Поль Лаббе
Поль Лаббе | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Франция |
Тыуған көнө | 23 ғинуар 1880 |
Тыуған урыны | Арпажон[d] |
Вафат булған көнө | 13 ғинуар 1943 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Carolles[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Француз теле |
Һөнәр төрө | лингвист, этнолог, сәйәхәтсе-тикшеренеүсе |
Ойошма ағзаһы | Академия колониальных наук[d], Société libre d'agriculture, sciences, arts et belles-lettres de l'Eure[d], Q109017001? һәм Академия наук заморских территорий[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Поль Лаббе (франц. Paul Auguste Labbé; (23 ғинуар 1867 йыл — 13 ғинуар 1943 йыл) — Франция сәйәхәтсеһе, географ, этнограф, лингвист. Париж Коммерция географияһы йәмғиәтенең (1905—1919) һәм Француз Альянсының генераль сәркәтибе (1919—1935).
Биографияһынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә етем ҡала. Мишль лицейында уҡый, артабан юридик факультетта һәм Шәреҡ телдәре мәктәбендә белем ала. Шунда уның телдәргә ғәҙәттән тыш һәләттәрен күреп, бер уҡытыусыһы урыҫ телен өйрәнергә кәңәш итә. Был уға 1896 йылда Рәсәйгә сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек бирә лә инде.
Артабан Лаббе Рәсәйҙең урыҫ булмаған халыҡтарының этнографияһын һәм диндәрен өйрәнеүгә махсуслаша.
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Урал, Оло Иҙел (Волга) буйында, Урта Азияла, Ҡаҙағстанда, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта, Монголияла һәм Маньчжурияла сәйәхәт итә. 1897—1898 йылдарҙа ул Башҡортостанда булып китә. Волга буйлап Ҡазанға килә, артабан Камаға һәм Ағиҙелгә сыға, Өфөгә килә.
1898 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенең Петровское, Маҡар, Иҫке Сәйет, Ҡолғона, Егән ауылдарында этнографик тикшеренеүҙәр үткәрә (хәҙерге Ишимбай һәм Белорет райондары биләмәләре). Тау-урманлы төбәк башҡорттарының хужалыҡ итеүе, матди һәм мәҙәни тормошо тураһында мәғлүмәттәр йыя, фотоға төшөрөп ала. Ошонда ул тауҙарҙа һәм далаларҙа көн иткән башҡорттарҙы өйрәнә. Был төбәкте төньяҡтан көньяҡҡа тиклем үтәләй йөрөп сығып, сәйәхәтен Ырымбурҙа тамамлай[1]
Лаббе шулай уҡ Урта Себер халыҡтарын да өйрәнә.
1899 һәм 1901—1902 йылдарҙа Владивостокта була, Японияға үтергә теләй, тик бында уға ышанмаусанлыҡ күрһәтәләр.
1902 һәм 1906 йылдарҙа ул Байкал аръяғын гиҙә, шундағы этностарҙы өйрәнә. Сахалин утрауындағы төрмә тураһында мәғлүмәт туплауҙан тыш, шундағы ороч һәм тунгус кеүек ваҡ халыҡтар тураһында ла яҙып ала. Япондарҙың айналарын һүрәтләй.
Транссебер юлы буйлап сәйәхәт итеп, Лаббе Омск, Томск, Иркутск, Владивосток, Хабаровск, Тобольск, Николаевск кеүек ҡалаларҙың йылдам үҫешеүен күҙәтә.
Сәфәрендә йыйған документтар тураһында 1900 йылда Париж этнографик йәмғиәте ултырышында сығыш яһай. Мөһим коллекцияларын Тарих милли музейына, Трокадеролағы Этнографик музейға һәм Гимет Музейына тапшыра. Уның шаманлыҡ буйынса йыйған мәғлүмәттәре һаман иң абруйлыларҙан иҫәпләнә.
