Эстәлеккә күсергә

Яңы Гуровка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Гуровка
рус. Новогуровка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Терәпә

Координаталар

54°05′52″ с. ш. 56°10′41″ в. д.HGЯO

Халҡы

93[1] кеше (2010)

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453484

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 849 005

ОКТМО коды

80 605 449 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Гуровка (Рәсәй)
Яңы Гуровка
Яңы Гуровка
Яңы Гуровка (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Гуровка

Яңы Гуровка (рус. Новогуровка) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 93 кеше[2]. Почта индексы — 453484, ОКАТО коды — 80205849005.

Ауылға 1893 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1876 йылда) Стәрлетамаҡ өйәҙендә граф Варшавскийҙан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә (1893 йылда купчий ҡағыҙы рәсмиләштерелгән) Өфө өйәҙе Гуровка ауылы (хәҙерге Кушнаренко районны) элекке удел крәҫтиәндәре Яңы Гуровка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 йылда 28 йортта 215 кеше йәшәгән. 1920 йылда 45 ихатала 330 кеше йәшәгән. 1906 йылда тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. Ауылда урыҫтар, сыуаштар йәшәй[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 93 44 49 47,3 52,7
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - сыуаштар (75 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Күҙйылғаның һул ярында Терәпә ауылы (ауыл советы үҙәге) ҡаршыһында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 24 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Терәпә): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 16 км
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]