Эстәлеккә күсергә

Ырғыҙлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иргизлы битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иргизлы
башҡ. Ырғыҙлы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл биләмәһе

Ырғыҙлы

Координаталар

52°57′33″ с. ш. 57°01′30″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1756

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1756

Элекке исеме

Вознесенка баҡыр иретеү заводы

Халҡы

366[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34755

Почта индексы

453585

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 816 001

ОКТМО коды

80 619 416 101

Иргизлы (Рәсәй)
Иргизлы
Иргизлы
Ырғыҙлы (Башҡортостан Республикаһы)
Иргизлы

Ырғыҙлы (рус. Иргизлы) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Ырғыҙлы ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 366 кеше[2]. Почта индексы — 453585, ОКАТО коды — 80219816001.

Ырғыҙлы ауылы Ағиҙел юлағынан (XX быуат башында Ағиҙел, ауылдың ситенә тиклем килеп етеп, элмәк булып бөгөлөп аҡҡан була, һуңғараҡ йырҙа яһалма рәүештә төҙәйтелә — элекке бөгөлдән йылғаның ике иҫке үҙәне тороп ҡала, һәм шуның береһе һыу юлы, йырҙа, менән тоташа) көньяҡҡа табан 1,5 километрҙа, Ырғыҙлы йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 50 километр һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 195 километр алыҫлыҡта, «Башҡортостан» милли паркы территорияһында урынлашҡан[4].

1773 йылдың октябрендә торамаға атаман Хлопуша етәкселегендә Пугачёв ғәскәренең алдынғы отряды килә. Уларҙы ҡыҙыҡһындырғаны — ошо ауылда 1756 йылда граф Карл фон Сиверсон төҙөткән ете мейесле баҡыр иретеү заводы була. Хлопуша отрядының бер өлөшө заводты пушкаларҙан утҡа тотһа, икенсе яртыһы заводтың гарнизонын ҡамауға ала. Тиҙҙән бында «батша», йәғни 1,5 меңлек ғәскәре менән Пугачёв үҙе килеп етә. Вознесенка заводында Пугачёв ғәскәре 1774 йылдың апреленә тиклем тора, һуңынан улар тарафынан завод яндырыла. Үҙ ирке менән уларға ҡушылыусылар иҫәбенә ғәскәрен тулыландырған Пугачёв Ағиҙел йылғаһының үр яғындараҡ урынлашҡан Әүжән-Петровск заводына юллана. Ғәскәр торған тауҙы, улар киткәс, башҡорттар «Бүгәс тауы» тип атай.

Төрөкмән Йәнсәйетов, Таулыҡай Сураҡов отрядтары составында башҡорттар һәм урыҫтар 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша, 1812 йылғы Ватан һуғышында халыҡ ополчениеһы һәм башҡорт полктары составына инә[6].

Ырғыҙлы ауылы XX быуат башында элекке Вознесенка заводы янындағы торама урынында утар булараҡ барлыҡҡа килә. Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы биләмәһе рус халҡы йәшәгән утрау булып торған. 1920 йылда Ырғыҙлы утарында 85 урыҫ кешеһе йәшәгән 14 ихата була. Бөгөн ауылда башҡорттар ҙа, урыҫтар ҙа йәшәй.

1930-сы йылдарҙан башлап хәҙерге статусына эйә.

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2009[7]2010[1]
403387366
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, башҡорттар (65 %), рустар (30 %) тәшкил итә[8].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1920 йыл 26 август 85
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 545
1959 йыл 15 ғинуар 742
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 366
2002 йыл 9 октябрь 403
2010 йыл 14 октябрь 366 182 184 49,7 50,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ырғыҙлы ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто бар[9].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бәләкәй урам (рус.  Белекейка (улица)
  • Василий Рылов урамы (рус.  Василия Рылова (улица)
  • Ҡурсаулыҡ урамы (рус.  Заповедная (улица)
  • Кинйә Арыҫланов урамы (рус.  Кинзи Арсланова (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Пугачёв урамы (рус.  Пугачёва (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Иҫке завод урамы (рус.  Старозаводская (улица)
  • Яков Горшенин урамы (рус.  Якова Горшенина (улица)[10]
Иҫтәлекле урындары
  • Ырғыҙлы ауылында ЮНЕСКО тарафынан донъя халыҡтарының мәҙәни мираҫы тип танылған Шүлгәнташ мәмерйәһен үҙ эсенә алған «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһы урынлашҡан.
  • Ҡара кеше тауы. Ауылдың көньяҡ-көнбайышындағы «Ҡара кеше» тип аталған тауҙың атамаһы ла 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаһы менән бәйле. Пугачёв ғәскәре Вознесенка заводына көнсығыштан килеп ингән була. Ә уларға ҡаршы ебәрелгән батша ғәскәренең каратель отряды ауылға көньяҡ-көнбайыштан яҡынлай һәм шул яҡтағы тау түбәһендә туҡтала, сөнки был бейеклектән завод тотошлайы менән күренеп тора. Карателдәр ҡара мундирҙа булғанлыҡтан, алыҫтан бөтә тау башы ҡап-ҡара булып күренә. Шунлыҡтан был тауҙы урындағы башҡорттар «Ҡара кеше тауы» тип атаған. Пугачёвсылар һан буйынса өҫтөнлөк иткәнгә күрә, карателдәр (ҡырғындар) уларға туранан-тура һөжүмгә күсергә батырсылыҡ итмәй. Шулай ҙа был урында пушканан атылған йәҙрә ярсыҡтары, мушкет штыктары һәм пугачёвсыылар яғынан атылған уҡтар, уҡ остары, йылдар үтһә лә, табыла тора.
  • Исследовательская работа на тему: «Топонимы деревни Иргизлы, связанные с историческими событиями» на конкурс «Земля Урал батыра»[11]
  • Кәримова Нурсилә, Ырғыҙлы урта мәктәбенен 10 сы синыф уҡыусыһының эше (2022 йыл)[12]
  • Топонимы деревни Иргизлы. Исследовательская работа[13]
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Ырғыҙлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Вознесенский (Иргизлинский)
  6. Вознесенский (Иргизлинский)
  7. 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  9. Ырғыҙлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Улицы
  11. Ырғыҙлы ауылының ер-һыу атамалары
  12. Ырғыҙлы ауылы ер-һыу атамалары
  13. Топонимы деревни Иргизлы