Әмин (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Әмин — мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмин исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән. Тыныс, имен; ышаныслы, тоғролоҡло тигәнде аңлата.[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөбәйеров Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы (18 март 1891 йыл — 23 май 1963 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1944, 1955) кавалеры.
Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы (рус. Альмухаметов Амин Кульмухаметович; 17 сентябрь 1908 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы 2-се эскадроны политругы. 2-се ранглы техник-интендант. Өлкән лейтенант. «Батырлыҡ өсөн» (1942), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдарына лайыҡ була.
Хәбибуллин Руслан Әмин улы (27 март 1966 йыл) — опера йырсыһы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002).
Әлмөхәмәтов Илдар Әмин улы (рус. Альмухаметов Ильдар Аминевич; 30 март 1949 йыл) — совет һәм сәнәғәт эшмәкәре, техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995), «Мәләүез районының һәм Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданы» (2019), «Мәләүез минераль ашламалары» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәт ветераны.
Фамилиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әминев Зариф Хурамша улы (14 декабрь 1916 йыл — 1 сентябрь 1974 йыл) — Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерист, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы (30 ғинуар 1954 йыл) — Башҡортостандың ғалим—этнологы, философия фәндәре кандидаты (2011). Юрист, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны.
- Әмир Мөхәмәт улы Әминев (1953 йылдың 1 ғинуары, БАССР-ҙың Ғафури районы Һабай ауылы) — башҡорт яҙыусыһы, прозаик.
- Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы (15 октябрь 1922 йыл — 12 август 1969 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерия полкы уҡсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улы (7 ноябрь 1925 йыл — 27 ғинуар 1984 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1975 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Бензин станцияһының вагон депоһы эшсеһе, 1961 йылдан — бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1970)]].
- Әминов Рим Фәйзрахман улы (18 июнь 1941 йыл) — театр актёры, 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1989), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Әминев Салауат Хөрмәт улы (10 сентябрь 1946 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1987—1994 йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры, 1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, 2001—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министры урынбаҫары. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
- Әминев Таһир Мәжит улы (12 декабрь 1961 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытусыһы. Педагогия фәндәре докторы, доцент.
- Әминев Әхмәт Ғата улы (1 сентябрь 1924 йыл — 20 сентябрь 1999 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1965—1973 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары, 1973—1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министры, 1982—1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1972). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Әминев Тельман Ғәзиз улы (рус. Аминов Тельман Газизович; 20 ғинуар 1936 йыл — 6 ғинуар 2021 йыл) — ғалим-химик. 1975 йылдан СССР, артабан Рәсәй Фәндәр академияһының Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2002), профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы.
- Әминев Ағзам Яхъя улы (1 февраль 1933 йыл — 15 февраль 2015 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (19 октябрь 1994 йыл), ҡурайсы
- Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937 йыл — 20 ғинуар 1996) — юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы. «РСФСФ-ың халыҡ мәғарифы отличнигы» (1972), «Өлкән уҡытыусы» (1977), «БАССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1984)
- Әминева Эльмира Фәхретдин ҡыҙы (11 ғинуар 1955 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Әминева Резида Рәүф ҡыҙы (1.01.1964) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, ижади конкурстар лауреаты[2]
- Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы (5 июль 1928 йыл — 2011 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, 1947—1968 йылдарҙа Яңауыл районы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың һарыҡ көтөүсеһе. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). III Бөтә союз колхозсылар съезы делегаты (1969). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Әминева Әлиә Мансур ҡыҙы (19 апрель 1992 йыл) — башҡорт шашкасыһы, Рәсәйҙең спорт мастеры һәм илдең төп йыйылма командаһы ағзаһы. 2016 йылда Рәсәй чемпионы, 2012 йылда бронза призеры (блиц). Ҡыҙҙар араһында Европа (2002, 2007) һәм Рәсәй (2002—2010) чемпионы. Ҡыҙҙар араһында Европа беренселегенең көмөш призеры (2005, 2011, 2014)[3], күп тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. «Башнефть» клубы өсөн сығыш яһай. Тренеры Ю. В. Черток.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әмин (Баймаҡ районы) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
- Әмин (Ҡариҙел районы) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл.
- Әмин (Шишмә районы) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл.
- Әмин (Ҡоншаҡ районы) — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы ауыл.
- Әмин (Уй районы) — Силәбе өлкәһенең Уй районындағы ауыл.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Сайт «Единый портал башкирской культуры». Музыка —Музыкальная коллекция — Исполнители: Аминева Резида Рауфовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ноябрь 2019)
- ↑ Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 70. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.