Һайланған мәҡәлә
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания , Швеция һәм Норвегияла , X —XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла , ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы… :
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл ) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР -ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы ) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан .
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә , Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
20 декабрь юбилярҙары
Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы ; Ғабдулла Дәүләт (1894—12.12.1963), башҡорт милли һәм революцион хәрәкәте эшмәкәре. 1918 йылда Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы рәйесе. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдан РКП(б) ағзаһы.
Зәйнәғәбдинов Мостафа Шәрифйән улы (1899—1978), педагог, 1919—1959 йылдарҙа Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1951). Сығышы менән ошо райондың Юлыҡ ауылынан.
Третьякова Евгения Николаевна (1899—1.08.1986), ғалим-педиатр, йәмәғәтсе. 1946—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1950—1969 йылдарҙа балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. 1950—1971 йылдарҙа Башҡортостан балалар табиптары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1957), профессор (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР -ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы (1934—24.05.2019), ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1988 йылдан — бүлек мөдире; 2000 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).
Фисинин Владимир Иванович (1939), ғалим-зоотехник селекционер. 2002—2013 йылдарҙа Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының 1-се вице-президенты. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (1988), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2011). Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1995), ике тапҡыр СССР Министрҙар Советы премияһы (1979, 1990) лауреаты. Ленин (1986), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975, 1981), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Почёт (2006), шулай уҡ сит ил ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Омск өлкәһендәге элекке 358-се совхоздан.
Юзеев Сәғит Саяр улы (1939), ауыл хужалығы ветераны. 1954—1999 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы тракторсыһы, бригадиры, инженер-экспедиторы һәм бүлексә идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Шәйбәков Ринат Гәрәй улы (1954), уҡытыусы, тарихсы, йәмәғәтсе. 2011 йылдан Белорет районы Йөйәк ауылы старостаһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1993), Белорет ҡалаһының Григорий Белорецкий премияһы лауреаты (2004).
Богословский Владимир Александрович (1964—10.11.2004), спортсы, Әлшәй районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1995).
Шәйхуллин Ғәзнәүи Талихйән улы (1969), механизатор. 2006 йылдан Балтас районы «Луч» хужалығы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо райондың Яңы Яҡшый ауылынан.