайуандарҙың төкөрөгөндә микроскопик юл менән сирҙе тыуҙырыусыны табырға тырыша, әммә уңышҡа ирешә алмай; ул саҡта бер кем дә фильтр аша үткәрелгән ҡотороу вирусының бик бәләкәй күләмле булыуын белмәй[64]. Был шарттарҙа вирусты тере организмдарҙа культивация юлы менән туранан-тура табырға булалар[64]). Ҡотороу сирен өйрәнгәндәге иң ҙур ҡыйынлыҡтарҙың береһе булып, сирҙең инкубация осороноң оҙайлы булыуы тора. Башта бер хайуандан икенсеһенә сирҙең ышаныслы күсереүсеһен табыуҙың методтарын табырға һәм сирҙең инкубация мөҙҙәтен ҡыҫҡартырға кәрәк була. Эмиль Ру, вирустың нервы системаһын зарарлауын аңлап, туранан-тура баш мейеһен тикшерергә ҡарар ҡабул итә. Бының өсөн ул тәжрибә үткәреләсәк эттең баш һөйәгенә трепанация эшләп, ҡотороу менән сирләп үлгән хайуандың нервы туҡымаһы препаратын индерә. Был ысул уңышлы була: ике аҙна эсендә тикшерелгән эттәр вафат була. Әммә ҡотороу вирусын сикләү (изоляциялау) һәм көсһөҙләндереү килеп сыҡмай. 90 тапҡыр лаборатор хайуандарға туранан-тура вирус йоҡтороп ҡарайҙар. Бының өсөн башлыса сирле хайуандың ҡанын,төкөрөгөн йәки мейе ҡатламынан препараттар ҡулланалар. Шул ваҡытта Пастер һәм Ру Лион милли ветеринария мәктәбе профессоры Поль-Виктора Гальтье[fr] ҡулланған диңгеҙ сусҡаһы (сысҡаны) ҡотороғон йорт ҡуянына йоҡтороу ысулын ҡулланалар[88].

Вильнёв л’Этанда Пастер лаборатория бинаһы. Fraitot V[eo] китабынан гравюра. D du histoire Une XIXe page siècle. Pasteur (oeuvre l, l ' homme, le savant). 3e éd. Paris: Vuibert et Nony[fr], 1913. P. 143

1884 йылда Пастер эш һөҙөмтәләренең әҙер булыуын белдерә. Ул февраль һәм майҙа Париж Фәндәр академияһында, ә августа Копенгагенда үткән Бөтә донъя медицина конгресында доклад менән сығыш яһай[Прим. 9]. Үҙ докладында Пастер (йорт ҡуяны һәм диңгеҙ сысҡаны материалдарына таянып) хайуандарға эҙмә-эҙлекле рәүештә вирус йоҡтороу һәм вирустарҙы көсһөҙләндереү техникаһын аңлата, яҡынса 25 аралаш стадияһы аша вирус көсһөҙләнә бара, тип дәлилләй. Ул саҡта көсһөҙләнгән вирустарҙы бары тик маймылдарҙың оргганизмында ғына таба ала. Пастер Копенгагендағы сығышында көсһөҙләнгән вирус вакцинаһы менән 23 этте тулыһынса ҡотороуға бирешмәҫлек итеп эшләй алыуы тураһында иғлан итә Тикшеренеүсе үҙенең докладында кеше организмында нисек итеп ҡотороуға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килтереү тураһында һөйләй. Уның әйтеүенсә , кеше организмындағы ҡотороу вирусының инкубация осоро ғәйәт оҙайлы — айҙан алып йылға тиклем, булырға мөмкинлеген әйтә. Шулай уҡ, ҡоторған хайуан тешләгәндән һуң, кеше организмында ауырыуҙың клиник сағылышы барлыҡҡа килгәнсе үк, уны иммунизациялау кәрәкме, юҡмы тигән өҫтәлмә һорау ғалимдар алдында тыуа[89][90].

1884 йыл дауамында вирусты көсһөҙләндереүҙең ышаныслы ысулы уйлап табыла Был ысылды уйлап табыусы Эмиль Ру була, әммә асышты Пастер яһаған тип билдәләйҙәр. Ысул ҡоторған йорт ҡуянының арҡа мейеһен асыҡ һауала киптереүҙән ғибәрәт. Хәҙер көн һайын Пастерҙың ассистенттарының береһе лаборатор йорт ҡуянының арҡа мейеһен колбаға һуҙып һалып елләтә. Артабан препаратты киҫкеләп стерилләнгән һурпа эсенә һалалар. Вакцинациялауҙың схемаһы күп баҫҡыслы була: беренсе көндә 14 көн буйына елләтелгән препарат менән вакцинациялайҙар, был препарат лаборатор эткә йоҡмай, Артабан көн һайын көслөрәк яңы препарат индерәләр ; һуңғы, ун дүртенсе, инъекция иммунитетһыҙ хайуанды үлтергән. Киләһе аҙым - кешелә һынау үткәреү, әммә Пастерға этик проблемалар ҡамасаулай. 1884 йылдың аҙағында инде ул ҡотороу менән сирле кешеләргә ярҙам һорап яҙған үтенес хаттары ала, әммә ғалим, бындай яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алырға баҙнат итмәйем, тип яуап бирә [38][37].

Кешене иммунизациялауҙа беренсе аҙым

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Луи Пастер үҙ кабинетында. Лафона[fr] портретынан фотогравюра

1885 йылдың октябрендә Пастерҙың 9 йәшлек Йозеф Майстерға һәм 15 йәшлек Жан-Батист Жюпилде ҡотороу менән ауырытмаҫ өсөн уларға вакцина яһауы тураһында сенсациялы мәҡәлә баҫыла Ысынында, Пастер лабораторияһы журналында күренеүенсә, ҡотороуға ҡаршы тәүге вакцина 61 йәшлек Жирарға 1885 йылдың майында һәм шул уҡ йылдың июнендә 11 йәшлек Жюли-Антуанетта Пуонға вакцина яһау теркәлгән[37]. Уларҙың икеһен дә ҡоторған эт тешләгән була. Жирар Некер госпиталенә мөрәжәғәт итә, ә госпиталь табибы ((ул Медицина академияһы ағзаһы Жорж Дюжарден-Бёмезға), уныһы үҙ сиратында Пастерға мөрәжәғәт итә. Ауырыуға бер доза вакцина индерелә, шунан һуң Жирар күҙгә күренеп һауыға башлай, һәм уны госпиталдән сығаралар. Уның артабанғы яҙмышы хаҡында бер нәмә лә билдәле түгел. Майҙа ҡоторған эттән тешләнгән, сир симптоматикаһы бик ныҡ ауыр булған Пуон Сен-Дени дауаханаһында, вакцинаның икенсе дозаһын алғандан һуң вафат була. Ҡыҙҙың вафатынан һуң ике аҙна үткәс, 1885 йылдың 6 июлендәге Эльзастан Йозеф Майстерҙың әсәһе улын Пастер лабораторияһына туранан-тура килтерә, улар менән ҡоторған эттең хужаһы- бакалеясы ла килә — (ул ҡоторған хайуанды атып үлтергән була). Париж университетының медицина факультеты белгесе, педиатр Жак-Жозеф|Гранше һәм Медицина академияһындағы коллегаһы доктор Вюльпиан менән кәңәшләшкәндән һуң, Пастер Йозефҡа бынан алда бары тик лаборатор эттәрҙә генә ҡулланылған вакцина менән иммунлауҙың тулы циклын үткәрә, Пастерҙың медицина белеме булмағанлыҡтан, Йозефҡа уколдарҙы тап Гранше эшләй. Пастер лабораторияһында быға тиклем 40 эткә вакциналау үткәрелгән булып, шуларҙың. яртыһының контроль мөҙҙәттәре үтеп өлгөрмәгән була[38][37]. Майстер ауырып китмәй, уның яралары эҙемтәһеҙ тулыһынса төҙәлә, ә был дауалауҙан йонсоған Пастер ҡатыны менән Арбуаға китә. Ғалим өсөн генә түгел, ә бөтә Франция өсөн был хәл ғилми триумф булмайынса, сәйәси триумфҡа әйләнә, сөнки Йозеф Францияның күптән франк-пруссия һуғышында юғалтылған Эльзастан Пастерға килтерелгән була. Сентябрь айында Пастер үҙенең икенсе пациентын — Арбуа янындағы ауылдың көтөүсеһе Жюпилде — дауалау менән шөғөлләнергә мәжбүр була (Жюпилде лә ҡоторған эт ныҡ талаған була). Ошо уңыштарынан һуң Пастер үҙенең экспериментары тураһында иғлан итә.[38].

