Эстәлеккә күсергә

Таһир

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таһир
ғәр. طاهر
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле һәм Төрөк теле
Яҙыу ғәрәп яҙыуы[d]
Фамилия с идентичным написанием Tahir[d]
 Таһир Викимилектә

Таһир — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Таһир исеме бар. Был исем борондан килә, хатта ислам дине тарихының оҙонлоғо менән тура килерлек. Таһир исеме татарҙарҙа, башҡорттарҙа, үзбәктәрҙә, ҡырғыҙҙарҙа, Кавказ халыҡтарында йыш осрай.

Ғәрәп теленән таҙа, пак, ғәйепһеҙ тигәнде аңлата[1]. Версияларҙың береһе буйынса Таһир исеме Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең бер улының исеме менән бәйле. Пәйғәмбәрҙең тоҡомоноң исеме менән малайҙы атап, ата-әсәһе уның тышҡы көстәргә айырым иғтибар булыуына, уларҙан ҡурсалауына өмөт итәләр, шуға күрә ул Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә һәм ислам илдәрендә бик популяр.

Таһир һәм Зөһрә ҡиссаһы — бар донъяға киң билдәле «Ромео һәм Джульетта» әҫәренә оҡшаған фажиғәле мөхәббәт тарихы. Был тарихтың тамырҙары көнсығыш әҙәбиәтенә барып тоташа. 1960 йылда дастанды (фольклор йәки әҙәбиәттәге эпик әҫәр) Ырымбур өлкәһе Ҡотош ауылында Кирәй Мәргән яҙып ала.[4]



Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