Оло Ялансыҡ
Оло Ялансыҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сыбаркүл районы |
Оло Ялансыҡ Викимилектә |
Оло Ялансыҡ (Оло Йылансыҡ) (рус. Большо́й Ела́нчик) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы һәм Мейәс ҡала округындағы сөсө һыулы күл[1] Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Күл Силәбенән көнбайышҡа табан 90 км алыҫлыҡта, ә Сыбаркүлдән 10 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. 363 метр тәшкил диңгеҙ кимәленән бейеклеге
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙәттә атаманы башҡорт телендәге «йылан» һүҙе менән бәйләйҙәр һәм күлде Йылансыҡ тип атаусылар ҙа бар. Мәгәр ХVIII быуат әҙәби сығанаҡтарында Яланчи вариантында телгә алына, тип яҙа Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә[2].[3].
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең төньяҡ ярында урынлашҡан шифаханалар:
- Көньяҡ Урал тимер юлы — «Аленушка»,
- Силәбе торба эшләү заводы — «Еланчик»,
- 1990-сы йылдарға тиклем балаларҙы һауыҡтырыу лагеры итеп төҙөлә башлаған урында 2008 йылда күп фатирлы ике йорт һалынған шәхси ҡасаба барлҡҡа килгән
Уларға M5 трассаһынан уңайлы йыһазландырылған боролош бар — яҡынса Сыбаркүл һәм Мейәс ҡалалары араһындағы урталыҡтағы юл.
Күлдең көньяҡ һәм көнсығыш ярында урынлашҡан ял базалары :
- «Йәшел ут»
- «Челябвтормет»
- «НТМ-Йәштәр»
- «Еланчик»
һәм ҡала сите ҡасабалары:
- Ябыҡ «Еланчик» ҡасабаһы
- Ҡала сите комплексы «Шишмә»
Сарафан ауыл биләмәһе яғынан инергә.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл һыҙатланышы менән дағаға оҡшаған, төбө тигеҙһеҙ, ике-өс метр тәрәнлектә ләм башлана. Күлдең ике ятыуы бар, ярлаулы. Көнбайышта, Грязнуха йылғаһы ҡойған урында, һаҙлыҡлы. Көньяҡ-көнсығышта күлдән Күндерешә йылғаһы ағып сыға, ул Сыбаркүл күленә ҡоя. Ятыуҙарҙа ҡурайлы ҡамыш үҫә.
Бәләкәй генә булып Кораблик һәм Мөхәббәт тигән утрауҙары, шулай уҡ көнбайыш ярында бер ҙур ярымутрауы — Копешки — бар[4]
Күл Сыбаркүл, Йылыу, Оло Киҫегәс һәм Кесе Киҫегәс, Оло Мейәс һәм Кесе Мейәс күлдәре сылбырында иң ситке булып урынлашҡан.
Бөтә был күлдәр ҡылымыҡтар менән бәйле. Ялансыҡ Мейәстән 72 метр юғарыраҡ тора. Йәғни, ағым көньяҡтан төньяҡҡа табан. Ахыр килеп һаман да һыу Мейәс йылғаһына китеп тора. Был күлдәрҙең зәңгәр теҙмәһен тауҙар көнбайыштан тауҙар: Илмән һырты, көньяҡтан Чашковский тауҙары, Түңәрәк тау (Круглая гора), Этташ (гора Собака-Камень), Ҡарағас тау (гора Лиственная) һәм башҡалар ҡамалап тора. Ә тауҙар аръяғында, көнбайышҡа табан, Мейәс йылғаһы аға.
— Н.И. Шувалов: «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь»[5]
Күлдең көнсығыш ярында Ҡәләм соҡорҙары тигән урын бар, уларҙан 19-сы быуаттың беренсе яртыһында графит сығарыла һәм Златоуста унан ҡәләм етештерелә. Ҡеүәтле графит ятҡылыҡтары тап бына Оло Ялансыҡ ярында һәм төбөндә табыла ла инде. Уны сығарыу һәм эшкәртеү Павел Петрович Аносов бойороғо буйынса башлана. Уны булат ҡорос иретеү өсөн тигель әҙерләүҙә ҡулланалар. Ҡәләм 1842 йылдың октябрендә сығарыла башлай. Ҡәләмде Урал предприятиятиеларында һәм хатта Санкт-Петербург рәсем мәктәбендә бик теләп һатып алалар[6].
Күлдең флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдә сабаҡ, алабуға, суртан, алабалыҡ, табан, ҡарабалыҡ, этеш, рипус тереклек итә. Күлдә ҡыҫалалар ҙа бар.
Иҫәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Еланчик Большой, озеро (Чебаркульский район) . Сайт Челябинской области chelindustry.ru. Дата обращения: 5 ғинуар 2018. 2018 йыл 6 ғинуар архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И. Еланчи// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Еланчи
- ↑ И.Б.Бояринцев. Озеро Еланчик . Экскурсионное агентство «Хрустальная Гора» (2009). Дата обращения: 16 август 2010. Архивировано 6 май 2012 года. 2012 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ Шувалов Н.И. Озеро Еланчик . toposural.ru (2008). Дата обращения: 16 август 2010. Архивировано 6 май 2012 года.
- ↑ Ю. Г. Гуревич: "«Булат. Структура, свойства и секреты изготовления». Курган: Изд-во Курганского государственного университета, 2006.-158 c.