1885 йылда Пастерға лабораторияһы ихтыяждары өсөн Париж үҙәгенән ун саҡрымда торған Гаршелағы Вильнёв л’Этан поместьеһы тапшырыла. Сен-Клуҙағы иҫке ташландыҡ император паркын яңыртыу өсөн 100 000 франк кәрәк була, бында 60 эт өсөн яраҡлы урын булдырыла. Шунда уҡ Пастерҙың йәй айҙарын үткәргән дачаһы ла урынлаша[91]. Эксперимент лабораторияны булдырыу хайуандарҙы яҡлау йәмғиәтенең асуын ныҡ ҡабарта. Бынан элек Лондонда үткән Медицина конгресында 1881 йылда хайуандарҙа эксперименттар үткәреү файҙалы һәм кәрәкле тигән ҡарар сығарылған була. Был конгресҡа Пастер һәм Роберт Кох та барған була. Ошо ҡарарҙың ҡабул ителеүенә ҡарамаҫтан, 1880-се йылдарҙа Пастер Британияның хайуандарҙы яҡлаусы активистарының төп дошманына әйләнә, шуларҙың береһе, Анна Кингсфорд, оккультизм юлы менән ғалимды «психик энергия» юлы менән (сихырлап) менән сирләтергә тырыша[92].

Луи Пастер һуңғы көндәрендә

Пастерҙың уңышы йәмғиәттәҙур ажиотаж тыуҙыра, ә Фәндәр академияһы президенты ғалимдың асышын асыҡтан-асыҡ — «медицинала ҡылынған бөйөк асыштарҙың береһе» ти. Пастерҙың д’Юльм урамындағы лаборатоияһы вакцина фабрикаһына һәм «прививка конвейерына» әйләнә. Һәр көн иртәнге сәғәт 11-ҙән алып доктор Граншеға ҡаралыу өсөн сират теҙелә; ваҡыт үтеү менән пациенттарҙы өс табип ҡабул итә башлай. Уңышлы вакцина тураһында хәбәр таралғандың тәүге айында лабораторияла 68 кеше вакцина ала. Бер йылдан 18 илдән был күрһәткес 2490 кешегә етә. Вакцинаның уңышһыҙлыҡҡа осраған сағы ла була:Смоленск губернаһынан ҡоторған эттән таланған 19 урыҫ крәҫтиәненең өсәүһе вафат була[Прим. 10]; бесәй талаған бер инглиз шулай уҡ вафат була (ул, эсеп йөрөгәнлектән прививкаларҙы ваҡытында яһатмаған була); Пастер үҙе барыһынан да күберәк вакцина яһауҙан бер ай алда башы ныҡ тешләнгән 10 йәшлек Луиза Пеллетиеның үлемен ныҡ ауыр кисерә. Бынан һуң Луи Пастер ауыр осраҡтарҙа — кешенең бите йәки башы тешләнгәндә — уларҙы интенсив дауаларға кәрәк, шуға күрә вакциналарҙы көнөнә бер тапҡыр түгел, ә ике йәки өс тапҡыр яһарға һәм иммунлаштырыуҙы ҡабатларға кәрәк, ти. Әммә Ру һәм Гранш уға был ысулдың күп дәрәжәлә хәүефле икәнен әйтәләр. Асылда, кешеләрҙе күпләп иммунлаштырыу 1885 йылда бары тик эксперименталь булып, тикшереү ысулдары һәм алымдары төрләнешендә төрлө хаталар яһала, шуға күрә күп ғалимдар Пастерҙы ныҡ тәнҡитләй. 1886 йылдың майында Рәсәйҙең Санкт-Петербург өйәҙенең земство управаһынан рус табиы Леонид Иванович Воинов (1853-1905) Пастерға иммунлаштырыуҙы өйрәнергә килә; ул үҙе менән ҡоторған эттәрҙән таланған ете крәҫтиән балаһын алып килә[93]. 1886 йылдың октябрь айында Луи Пастер Франция һәм Алжирҙың 1700 кешеһенә вакцина яһалып, шуларҙың 10 кешеһе вафат була, был ярты процент тәшкил итә, тип отчет бирә. Статистика күрһәтеүенсә, ҡотороу менән сирле алты кешенең береһе үлһә, 200-ҙән ашыу кеше хәтәр үлемдән ҡотҡарылған була. Скептиктар, йәнәһе Францияла ҡотороу менән зарарланыусылар һаны шул тиклем кеше тәшкил итмәгән, тип раҫлай, (йылына был сирҙән уртаса 30- 45 кеше вафат булған), тимәк, Пастер иммунлаған кешеләрҙең күпселеге ҡоторған хауандарҙан таланмаған, тип һанайҙар. Бойондороҡһоҙ Британияла вакцинациялау һөҙөмтәләрен баһалаусы комитеты ойошторола һәм Пастерҙың методтары әффектлы тип табыла, шулай ҙа был комитет кешеләргә вакцина яһау урынына йортһоҙ хайуандарҙың иҫәбен алырға һәм уларға вакцина яһарға кәрәк тигән һығымтаға килә. Франция тәнҡитселәре йыш ҡына Пастерҙың профилле медицина белеме булмауына бәйләнәләр, шулай уҡ вакцина менән зарарланыу мөмкинлеге тураһында яҙып сығалар. Төп тәнҡитсе — француз Мишель Петер — Мари Пастерҙың алыҫ туғаны. Һөҙөмтәлә, бәхәстәрҙән ситләшеү маҡсатында бөтә вәкәләттәрен Вюльпиан, Ру һәм Граншеға тапшыра, ә үҙе ғаиләһе менән Италияла 1886-1887 йылдың ҡышынүткәрергә китә[94]. Эмиль Ру, вирустың тикшерелмәгән өр-яңы культураларын вакциналауҙа ҡулланыу хәүефле, тигән һөҙөмтәгә килә. Артабан иммунлаштырыуҙа бары тик көсһөҙләндерелгән вирустан яһалған вакцина формаһын ғына ҡуллана башлайҙар[95][96].

Пастерға, драматик һынауҙарҙан һуң, Парижға ҡайтырға тура киә: 1887 йылда Пастерҙың ҡатыны, ҡыҙы Мари-Луиза, кейәүе Рене Валлери-Радо һәм ейәндәре Камилла һәм Луи йәшәгән урыны ер тетрәү зонаһында ҡала; уларҙың береһе лә зыян күрмәй, тик бында ҡалыу мөмкин булмай. Парижда ғалимды нисек кенә тәнҡитләмәһендәр, уның даны күтәрелегә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр ҡамасаулай алмай, ул тере сағында уҡ асыштары менән «үҙ-үҙенә һәйкәл» була. Урындағы матбуғатта уның фамилияһын Пастерҙан пастор тип үҙгәртеп «Le Pasteur Бон» — тип йөрөтә башлайҙар. Ҡотороуға ҡаршы иммунизация етәксеһе Вюльпиан Медицина академияһының бер ултырышында Пастер институтын — микро донъяны тикшереү, вакциналар һәм иммунлаштырыу ысулдарын эшләү өсөн махсуслаштырылған фәнни-тикшеренеү учреждениеһын асыуҙы тәҡдим итә. 1887 йылда Франция фәндәр академияһы Пастерҙы академияның секретары итеп һайлай, әммә сәләмәтлек торошо буйынса киләһе йылдың ғинуарында ул үҙ вәкәләттәренән азат була (1888 йылда)[97].

Пастер институты. Тормошоноң һуңғы йылдарҙа (1888-1895)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пастер институты. 2016 йылдағы фото

Йәмғиәттә «Ҡотороу һарайы» тип аталған Пастер институты ҙур ижтимағи резонанс тыуҙыра. Уға бөтә донъянан иғәнәләр килә — Рәсәй императоры Александр III (100 000 франк) һәм Бразилиянан Педру III (1000 франк), Эльзас-Лотарингия кешеләренән — ҡотороуҙан иң беренсе ҡотҡарылған кеше иленән (48 365 франк) һәм башҡа күп кенә илдәрҙән; Миландың La Perseveranza[en]гәзите мөхәрририәтенән 6000 франк иғәнә килә. Уның ҡарауы, Германияның бөтә фәнни йәмғиәттәренән барлығы 105 франк килә. 1887 йылдың 11 майында Трокадеро һарайында институтҡа нигеҙ һалыу тантаналы байрам ителә, бында Пастерҙы ныҡ алҡышлайҙар, ә концертта шәхсән үҙ әҫәрҙәрен уйнап, Шарль Гуно, Лена Делиб һәм Камиль Сен-Санс дирижерлыҡ итә. Пастер яуап һүҙендә, үҙ ғүмерендә театрҙа барлығы ун тапҡыр ғына булғанлыҡтан, был әҫәрҙәрең барыһын да беренсе тапҡыр ишетеүе тураһында әйтә[98].

