Эстәлеккә күсергә

Ишҡол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ишҡол
Ишҡол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°09′54″ с. ш. 58°32′57″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 831 001

ОКТМО коды

80 601 431 101

ГКГН номеры

0524453

Ишҡол (Рәсәй)
Ишҡол
Ишҡол
Ишҡол (Башҡортостан Республикаһы)
Ишҡол

Ишҡол (рус. Ишкулово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.

Халыҡ иҫәбе
2002[1]2009[1]2010[2]
108012741257
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1257 620 637 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 70 км.
  • 27-се партсъезд исемендәге урам (рус.  27 Партсъезда (улица)}})
  • Әхмәт Лотфуллин урамы (рус.  Ахмата Лутфуллина (улица)}})
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)}})
  • Калинин урамы (рус.  Калинина (улица)}})
  • Ҡаран( урамы (рус.  Каран (улица)}})
  • Мантай урамы (рус.  Мантай (улица)}})
  • Матросов урамы (рус.  Матросова (улица)}})
  • Миңлеғәле Шайморатов урамы (рус.  Минигали Шаймуратова (улица)}})
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица)}})
  • Муса Мортазин урамы (рус.  Мусы Муртазина (улица)}})
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)}})
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)}})[4]

Ишҡол — Рауил ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән 22 саҡрым һәм Магнитогорск тимер юл станцияһынан (Силәбе өлкәһе) 70 саҡрым алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1789 йылдан билдәле. Тәүге төпләнеүсе сотник Ишҡол Әбделмәнов исеме менән аталған. 1816 йылда ауылға нигеҙ һалыусы Ишҡол Әбделманов әле иҫән була. Уның улы Ҡөҙрәтҡул сотник булып хеҙмәт итә. Йөҙ башы Ишҡолдоң 1789 йылда Демидовҡа Ағиҙел менән Әүжән йылға буйҙарындағы ерҙәрҙе ҡуртымға биреүҙә ҡатнашыуы билдәле[5]. 1795 йылда 45 йортта 296 кеше йәшәгән, 1866 йылда 119 йортта — 626 кеше. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет булған.

Халҡы: 1900 йылда — 710 кеше; 1920 йылда — 853 кеше; 1939 йылда — 491 кеше; 1959 йылда — 621 кеше; 1989 йылда — 1053 кеше; 2002 йылда — 1080 кеше; 2010 йылда — 1257 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[6].

Тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл эргәһендә Ишҡол ҡурғандары һәм Атауҙы күле урынлашҡан.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева — Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә консультант, Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, «Ағиҙел» журналы мөхәрирриәтендә яуаплы сәркәтип. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.