Суйынсы (Дәүләкән районы)
Ауыл | |
Суйынсы башҡ. Чуюнчи | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар — 88% |
Конфессиональ составы |
сөнни мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453423 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Суйынсы (рус. Чуюнчи) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 475 кеше[2].
Почта индексы — 453423, ОКАТО коды — 80222846001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 475 | 220 | 255 | 46,3 | 53,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 37 км алыҫлыҡта Суйынсы йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. Ауыл Себер даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1762 йылда килешеү буйынса нигеҙ һалынған. Суйынсы-Мең улусы нигеҙендә барлыҡҡа килә. 1895—1913 йылдарҙа һәм 1923—1930 йылдарҙа Ниғмәтулла улусы, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында.1919 йылдан ауыл Советы үҙәге. Атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә легенда бар. Уларҙың береһе: суйын һүҙенән килеп сыҡҡан. Суйын ташыу йәки металл иретеү менән шөғөлләнгән кешеләрҙе чуюнчи — суйынсы тип атағандар. XVIII быуатта Сөгөнсө, Суйынсы һ. б. исемдәре булған. XVIII быуат аҙағында бында хеҙмәтле татарҙар йәшәй. 1795 йылда 69 йортта 592 кеше мишәр һәм 1 ихатала 9 керҙәшле татар йәшәй. 1834 йылда 178 йортта 1115 кеше иҫәпкә алынған, 1859 йылда 280 йортта — 1689 кеше, 1870 йылда 636 йортта — 3664 мишәр, 6 йортта — 23 кеше, 2 йортта — 7 урыҫ, бер йортта — 6 мордва. Өс йылда ауылда халыҡтың кәмеүе Яҫҡайын (1925 йылдан һуң), Сулпан, Энергия (1922), Берҙәм, Алға, Батрак (1925 йылдан һуң) исемендә үҙ аллы торамалар төҙөлөүгә бәйле. Мишәрҙәрҙең бер өлөшө хәҙерге Башҡортостан Республиканың Йылайыр районы Суйынсы-Супан ауылына нигеҙ һала. 1896 йылда ауыл халҡының 5056 дисәтинә ере һәм 1071 дисәтинә урманы, 3 мәсете булған. Беренсе мәсет XVIII быуат урталарында, икенсеһе — 1773 йылда, өсөнсөһө — 1833—1850 йылдарҙа төҙөлгән. Мәсет эргәһендә мәктәп, мәҙрәсә эшләгән. XIX быуатта көньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда Суйынсы мәҙрәсәһе, Стәрлебаш мәҙрәсәһе менән бер рәттән, билдәле мәҙрәсәләрҙең береһе булған. 1859 йылда мәсеттәрҙең береһендә училище асыла, 1873 йылда 29 уҡыусы татар телендә белем алған. 1901 йылда татар-башҡорт училищеһы асылған. 1930—2000 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге колхозда эшләйҙәр. 1942 йылда урта мәктәп асыла, шәфҡәт туташтары әҙерләйҙәр. 1944 йылда етем балалар йорто асыла.
Халҡы:1795 йылда — 592 кеше; 1834 йылда— 1115 кеше; 1870 йылда — 1837 кеше; 1906 йылда — 3822 кеше; 1920 йылда — 3131 кеше; 1939 йылда — 1563 кеше; 1959 йылда — 960 кеше; 1989 йылда — 472 кеше; 2002 йылда — 473 кеше; 2010 йылда — 475 кеше. Татарҙар — 88 % (2002). Суйынсы урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.[3][4]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[5]
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы (9.03.1928—8.04.1998), ғалим-табип-хирург, дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. Медицина фәндәре кандидаты (1959). Башҡорт АССР-ының 1960—1987 йылдарҙағы һаулыҡ һаҡлау министры һәм БАССР-ҙың 6—11 саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 12 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары (1961, 1966) кавалеры.
- Сибәғәтуллин Нур Ғасим улы (29.11.1953), ғалим-кардиохирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013), Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007)[6].
- Фазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улы (23.02.1967), «Юлдаш» радиоһы журналисы һәм тапшырыуҙар алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).
- Ғатауллин Хәй Ғатаулла улы (15 март 1909 йыл —?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһың ойоштороу-план бүлегендә ат ҡараусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
- Әлмәтов Мөхәмәтшакир Мөхәмәтйәр улы (1847—1907) — башҡорт дин әһеле.
- Әхмәтшин Сиражетдин Ғизетдин улы (3 июль 1908 йыл — 21 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия кесе лейтенанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡылыссылар взводы командиры. Ҡыҙыл Байраҡ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры (икеһе лә 1943).
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий стр.474 2022 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 333-335-се б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Суйынсы ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сибәғәтуллин Нур Ғасим улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 ноябрь 2018)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Суйынсы (Дәүләкән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий стр.474 2022 йыл 2 апрель архивланған.
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Суйынсы ауылы
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 333-335-се б.б..