1888 йылдың 14 ноябрендә институтты асыр алдынан иғәнә суммаһы 2 миллион франктан арта, шуға күрә сығымдарҙы йәлләмәй тотонорға мөмкин була. Париждың көньяҡ-көнбайышында ятҡан ҙур буш урынды төҙөлөш өсөн яуаплы Эмиль Дюкло һайлап ала һәм унда аристократик стилдә ҙур корпус төҙөй. Пастер, ҡағиҙә булараҡ, институтты булдырыу эшенә ғәҙәттәгесә тырышып тотона, тикшеренеүселәрҙе саҡыра, эш планын төҙөй: биш бүлексә асыу планлаштырыла. Әммә Пастерҙы 1887 йылда инсульт һуға һәм уны ваҡытлыса теленән яҙҙыра, ул бик тиҙ арыусанға әйләнә һәм үҙаллы яҙырға ла хәле булмай[91][99]. Хатта шундай хәлдә булыуынан ҡарамаҫтан, Пастер Яңы Көньяҡ Уэльс хөкүмәтенең йорт ҡуяндары популяцияһын ҡыҫҡартыу өсөн тәғәйенләнгән 625 000 франк призын яуларға тырыша; был сумма уның 35 йыллыҡ пенсияһы суммаһына тигеҙ була. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был проблемалар һәм тәғәйенләнгән премия хаҡында Пастер ғәҙәттә йоҡо алдынан ҡатыны ҡысҡырып уҡыған гәзиттең береһенән белеп ҡала. Пастерйорт ҡуяндарына биологик һуғыш тәҡдим итә: тауыҡ холераһы йоҡторолған ашлыҡты таратып сәсеп, ҡуяндарҙы ағыуларға була. Пастерҙың туғаны — Адриен Луар — Австралияғахаттатауыҡ холераһын ҡуҙғатыусы микроорганизмдарҙы алып бара, әммә Австралия властары экспериментты башларға рөхсәт итмәй. Был инцидент Пастерҙың хәлен насарайта, сөнки бер-береһенән алыҫ ятҡан ҡитға араһында бәйләнеш яй эшләгәнлектән, ғалим үҙе өйрәнгәнсә тикшеренеүҙәр ваҡиғаларын контролдә тота алмай[91][100].

Пастерҙың 70 йыллығын тәбрикләү тантанаһы; Пастерҙы Джозеф Листер тәбрикләй Жан-Андре Рексан картинаһынан фоторепродукция, 1892

Институтты асыу тантанаһында преидент. Сади Корно, француз академияһы ағзаһы һәм башҡа бик күп кешеләр ҡатнаша. Пастер үҙе сығыш яһарлыҡ хәлдә булмай, уның телмәрен улы Жан-Батист уҡып ишеттерә. Ғалим үҙенең ғаиләһе менән институт бинаһының бер ҡанатында урынлашҡан иркен апартаменттарына күсеп килә. Әйтергә кәрәк, ҡотороуҙан иң беренсе ҡотҡарылған кешеләр — Йозеф Майстер һәм Жан Жюпиль — институтта һаҡсы булып эшкә алына; ә 1935 йыл башына институтта 51 057 пациент ҡотороу сиренән вакцинация ала[101]. Пастерҙың үҙе яйлап физик һә интеллектуаль яҡтан көсһөҙләнә бара, шуға күрә үҙенең коллегалары — Ру, Шамберлан, Мечников — ярҙамына мохтаж була, уларҙың эшен контролдә тота. Тормош юлы аҙағында ғалим молекуляр ассимметрия мәсьәләләрен өйрәнеп өлгөрмәгәненә ныҡ үкенә[102].

Пастерҙың 70 йәшен 1892 йылдың 27 декабрендә Сорбоннала тантаналы билдәләйҙәр, уның тормошо матур итеп сәхнәләштерелгән була Пастер инсульттан һуң бик насар йөрөй, уны Франция президенты Сади Карно ҡултыҡлап сәхнәлгә алып инә, ә барон Джозеф Листер ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһай. Атаһы урынына улы Жан-Батист Пастер телмәр тота, уның сығышында Пастерҙың фән һәм тыныслыҡ наҙанлыҡты һәм һуғышты еңәсәк тигән һүҙҙәре яңғырай Пастер йәш ғалимдарҙы «тыныс лабораториялар һәм китапханалар донъяһында» эшләргә саҡыра. Был ваҡытта Эмиль Ру һәм уның ассистенты Александр Йерсен ике йыл дауамында дифтерияға ҡаршы вакцина яһап, уны 1894 йылда Будапешта үткән Бөтә донъя гигиена һәм демография конгресында күрһәткән булалар[103][104].

1894 йылдан һуң, Пастерҙың сәләмәтлеге бик ныҡ ҡаҡшай — 1 ноябрҙә уны киҫкен уремия өйәнәге тота. Шулай ҙа ул яңы эштәр менән ныҡ ҡыҙыҡһына. 1895 йылдың апрелендә ул Гонконгта Йерсен изоляциялаған (сикләгән) тағун (чума) сирен ҡуҙғатыусыны микроскоп аша ҡарарға тип махсус лабораторияға килә. 1895 йылдың 13 июнендә Пастер институтынан һуңғы тапҡыр сыға, ул Вильнёв л’Этанда аттар һәм йорт ҡуяндары ҡанынан вакциналар яһау өсөн тәғәйенләнгән биофабрика асыуға килә. Ул тантана ваҡытында, башлыса, баҡсалағы креслола ултырып тора. Үҙенең поместье-лабораторияһында Луи Пастер 1895 йылдың 28 сентябрендә 72 йәшендә уремиянан һәм дөйөм фалиждан вафат була[105][106][107].

Пастер — санитария генийы

Пастерҙың һаҡланып ҡалған яҙған хаттары һәм лаборатор журналдарындағы яҙмалар буйынса уның бик ҡатмарлы һәм күп ҡырлы шәхес икәнлеге асыла. Дж. Джейсон тикшеренеүҙәрендә, Пастерҙың ғалим юлын һайлауының мотивтары ҡатнаш комплекстары йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән, тиелә — интеллектуал-экспериментатор булып үҫешеү тәбиғи юл менән аңлатылһа, шул уҡ ваҡытта Пастерҙың дан һәм билдәлелеккә ынтылыштары ла булыуы, шулай уҡ властарҙан алырлыҡ преференция мөмкинлектәре лә арҡаһында барлыҡҡа килгән була. Пастерҙың бөтә кешелеккә хеҙмәт итергә ынтылышы һәм Франция Академия донъяһының XIX уртаһында мөхиттәге юғары конкуренциялы булыуы ла ғалимдың үҫешендә ҙур роль уйнай, атаһының үҙ улына уртаса ғына маҡсат ҡуйған ихтыярына ҡаршы тороп, Луи Пастер үҙенә күпкә юғарыраҡ маҡсат ҡуя. Буласаҡ ғалим интеллектуаль һәм сәйәси мөхиттә үҙенә абруйлы бағыусылыҡ ярҙамына ирешә — иң элек остаздары Жан-Батист Дюма һәм Жан-Батист Био, шулай уҡ хөкүмәт министрҙары һәм император Наполеон III менән император ҡатыны Евгенияларҙың ярҙамына юлыға. Пастерҙың үҙ көстәренә ышаныстары ҙур була һәм улар 30 йәштәге ғалимға өҙлөкһөҙ үҫергә һәм төрлө ҡаҙаныштар яуларға мөмкинлек бирә. Үҙенең ҡатынына ул «Мин һине Мәңгелеккә килтерәсәкмен» тип әйтә. Ошо сәбәптәр арҡаһында Пастер төрлө тәнҡит һәм бәхәстәрҙе яратмай. Шул уҡ ваҡытта ғалим үҙенең ҡаҙныштары менән оҫта файҙалана һәм үҙ яғына ҙур абруйлы кешеләрҙе ялҡынлы һүҙҙәре менән үҙ яғына ауҙара белә. Ул матбуғат ролен яҡшы аңлай, асыҡ демонстрацияларҙы файҙалана белә, бының миҫалы булы п Пуйя-ле-Форҙа малдарҙы вакцинациялауҙың иң эффектлы асыҡ эксперименты тора. Фәндәр академияһы эсендәге асыҡ бәхәстәрҙә Пастер ғәҙәттә ота[108].