Париж Коммерция географияһы йәмғиәтенең (1905—1919) һәм Француз Альянсының генераль сәркәтибе (1919—1935) була. Ул Беренсе донъя һуғышына тиклем дә даими рәүештә Балканда йөрөй.
1923 йылда Сит илдәр Фәндәр Академияһына ҡабул ителә, офицер булараҡ танылыу яулай (1913), артабан, 1924 йылда, Почетлы легион командующийы була.
Поль Лаббе башҡорттар тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылда Поль Лаббе Парижда «Sur lesgrandes routes deRussie, entre I’Ouralet la Volga» («Рәсәй юлдары буйлап Волганан Уралға тиклем») тигән китабын баҫып сығара һәм унда башҡорттар араһында булғанын да бәйән итә. Был бүлектәре башҡортсаға тәржемә ителеп, «Ватандаш» журналының 2017 йылғы 3-сө һанында баҫылып сыға.[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франция Академияһының өс бүләгенә лайыҡ була:
- Монтен Премияһы (Сахалин тураһындағы хеҙмәте өсөн) — 1904
- Фабье Премияһы (Рәсәй автомобиль юлдары тураһындағы хеҙмәте өсөн) — 1906
- Француз теле Премияһы, 1935
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- De Tomsk à Tachkent, A travers le monde, 1898, p. 73-76 et p. 145—148
- Voyage dans l’Oural (en Bachkirie), Le Tour du monde, 1900, p. 613—624
- La Colonisation russe en Bachkirie, 1901
- Un Bagne russe. L'île de Sakhaline, Le Tour du monde, 1902, p. 409—480 puis en volume, 1905
- Les Russes en Extrême-Orient, 1904
- Sur les grandes routes de Russie entre l’Oural et la Volga, 1905
- Chez les lamas de Sibérie, Le Tour du monde, 1909, p. 313—384, puis en volume, 1909
- A travers la Serbie, Bulletin de la Société normande de géographie, 1910
- Souvenirs de Roumanie, Le Tour du monde, 1913, p. 157—204
- La Vivante Roumanie, 1913
- L’Histoire d’un jeune Serbe, 1918
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЛАББЕ ПОЛЬ В БАШКИРИИ — «ВАТАНДАШ» № 3 2017.- С. 20-55
- Labbé P. Sur les grandes routes de Russie, entre l’Oural et la Volga. Paris, 1905
- Лаббе, П.По дорогам России от Волги до Урала : пер. с фр. А. Ш. Губайдуллиной и Л. Ф. Сахибгареевой под ред. И. В. Кучумова. М. : Издательство «Паулсен», 2017. — 224 с. ISBN 978-5-98797-152-9
- Labbé P. La Colonisation russe en Bachkirie // Bulletin du Comité des travaux historiques et scientifiques section des sciences économiques et sociales. Paris, 1900.Année. P. 34-55.Поль ЛАББЕ Русская колонизация в Башкирии)
- Elicio Colin, Paul Labbé (1867—1943), Annales de Géographie, vol.54, no 293, 1945, p. 68-69
- Numa Broc, Dictionnaire des explorateurs français du XIXe siècle, T.2, Asie, CTHS, 1992, p. 267—270
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Французский путешественник начала XX века о русских [2] 2017 йыл 5 апрель архивланған.
- Француз в России 100 лет назад: «темные» затраты на башкирских рантье, жертвы жуликов и «церковные» сборы[3](недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лаббе, П.По дорогам России от Волги до Урала : пер. с фр. А. Ш. Губайдуллиной и Л. Ф. Сахибгареевой под ред. И. В. Кучумова. М. : Издательство «Паулсен», 2017. — 224 с. ISBN 978-5-98797-152-9.
- ↑ ЛАББЕ ПОЛЬ В БАШКИРИИ.- ВАТАНДАШ, № 3 2017 С. 20-55[1](недоступная ссылка)