Пастер ҙур егәрлелекә эйә. Олоғайғас, ул бер нисә тапҡыр, бары тик көндәлек ауыр хеҙмәтем, рух ныҡлығы һәм ныҡышмаллығым арҡаһында ғына уңыштарға ирешә алдым, ти. Ғәҙәттә ул таңдан тороп, лабораторияһына бара, артабан кискә тиклем һәм тәрән төндә лә эшләй. Уның ярҙамсылары Пастерҙың бер проблема өҫтөндә оҙаҡ ваҡыт дауамында эшләргә һәләтле икәнен билдәләйҙәр. Үтә ҡарау (близорукость) менән яфаланған Пастер шул тиклем микроскоп менән эшләүгә ныҡ күнеккән була, хатта микроскопһыҙ ҙа ваҡ деталдәрҙе яҡшы күрергә һәләтле була[37].

Бөтә шаһиттарҙың да күрһәтеүенсә, Пастер өйҙә лә, эштә лә бик талапсан, хатта залим була. Улына, кейәүенә ҡаты ҡуллы булып, үҙенең студенттарына, ассистенттарына һәм хеҙмәткәрҙәренә ғаиләһенең ағзаларына ҡараған кеүек ҡарай, уларға ла бик ҡырыҫ, уҫал була . Дж. Джейсон күрһәтеүенсә, хатта фотоһүрәтендә лә Пастер бер ваҡытта ла йылмайып төшмәгән. Уның үҙ эшенә ныҡ үҙ эшеңдә бирелгәнлегендә берҙән-бер һөйөү балаларға ҡарата була, , әммә шул уҡ ваҡытта ул башҡа кешеләрҙең кисерештәренә бөтөнләй һиҙмәүсән, битараф була. Ул үҙ эшен һәр ваҡыт сит кешеләрҙән сер итеп тота һәм лаборатория журналдарын башҡаларға күрһәтергә рөхсәто итмәй, хатта үҙенең шәхси лабораторияһындағы хайуандарҙың ситлеген маркировкалай Эмиль Дюкло әйтеүенсә, Пастер үҙ ассистентарының тэшен ны ентекле күҙәтеп бара һәм бөтә ғәмәлдәрҙе лә «үҙ ҡулы аҫтында тота»[109]. Балаларының тиф ауырыуынан вафаты һәм микробиология өлкәһендәге тикшеренеүҙәре Пастерҙы бар нимәләрҙе лә стерилле тотоуға килтерә. Мәҫәлән, ул ҡул бирешеп күрешеүҙән бөтөнләй баш тара, ә аш ашар алдынан һауыт-һабаның һәм сәнске-ҡалаҡтарҙың таҙалығын лупанан ҡараған кеүек ҡарай. Тәмәке тартыусыларҙы яратмай, шуға күрә уның хеҙмәткәрҙәре Пастер юҡ ерҙә генә тәмәке төтәтергә мәжбүр булғандар. Шарль Шапюи һөйләүенсә, Пастер йәйге ялға Арбуаға киткәндә генә хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла иркен тын, алғандар[110].

Париждың Бретейль майҙанында Пастер һәйкәле. Скульптор - Александр Фальгьер, 1904

Философия һәм дин

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пастер бөтә ғүмерен фәнгә бағышлау арҡаһында дин һәм философия, сәйәсәт менән артыҡ ныҡ ҡыҙыҡһынмай. Михаил Александрович Энгельгардт иҫләүенсә был шунан ғибәрәт:

…Вне своей науки Пастер был человеком традиционных воззрений, которые принимал без всякой критики, как будто весь его гений, критический ум, скептицизм поглощались наукой (да так оно и было), а на другие вещи уж ничего и не оставалось. Он принимал религию, как учили его в детстве, со всеми последствиями, с целованием туфли Его Святейшества и тому подобным. Воплощение скептицизма, неверия и критического духа в научных вопросах, он проявлял веру бретонского мужика или даже «бретонской бабы», по его собственному выражению, конечно преувеличенному. Итак, он не ограничивался сообщениями о своих опытах, но присовокуплял к ним благочестивые замечания насчёт того, что торжество «гетерогении» (учения о самозарождении) было бы торжеством материализма, что идея самозарождения устраняет идею Бога и тому подобное[111].

Дж. Джейсон билдәләүенсә, мәктәп йылдарында Пастер сиркәүҙәге вәғәз уҡыу йәки месса ваҡытында хоҙайға ҡаршы һүҙҙәр әйткән,ә ҡартлығында ул сиркәүгә бик һирәк йөрөгән һәм дини ҡанундарҙы ентекләп үтәмәгән. Хатта дини тәғлимәт һәм доктриналар, сиркәү тменән ҡҙыҡһынмаған. Ул шулай уҡ, философия менән дә ҡыҙыҡһынмаған.Көнкүреш кимәлендә Луи Пастер «материалист, атеист, вольнодумец һәм позитивистарҙы» күрә алмаған була.

Францияның өс геройы — Наполеон, Пастер, Гюго

Пастерҙың сәйәси ҡарашы фәлсәфәүи-дини ҡарашы менән тығыҙ бәйләнгән була. 1848 йылдағы революцияла Республика гвардияһында бер аҙ ваҡытын үткәрһә лә, Пастер үҙенең асылы буйынса консерватор , хатта реакционер ҙа була. Икенсе империя ваҡытында ул, ҡаты власть,эффектлы эске тәртип һәм полиция граждандар азатлығы һәм демократиянан байтаҡ өҫтөн тора, тип билдәләй Атаһы кеүек үк бонапартист Пастер наполеон империяһын идеаллаштыра һәм Луи Наполеон ҡасан да булһа ниндәйҙер дәрәжәлә армияны тергеҙә алыр тип ышана. Жан-Батист Дюма 1851-1852 йылдарҙағы түңкәрелештән һуң император һарайына яҡынайтылғас, Пастер туранан-тура императорға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге ала, үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеү һәм әсеү тураһындағы эштәрен уға ебәргән. 1875 йылда яҡташтары Пастерҙың кандидатураһын Сенатҡа һайланырға тәҡдим итәләр, әммә ул бер ҡасан да сәйәсәт менән шөғөлләнмәгәнен әйтә. Шуға ҡарамаҫтан, яҡташтары уны консерваторҙар партияһынан үҙ кандидатураһын ҡуйырға ышандыра, һәм ул бөтәһе 62 тауыш ала, ә уның ике дәғүәсеһе (республикандар партияһынан) — 400-ҙән ашыу тауыш ала. 1880 йылда уға тағы ла ике тапҡыр Сенатҡа һайланырға тәҡдим итәләр, әммә ғалим быны кире ҡаға. Ниһайәт, 1892 йылда Пастер Сената урын алырға тырыша, тик һуңынан һаулығының насарайыуы арҡаһында был уйынан баш тарта[37].

Луи Пастер милләтсе генә түгел, хатта бер ни тиклем шовинист та була. 1871 йылда Наполеон III императорлыҡтан баш тартҡандан һуң, Пиза һәм Милан университеттары Пастерҙы үҙҙәренә саҡыралар, әммә Пастерил һуғышта еңелгәндән һуң, был уҡыу йорттарына эшкә барыуҙы илгә ихыянат итеү тип ҡабул итә һәм эштән баш тарта. Шул уҡ ваҡытта ул Бонн университетының уға биргән honoris causa медицина докторы дәрәжәһенән дә баш тарта. Был университеты ректорына яҙған хаттарын Пастер «Франция фәндәре тураһында бер нисә уйҙар» тигән брошюраһында яҙып сыға, унда «прусс вәхшилеге»н тәнҡитләй һәм Франция менән Германияла дәүләт кимәлендә фән һәм мәғарифҡа ярҙам сағыштырырлыҡ та түгел, тип әйтә. Әммә Францияның һуғышта еңелеүенең төп сәбәбе - «Пруссияның шанкрға түҙемлелек күрһәткәне» тип туранан-тура сит илде ғәйепләй. 1873 йылда һыра етештереү технологияһын патентлап, Пастер был марка «Bieres de la revanche nationale» («Пиво национального реванша») йәки («Милли һыра реваншы») тип аталырға тейеш һәм сит илдәргә уны «француз һыра»һы тип һатырға кәңәш бирә. Шул уҡ мотивтар буйынса үлер алдынан Пастер Пруссияның Pour le Mérite орденынан баш тарта һәм хатта Роберт Кохтың «микробиология» һәм «бактериология» терминдарын ҡулланғаны өсөн Кох менән судлашырға ла тырыша, сөнки ул Кохты, «тевтон» тип һәм тикшеренеү предметын тарайтыусы, тип һанай[112].

Тол ҡалған мадам Пастер. А. Эдельфельтың портретынан фоторепродукция, 1899

Бала сағынан уҡ Пастерҙың ныҡлы һаулығы булмай, яҡындары өсөн уның тормошо даими борсолоу сығанағы булған. Үтә ҡарауҙан (близорукость) тыш, ул баш ауыртыуынан яфаланған. Уның ауырыуы 1860-се йылдарҙа ебәк ҡарышлауыҡтарын тикшереү һәм үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеү тураһындағы көсөргәнешле фәнни бәхәстәр алып барғанлығы арҡаһында һәм шулай уҡ 1867 йылда отставкаға китеүенә бәйле, көслө инсульт кисерә 1868 йылдың 19 октябрендә 45 йәшлек Пастер яртылаш фалижға дусар була, һул ҡулы һәм аяғы зарарлана. Уны һөлөктәр ярҙамы менән һәм минераль һыу менән дауалайҙар. Һөҙөмтәлә моторҙар функцияларының ҙур өлөшө тергеҙәләр, ғалимдың аңына һәм интеллектына зыян теймәгән була, әммә өс тиҫтә йыл буйына гемиплегия (ҡайһы бер һүҙҙәрҙе асыҡ ҡына әйтеп бөтөрә алмағаны) һаҡланып ҡала. Пастер артабан шәхсән тәжрибәләр үткәрә алмай һәм үҙенең ассистенттарына тулыһынса бәйле ҡала. 1886 йылға тиклем уның һаулыҡ торошо тотороҡло булып ҡала, әммә ошо йылдың көҙөнән йөрәк ауырыуы көсәйә. 1887 йылдың октябрендә ул элеккеһенә ҡарағанда еңелерәк булған икенсе инсульткисерә, әммә хәрәкәтсәнлеге һәм телмәре насарая. 1888 йылда Пастер институты асылғандан һуң 65 йәшлек Пастер, Броун-Секар дауаланыу ысулы менән инъекция яһап, һауығырға тырыша, әммә был, күрәһең, яҡшы һөҙөмтә бирмәй. 1894 йылда ғалим уремия өйәнәге һәм өсөнсө инсульт кисерә; вафаты алдынан уны тулыһынса фалиж һуға [37]. Шәхси тормошонда, Дж. Джейсон әйтеүенсә, Пастер «буржуаз тәртиптең өлгөһө» була. Ашау- эсеү менән артыҡ мауыҡмай, шарапты ла бик өндәп бөтөрмәй, һыраны ла яратмай. Законлы никахынан тыш ҡатын-ҡыҙ менән дә сыуалмай. Мадам Пастер былай тип яҙған:

Твой отец, как всегда, занят; как всегда, малоразговорчив, мало спит и встаёт на рассвете — одним словом, продолжает ту жизнь, которую я начала с ним тридцать пять лет назад[113].

1892 йылда Пастерҙарҙың ғаиләһе. Ғалимдан артта уның яҙыусы кейәүе Рене Валлери-Радо

Пастер лабораторияһында алты йыл дауамында эшләгән туғаны Адриен Луар , 1880-се йылдарҙа ғалим бер ваҡытта ла тиерлек Эколь Нормаль, Сорбонна һәм Фәндәр академияһы урынлашҡанЛатин кварталы сиктәренән сыҡманы, хатта ҡатыны ла уны театрға ла бер ҡасан да сығара алманы, тип иҫләй. Ул шулай уҡ әҙәбиәт менән дә ҡыҙыҡһынмай, бары тик Ламартин, Жозеф Дроз йәки Сильвио Пепликоның вәғәз текстарын ғына уҡыған була[114]. Сенаның уң яры буйлап ниндәйҙер эштәр арҡаһында йөрөүҙе лә ул сәйәхәт ҡылыуға тиңләй. Ирле-ҡатынлы Пастерҙар һәр кистәрен өйҙә үткәрәләр, ҡатыны иренә ҡысҡырып гәзит уҡый. Мари Пастер һәр саҡ иренә иң яҡын ярҙамсыһы һәм стенографисы була, өҫтәүенә, Эмиль Ру раҫлауынса, бары тик Мари ғына алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр була[115]. Пастер үҙенең хаттарында бер нисә тапҡыр ҡатынын бик юғары баһалай, һәм хатта — үҙенең консерваторлығына ҡарамаҫтан — «ҡатын иренән ир эшләй, яҡшы йорт һәм ғаилә ғәйрәтле ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы һәм көсө менән сәскә ата», тип яҙа[116].

Пастерҙар ғаиләһендәге биш баланың икәүһе иҫән була. Берҙән-бер улы Жан-Батист (1850-1908) юридик белем ала алмай, әммә дәүләт хеҙмәтендә үҙенә эш таба, ә һуңынан — дипломатияла урын таба, Рим һәм Копенгагенда илселектә хеҙмәт итә . 1874 йылда ул өйләнә, Пастер улы бәхетле булыр, тип ныҡ шатлана. Әммә йәш ғаилә тормошона улы ҡәйнәһенең күп ваҡыт үткәреүен хупламай[117]. Никах балаһыҙ була, ата нәҫеле буйынса Пастерҙар линияһы өҙөлә. Пастерҙың ҡыҙҙары Луиза-Мари 1879 йылда яҙыусы Рене Валлери-Радоға кейәүгә сыға, яҙыусы ҡайныһы кеүек консерватив ҡарашлы була, ул Пастерҙың беренсе биографы була. Луиза-Мариға өйләнгән сағында Валлери йәмәғәт эштәре министрының секретары булып эшләгән була. Пастер, уның һүҙҙәре буйынса, буласаҡ кейәүен «микроскоп аҫтында» тикшерә һәм уны ҡулайлы кейәү булыр тип таба; уға шулай уҡ Валлери-Радоның патриотлығы ныҡ оҡшай. Валлери-Радо Пастерҙың исемен мәңгеләштереү өсөн бик күп эшләгән яҙыусыларҙың береһе; ғалимдың тәүге биографияһы Пастерҙың үҙе күҙәтеүендә, аноним исем аҫтында 1884 йылда сыға[118]. Л. Роббинс һүҙҙәре буйынса, Пастер Валлери-Радола улы Жан-Батистың һыҙаттарын таба.[119]. Ейәне — Луи Пастер Валлери-Радо — үҙенең данлыҡлы ҡартатаһының архивын мираҫҡа ала һәм уның хеҙмәттәрен, хаттарын баҫтырып сығара, ейәне үҙенең хеҙмәттәре арҡаһында Франция академияһына ла ағза итеп һайлана[120].

Луи Пастер һәм сәнғәт донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тешенский герцог ҡатыны Мария Кристинаның ҡәбер ташы. Вена, Августинда сиркәүе

Берта Хансен һүҙҙәре буйынса, Луи Пастерҙың сәнғәттәге ролен замандаштары һәм вариҫтарыюғары баһалай, әммә уның фәнни ҡаҙаныштары фонында «юғалып» ҡалған. 1912 йылда биографтары кейәүе һәм биографы Рене Валлери-Радо 100 дана тираж менән Пастерҙың «Pasteur: et pastelliste dessinateur, 1836-1842» репродукция альбомын баҫтырып сығара, 1986 һәм 1987 йылдарҙа альбом ҡабатлап баҫыла[121]. 1950 йылда Дениз Вротновская Пастерҙың сәнғәт донъяһына мөнәсәбәттәре темаһына махсус эше баҫылып сыға[122]; мәҡәлә архив сығанаҡтарына нигеҙләнгән була, әммә уның «был теманы тарихнамәлә үҫтереү өсөн потенциалы етерлек тип табылмай»[123].

1852 йылда Австрияла һәм Германияла фәнни командировкаларында йөрөгән ваҡытында Пастер музейҙарҙы ҡарап сығырға ваҡыт таба. Ул Дрезден галереяһында ғына дүрт сәғәттән ашыу картиналар ҡарап ваҡытын үткәрә, шула й уҡ ул «Йәшел көмбәҙ»гә бара[124]. Парижда йәшәгән саҡта, ҡатыны һәм балалары менән Пастер йыл һайон Салонға ихлас йөрөй[124] 41 йәшендә ул юҡҡа ғына Нәфис сәнғәт академияһының профессоры итеп тәғәйенләнә: унда рәссамлыҡҡа уҡыусыларға физика-химиянан белем бирә, уларҙы һөнәри яҡтан үҫтерә, картиналарҙағы майлы буяуҙарҙы елләтеү һәм уҡыусыларҙы майлы буяуҙар менән буяу оҫтаханаларында эшләтә. Ғалимдың ул саҡтағы лекциялары ейәне Луи Пастер Валлери-Радо нәшер иткән Пастер йыйылмаларына индерелгән[123].

Альберт Эдельфельт. Луи Пастер үҙ лабораторияһында. 1885. Туҡыма, май, 154 × 126 см, Париж, Музей Орсе[Прим. 11

]

Фәнни проблемаларҙы тикшереү менән бөтә ғүмере буйы шөғөлләнгән Пастер бик етди һәм ҡырыҫ холоҡло кеше була, ул нәфис сәнғәт менән бик аҙ ғына ваҡыт булыша һәм ошо шөғөлө ваҡытында ғына, кешеләр менән аралашҡан саҡта күңел йылылығын һәм юмор тойғоһон күрһәтә. Ул өс рәссам-академистар — үҙе тыуған Юранан һәм күрше Эльзастан сыҡҡан скульптор Жан Перро, рәссам Жан-Жак Эннер һәм Арбуанан яҡташы Огюстом Пуантленом[fr] менән генә тығыҙ аралаша. Э Дюкло иҫләүенсә, 1876 йылда Пастер рәссам Эннерға бөтә ғаилә ағзаларының портреттарын яҙырға заказ бирә. Пастерҙың ҡыҙы Луиза-Мариҙы Эннер 7 тапҡыр картинаһына төшөрә.

Альберт Эдельфельт менән Пастерҙы 1881 йылда улы Жан-Батист таныштыра . Йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, фин рәссамы Пастер даирәһендә үҙ урынын биләй һәм хатта ғалим вафат булғас та бында ҡала. Эдельфельт Пастерҙың һәм уның ғаилә ағзаларының портреттарын яҙа. Мадам Пастерҙың портреты инде тол ҡалғандан һуң рәссам тарафынан яҙыла. Пастерҙың Эдельфельт яҙған иң билдәле портреты ғалимдың 1885 йылда үҙ лабораторияһында төшкән портреты була. Портрет оҙаҡ яҙыла. Был картинаны Эдельфельт 1885 йылдың яҙынан алып Пастерҙың Арбуаға киткәненә тиклем яҙа, һәм 1886 йылдың 1 майында Салондағы күргәҙмәлә күрһәтә. Пастер лабораторияһында бер үҙе генә төшөрөлгән, ул бер нимәгә лә иғтибар итмәйенсә, ҡулына ҡотороу вирустары препаратлы колбаны тотҡан. Портрет яҙылған саҡта Пастерҙың ҡотороуға ҡаршы вакцина уйлап тапҡанлыҡтан абруйының бик ҙур булған сағы сағылыш тапҡан. Эдельфельттың Салонда ҡуйған Пастер портреты ғалимдың абруйын тағы ла нығыраҡ ҙурайтҡан[125].

Велозу Сальгадо[en]. XVIII һәм XIX быуаттарҙа медицина. Лиссабон университеты бинаһындағы медицина факультеты, 1906. Пастер уртала тора, Роберт Кох (һулда) һәм Эмиль Ру (уңда), кафедра янында Джозеф Листер, ә сирле янында уңда Клод Бернар
Пастер Кәшәнәһе.Fraitot V. гравюра китабынан V. d histoire XIXe Fraitot du Une page siècle. Pasteur (oeuvre l, l ' homme, le savant). 3e éd. Paris: et Nony Vuibert, 1913. P. 157

1895 йылдың 28 сентябрендәге шәмбе кистә Пастер институтына ҡараған Гарш янындағы Вильнёв-л’Этанда Луи Пастер вафат була. Уға йыназаны доминикан монахы үткәрә, артабан ғалимдың кәүҙәһе бәлзәмләнә һәм Париждағы Пастер институтының бәләкәй сиркәүенә (часовняға) килтерелә, унда ғалим менән уның бөтә ғаилә ағзалары, коллегалары һәм уҡыусылары хушлаша хушлаша. Шунан һуң уның менән хушлашырға бөтә теләүселәр сиркәүгә индерелә. Француз хөкүмәте ҡарарына ярашлы уны дәүләт, тантаналы месса үткәреп, ҙурлай; 5 октябрҙә Пастерҙы Нотр Дам соборында ерләүҙә яңы ғына һайлап ҡуйылған Франция президенты Феликс Фор, Рәсәйҙең бөйөк кенәзе Константин Константинович һәм Греция принцы Николай ҡатнаша. Халыҡ мәғарифы министры Раймон Пуанкаре тантаналы телмәр тота[37]. Эдмон Гонкур шул көндө үҙенең көндәлегендә Пастер фамилияһын — «Пастырь» — тип үҙгәртеп яҙа: «бәлки, ул элек Хоҙай ҡулында булғанды мираҫы итеп алғандыр»[39]. Пастерҙың үлеме бөтә донъяла ваҡиғаһына әйләнә, бөтә донъя гәзиттәре уның тураһындағы некрологтар менән тулы була; тиҫтәләгән рәссамдар — профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр — уның башы өҫтөнә нимб ҡуйып сағылдырып, картиналар ижад итә. Ғалимды Пантеонда (Вольтер, Руссо, Гюго һәм Золя янында) күмергә тәҡдим итәләр, ләкин, ахыр сиктә ғаилә ағзалары — беренсе сиратта улы Жан-Батист — Пастер институты янында кәшәнә яһап, шунда күмергә тигән ҡарар ҡабул итә; Пастерҙың үҙе тере сағында яратмаған секуляризмға оҡшатылған Пантеонға ирен күмеүгә мадам Пастер ҡаршы сыға[126]. Византия стилендәге кәшәнә (уның көмбәҙе ғалимдың ҡаҙаныштарын кәүҙәләндергән мозаика менән биҙәлә[127][Прим. 12]) дүрт айҙан әҙер була, һәм 1896 йылдың ғинуарында Пастер кәүҙәһе һалынған табут кәшәнәгә урынлаштырыла. 1910 йылда мадам Пастерҙың мәйете лә шунда уҡ ҡуйыла[37]. Сиркәү (часовня)-мавзолейҙы Равенналағы Галла Плацидий мавзолейының планы һәм биҙәлеше менән рухланған француз ар-нуво сәнғәт осороноң билдәле шәхестәре: архитектор Шарль Жиро, рәссам Люк-Оливье Мерсон һәм мозаикалар оҫтаһы Огюст Жильбер-Мартен[fr] эшләй .

Эжен Шалон. «Пастер апофеозы». 1911 йылдан элек, Доль, ҡала музейы

Джеральд Джейсон һүҙҙәре буйынса,1870-се йылдарҙа Пастер Францияның милли геройы була, ә ҡотороу сирен данлы еңгәндән һуң, уның даны 1885 йылда бөтә донъя характерын ала[37]. Пастерҙың данын күтәреүҙә уның кейәүе Рене Валлери-Радо яҙған биографияһы мөһим роль уйнай һәм шулай уҡ 1935 йылда атаһының яҙған пьесаһы буйынса режиссер Саша Гитри фильмы ғалимдың данын үҫтерә (ғалим ролен фильмда режиссер үҙе башҡарған була). Хардкор Патрис фекеренә ярашлы, «Пастер культы»ның кульминация нөктәһе булып, 1922 йылда Пастерҙың 100 йыллығын Францияла бөтә ил күләмендә үткәреү тора. Президент Александр Мильеран тантана ваҡытындағы үҙенең телмәрендә туранан-тура «бөйөк кеше культы» мәғариф системаһы нигеҙенә һалынырға тейеш, ти[39]. Был юбилейға арнап, Ж Эпштейн үҙенең «Пастер» тигән фильмын төшөрә (фильмдың сценарийы Валлери-Радоның китабы буйынса яҙыла һәм фильм яҙыусының һәм Пастер ғаиләһе ағзаларының контроле аҫтында төшөрөлә). Киноматография белгесе Жорж Садуль әйтеүенсә, был «тулы метражлы фильм ярым фәнни» булғанлыҡтан, өлөшләтә Пастер институты лабораторияһында Эмиль Ру күҙәтеүе аҫтында төшөрөлә, рәсми пропаганда өсөн ҡулланырға тейеш булғанлыҡтан «ысын биографик фильм, ул коммерцияға тәғәйенләнгән киноларҙағыса романтика менән һуғарылмаған». Картинаның премьераһы Сорбоннала Пастерҙың тыуыуына 100 йыл тулған көндә халыҡ-ара делегацияға күрһәтелә[128].

1960-сы йылдарҙа француз мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән һорауҙарҙың береһенә яуапта уҡыусыларҙың 48 % Пастерҙы Франция өсөн дан килтереүсе тарихи шәхес тип тауыш бирә, ә Наполеон бары тик өсөнсө урынды биләй,(уға барлығы12 % һорау алыусы тауыш бирә). «Культ»ты юғары тотоуҙың мөһим механизмы булып, 1988 йылдан һуң уның архивы тикшеренеүсе ғалимдар өсөн асыла. Пастер институты бинаһы ла ҡорам мәғәнәһен аңлата. Пастер музейҙары уның тыуған Дол ҡалаһындағы йортта һәм Арбуалағы ғаилә усадьбаһында урынлашҡан[129]. Пастер институтында ғалимдың фатир-музейы һәм лабораторияһы, бер кемдең дә ҡулы тейҙерелмәйенсә, ул тере сағындағыса, һаҡлана. Институт хеҙмәткәр йылына ике тапҡыр институтҡа нигеҙ һалыусы хөрмәтенә тантаналы йыйылыш үткәрә[130]. Риүәйәт буйынса, Париждағы немец оккупацияһы ваҡытында ҡотороуҙан иң беренсе булып ҡотҡарылған кеше — Йозеф Майстер, институттың һаҡсыһы, — немецтарҙы Пастер кәшәнәһенә индермәйсә, ҡорбан була[131].

Вакцинацияланған бер төркөм смоленск крәҫтәиәндәре. Париж, 1886 йыл

«Пастер культы» Франция сиктәренән тыш, Луи Пастерҙың Германияға дошмандарса мөнәсәбәтенә һәм Либих менән Кохҡа көнләшеүенә ҡарамаҫтан, иң тәүҙә Германияла тарала. Рәсәйҙә Пастерҙы 1880-се йылдарҙа, уға һоҡланып, ысын күңелдән ҙурлай; шул уҡ ваҡытта Пастер ҙа Рәсәй ғалимдарына ҙур хөрмәт менән ҡарай.1886 йыл элек урыҫ крәҫтиәндәрен ҡотороу сиренән һауыҡтырған өсөн батша Александр III Пастерға бриллианттар менән биҙәлгән беренсе дәрәжә Изге Анна орденын тапшыра[132]. Рәсәй императорының Пастер институтының ихтыяждары өсөн индергән иғәнәләре иң йомарт була. Тап Рәсәйҙә (Одессала) Франциянан ситтә иң тәүге булып Пастер станцияһы асыла ә Илья Ильич Мечников Рәсәйҙә Пастерҙың беренсе хеҙмәткәре була[133].

АҠШ һәм Бөйөк Британияла ла Пастерҙың даны аҙ булмай, әммә хайуандарҙы яҡлау йәмғиәте вивисекцияға ҡаршы сыға. Пастеризация АҠШ-та 1870 -се йылдарҙа патент ала. 1885 йылдың декабрендә АҠШ-тан Парижға ҡоторған эт талаған дүрт бала ебәрелә һәм һауығып үҙ иленә ҡайта, шул ваҡытта уларҙың яҙмышы өсөн бөтә америка матбуғатты күҙәтеп бара; был «Пастер культы»ның таралыуына булышлыҡ итә. 1920 йылда Пастер ысулын пропагандалау өсөн америка ғалимы һәм журналисы Пол де Круиф күп эшләй, уның «Микробтарға һунар итеүселәр» китабы хәҙерге көнгә тиклем даими баҫылып тора. Шуға ҡарамаҫтан, донъяла инглиз ревизия позицияһы көслө хакимлығын дауам итә[134]. 1936 йылда АҠШ-та Пол Муни төшөргән «Луи Пастер тураһында повесть» фильмы ғалимды популяр итә. Фильмдың рейтингы XXI быуатта ла юғары тора[135].

Тиҫтә йылдар барышында Пастер мифын юҡҡа сығарырға тырышыусылар булһа ла, улар ҙур йоғонто яһай алмай. 1995 йылдаПастерҙың 100 йыллығын билдәләү бер Францияла ғына байрам ителмәй, донъяның башҡа илдәрендә лә билдәләнә. «Le Figaro» гәзите юбилейға арнап махсус сығарыла, унда Пастерҙың биографияһы буйынса материалдар хәҙерге көндәге Пастер институтының эшенән айырылмайынса яҡтыртыла.«Le Monde» гәзите үткән быуатты «Пастер быуат»ы булды, тип билдәләй;унда . Доминика Лекура[fr] ҙур мәҡәлә менән сығыш яһай һәм Пастер тураһындағы бер нисә китапҡа рецензия урынлаштыра. Йөҙ йыллыҡҡа арнап Пастер институтында күргәҙмәләр үткәрелә. Пастер элеккесә кешелекте ҡотҡарыусы тип ҡарала.

Пастер статуяһы Сорбонна ишек алдында. 1899—1900, скульптор Жан-Батист Юг[fr]

Пастер исеме менән аталған объекттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Парижда Пастер бульвары, 2011 йылғы фото

1898 йылда Арбуа коллежына, Алжирҙағы бер ауылға, Канаданың бер округына Пастер исеме бирелә. Донъяның күп ҡалаларында Пастер исеме менән аталған урамдар бар[37][38], шул иҫәптән, Францияның үҙендә 2000-дән ашыу урам (2011 йылға ҡарата). Пастер авенюһы Хошиминда (Вьетнам) һаҡланып ҡалған француз атамаларының береһе. Ислам революцияһынан һуң Тәһранда шулай уҡ Пастер урамы һаҡланып ҡалған[136]. Одессаның Пастер урамында Одесса дәүләт медицина университеты бинаһы урынлашҡан, бында Склифосовский һәм Мечниковэшләгән була. Парижда бульвар Пастера[fr] һәм шулай уҡ уның исемен йөрөткән метрополитен үҙәге бар. 2015 йылда Францияла Луи Пастер ҡарата хөрмәтенә уның исеме менән аталған 361 лицей һәм мәктәп булған. 1968 йылда булған реформанан һуң Страсбург университеты өс өлөшкә бүленгән. Уларҙың береһе (илдәге иң эреһе) «Пастер университеты — I Страсбург» исемен йөрөтә. 2009 йылда был өс уҡыу йорттары ҡушылғанға тиклем был исем һаҡланып килә. Санкт-Петербургта Луи Пастер исемен уның 100 йыллыҡ юбилейына арналған, 1923 йылда төҙөлгән Эпидемияология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институты йөрөтә. Бөтә донъяла барлығы 100-ҙән ашыу ғилми учреждениелар Луи Пастерҙың исемен йөрөтә[20].

Пассажирҙар пароходы «Пастер»

Францияла һәм сит илдәрҙә Пастерға арналған һәйкәлдәр бик күп. Сорбонна университетының ишек алдында уның статуяһы Виктор Гюго статуяһының ҡаршыһына ҡуйылған[37]. Шулай уҡ ғалимдың һүрәте 1966 йылда сығарылған ун франк купюрҙа төшөрөлөүгә лайыҡ була[39]. 2012 йылда Пастер профиле төшкән 10 евро юбилей серияһында тәңкә итеп сығарыла [137]. Францияның почта маркалары бер нисә тапҡыр Пастер портреттары менән сығарыла.[138][139]. СССР-ҙа ла Пастер һүрәте төшөрөлгән маркалар сығарыла[140].

1961 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Луи Пастер исемен Айҙың кире яғындағы кратера бирҙе. 1973 йылда ғалим хөрмәтенә Марстың Ғәрәбстан тигән өлкәһендәге кратер[en] уның исеме менән атала.

Ғалим исеме менән сепситсы барлыҡҡа килтереүсе Пастерелла[en] бактерияларының бер төрө атала.

1938 йылда шулай уҡ ғалим исеме пассажирҙар лайнерына һәм хәҙерге заманса төҙөлгән круизное судно[fr] һы 1966 йылда бирелә[141].

Пастер әҫәрҙәре һәм хаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 1,26 1,27 1,28 1,29 1,30 1,31 1,32 1,33 1,34 1,35 1,36 1,37 1,38 1,39 1,40 1,41 https://www.biography.com/people/louis-pasteur-9434402
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. (unspecified title)doi:10.5281/ZENODO.10080503
  4. 4,0 4,1 RKDartists (нидерл.)
  5. Louis Pasteur (фр.)ministère de la Culture.
  6. 6,0 6,1 Louis Pasteur // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. Пастер Луи (урыҫ) / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  8. Louis Pasteur // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  9. Annonce de la mort de Louis Pasteur à l'Académie des sciences (фр.) — 1895.
  10. 10,0 10,1 https://www.sciencesetavenir.fr/archeo-paleo/patrimoine/hommage-a-pasteur-pour-cette-123e-annee-la-ceremonie-ne-s-est-pas-faite-en-presentiel-a-l-institut_147735
  11. Викитека — 2003.
  12. 12,0 12,1 Французская академия — 1635.
  13. http://bibliographie-historique.bnf.fr/Biblio/le-fonds-pasteur-a-la-bibliotheque-nationale
  14. https://unesco.delegfrance.org/Les-Archives-de-Louis-Pasteur-Focus-Memoire-du-Monde
  15. https://catalogues.royalsociety.org/CalmView/Record.aspx?src=CalmView.Persons&id=NA6990&pos=1
  16. Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  17. https://www.academie-sciences.fr/archivage_site/fondations/lp_bio.htm
  18. Elenco cronologico Soci Stranieri (итал.)ANSXL.
  19. Louis Pasteur pronunciation in French. Forvo.
  20. 20,0 20,1 20,2 20,3 20,4 Geison, 1981
  21. ВОЗ | Всемирный день борьбы с бешенством. WHO. Дата обращения: 6 декабрь 2018.
  22. Vallery-Radot, 1919, p. 1—2
  23. Vallery-Radot, 1919, p. 3—4
  24. Robbins, 2001, p. 12
  25. Dubos, 1950, p. 24
  26. Debré, 2000, p. 3
  27. Robbins, 2001, p. 13—14
  28. Debré, 2000, p. 5—6
  29. Robbins, 2001, p. 14
  30. Dubos, 1950, p. 25
  31. 31,0 31,1 31,2 Geison, 1995, p. 23
  32. 32,0 32,1 Robbins, 2001, p. 15
  33. Dubos, 1950, p. 26
  34. Geison, 1981, p. 356
  35. Debré, 2000, p. 13—14
  36. Dubos, 1950, p. 26—27
  37. 37,00 37,01 37,02 37,03 37,04 37,05 37,06 37,07 37,08 37,09 37,10 37,11 37,12 37,13 37,14 37,15 37,16 37,17 37,18 Geison, 1995
  38. 38,00 38,01 38,02 38,03 38,04 38,05 38,06 38,07 38,08 38,09 38,10 38,11 38,12 38,13 38,14 38,15 38,16 38,17 38,18 38,19 38,20 38,21 Robbins, 2001
  39. 39,0 39,1 39,2 39,3 39,4 39,5 39,6 39,7 39,8 Debré, 2000
  40. Debré, 2000, p. 17
  41. Robbins, 2001, p. 18—19
  42. 42,0 42,1 Robbins, 2001, p. 22
  43. 43,0 43,1 43,2 Geison, 1995, p. 24
  44. Debré, 2000, p. 52
  45. Пастер II, 1960, Имшенецкий А. А. Пастер, с. 711
  46. Пастер II, 1960, Имшенецкий А. А. Пастер, с. 712—715
  47. Яновская, 1960, Фотовклейка, с. 64—65
  48. Debré, 2000, p. 54
  49. Debré, 2000, p. 54—55
  50. Debré, 2000, p. 56
  51. Robbins, 2001, p. 31—32
  52. Geison, 1995, p. 25
  53. Пастер II, 1960, Имшенецкий А. А. Пастер, с. 716—717
  54. Robbins, 2001, p. 33
  55. Geison, 1995, p. 26
  56. Robbins, 2001, p. 34
  57. Geison, 1995, p. 26—27
  58. Яновская, 1960, с. 153—155
  59. Annales scientifiques de l'École normale supérieure. École normale supérieure. Дата обращения: 26 ғинуар 2019. 2019 йыл 24 ғинуар архивланған.
  60. Robbins, 2001, p. 53—54
  61. Яновская, 1960, с. 65
  62. Яновская, 1960, с. 358—359
  63. Пастер II, 1960, Имшенецкий А. А. Пастер, с. 718
  64. 64,0 64,1 64,2 64,3 64,4 64,5 64,6 64,7 64,8 Пастер II, 1960
  65. 65,0 65,1 Лебедева, 1974
  66. Пастер II, 1960, Имшенецкий А. А. Пастер, с. 719—720
  67. Пастер II, 1960, Имшенецкий А. А. Пастер, с. 722—723
  68. 68,0 68,1 Roll-Hansen, 1983
  69. Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}}.
  70. Введение антисептики и борьба вокруг нового принципа в хирургии // Джозеф Листер. Столетие антисептики. — Л.: Наука, 1971. Дата обращения: 26 декабрь 2018.
  71. Robbins, 2001, p. 59—60
  72. Пастер II, 1960, Имшенецкий А. А. Пастер, с. 728
  73. 73,0 73,1 Geison, 1995, p. 32
  74. Яновская, 1960, с. 193—194
  75. Debré, 2000, p. 246
  76. Robbins, 2001, p. 64
  77. Debré, 2000, p. 247
  78. Debré, 2000, p. 248
  79. Debré, 2000, p. 252
  80. Robbins, 2001, p. 65
  81. Исаченко, 1945
  82. Geison, 1995, p. 41
  83. Debré, 2017, p. 162
  84. Geison, 1995, p. 40, 312
  85. Пастер II, 1960, Имшенецкий А. А. Пастер, с. 764
  86. Geison, 1995, p. 42, 260
  87. Geison, 1995, p. 182
  88. Geison, 1995, p. 184—185
  89. Robbins, 2001, p. 89—90
  90. Geison, 1995, p. 189—193
  91. 91,0 91,1 91,2 Geison, 1995, p. 34
  92. Robbins, 2001, p. 90
  93. Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}}.
  94. Robbins, 2001, p. 102—105
  95. Robbins, 2001, p. 105—106
  96. Geison, 1995, p. 254—255
  97. Geison, 1981, p. 351
  98. Debré, 2000, p. 463—464
  99. Robbins, 2001, p. 107
  100. Robbins, 2001, p. 107—108
  101. Geison, 1981, p. 405
  102. Robbins, 2001, p. 109—110
  103. Robbins, 2001, p. 111
  104. Debré, 2000, p. 479—480
  105. Geison, 1995, p. 34—35
  106. Robbins, 2001, p. 112
  107. Яновская, 1960
  108. Geison, 1995, p. 38
  109. Geison, 1995, p. 47—48
  110. Geison, 1995, p. 48
  111. Энгельгардт, 1897, с. 36.
  112. Geison, 1995, p. 45
  113. Geison, 1995, p. 46.
  114. Debré, 2000, p. 15
  115. Geison, 1995, p. 46
  116. Robbins, 2001, p. 74—75
  117. Robbins, 2001, p. 66
  118. Валлери-Радо, 1889
  119. Robbins, 2001, p. 74
  120. Geison, 1995, p. 46—47
  121. Hansen, 2015, p. 6
  122. Wrotnowska, 1955, p. 9—16
  123. 123,0 123,1 Hansen, 2015, p. 9
  124. 124,0 124,1 Hansen, 2015, p. 8
  125. Hansen, 2015, p. 10—11
  126. Hansen, 2015
  127. Campbell, D. M. The Pasteur Institute of Paris (билдәһеҙ) // American Journal of Veterinary Medicine. — Chicago, Ill.: D. M. Campbell, 1915. — Т. 10. — № 1. — С. 29—31.
  128. Садуль, Жорж. Послевоенные годы в странах Европы 1919—1929 // Всеобщая история кино. — М.: Искусство, 1982. — Т. 4. Первый полутом. — С. 121—122. — 592 с.
  129. Robbins, 2001, p. 122
  130. Geison, 1995, p. 262—264
  131. Debré, 2000, p. 496
  132. Российские биологи в институте Пастера. Архивы Российской академии наук. Дата обращения: 4 март 2019.
  133. Первая в Российской империи и вторая в мире. Одесская газета «Порто-Франко». Дата обращения: 5 март 2019.
  134. Geison, 1995, p. 266
  135. Geison, 1995, p. 267
  136. Sinding, 1999
  137. Série de 27 pièces de 10 € des régions 2012. Philatélie 50. Дата обращения: 5 март 2019. 2019 йыл 6 март архивланған.
  138. Timbres à l'effigie de Louis Pasteur. Дата обращения: 5 март 2019.
  139. Timbres de collection Louis Pasteur & Philatélie. Delcampe Luxembourg SA. Дата обращения: 5 март 2019. 2019 йыл 6 март архивланған.
  140. 1962, июнь. Почтовая марка СССР. Французский учёный-микробиолог Луи Пастер. 6 коп. Звонкая Монета. Дата обращения: 5 март 2019. 2019 йыл 6 март архивланған.
  141. Debré, 2000, p. 497


  • L’Institut Pasteur (фр.). Дата обращения: 23 января 2019.
  • Maison Louis Pasteur (фр.). Académie des sciences. Дата обращения: 26 января 2019.
  • Oeuvre artistique de Pasteur (неопр.). Photothèque de l’Institut Pasteur. Дата обращения: 24 марта 2019.
  • Pasteur Museum, Crypt and Institute — Paris (неопр.). Travel France Online (24 ноября 2018). Дата обращения: 10 марта 2019.
  • Благодарное человечество своему благодетелю PASTEUR (неопр.). VIVOS VOCO!. Дата обращения: 23 января 2019.
  • Пастёр, Луи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Профиль Луи Пастера РФА рәсми сайтында